СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Яңы йылға йомаҡтар

Нажмите, чтобы узнать подробности

Яңы йыл көнөнә йомаҡтар ҡойошоп алайыҡ әле.

Просмотр содержимого документа
«Яңы йылға йомаҡтар»




  1. Аҡ күбәләк осоп китте,

Ҡара ҡарға килеп ҡунды.(ҡыш)

  1. Яңы тыуған малай-

бөтәһенә ағай.(яңы йыл)

  1. Бабайым килә һағынып,

Аҡ толобон ябынып.(ҡыш)

  1. Бер ҡарт килә ҡағынып,

Ауа түнә абынып,

Аҡ сәкмәнен ябынып.(ҡыш)

  1. Аяғы юҡ, ҡулы юҡ-

Үҙе һүрәт төшөрә.(Һыуыҡ)

  1. Ишектән инер, түрҙән уҙыр. (һыуыҡ)

  2. Старт юҡта- йүгертә,

Гармун юҡта –бейетә,

Ҡулдары юҡ – семетә,

Быныһы нимә? Кем әйтә?(һыуыҡ)

  1. Тышта тау,

Өйҙә һыу.(ҡар)

  1. Ҡыш буйы ятты-ятты ла

Яҙ еткәвс, торопр сапты (ҡар)

  1. Тау башында еңгәләр

Талир тәңкә һибәләр.(ҡар яуыу)

  1. Бейек бура бурайҙар,

Ҡойма менән бурайҙар.(ҡар яуыу)

  1. Аҡ түшәгем йыртылды –

Бөтә ергә йөн тулды (ҡар яуыу)

  1. Өй артында аҡ мүк.(ысыҡ,ҡырау)

  2. Тышҡа ҡуйҙым – таш булды,

Өйгә индерҙем – һыу булды.

Инде ни хәл итәйем,

Утҡа ҡуйҙым – быу булды(боҙ)

  1. Көйләй ҙә көйләй,

Үҙенең бер ҙә көйө юҡ.(ел)

  1. Ҡулы юҡ, аяғы юҡ.

Ерҙә йүгереп, ҡапҡа аса.(ел,дауыл)

  1. Ҡанатһыҙ – оса,

Ҡулһыҙ – һуғыша.

  1. Аҡ мамыҡ менән бөтә донъя тулған.(ҡар)