“Мәктәпкә барабыҙ ” бүлеге буйынса тикшереү эше.
-
Тәржемә итегеҙ.
Ҡар яуа, ел иҫә, һары япраҡтар ҡойола ,ямғыр яуа, эҫе ҡояш, дәрес башланды, уҡыусы яуап бирә, болоттар аға, өйгә эш, китап асыҡ ята, ҡоштар һайрай, дәрем тамамланды.
2. Нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып, күсереп яҙығыҙ.
1.Белем – донъя ... , дәрәжә ... .
2. тик ятҡан ... мүкләнә,
Быуылған ... еҫләнә,
Ташландыҡ ... тутыға.
3. ... ятып күгәрә.
4. ... уйланмаһа, ойой.
Белешмә өсөн һүҙҙәр: тимер, аң, баҡыр, таш, баҫҡысы, һыу, аҫҡысы.
3. Бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөгөҙ.
1. менән, Антон, иртәгә, һөйләшергә, Миша, осрашырға, тейеш.
2.шылтыратырға, Олегҡа, көн буйы, алманым.
3.театр, барырға, Джон, мин, бөгөн, ә иртәгә, барырға.
4.иртәнге, магазин, етегә тиклем, һигеҙ, киске, эшләргә.
5. яуырға бөгөн, ямғыр, көнө буйы.
6.иртә, мин, ятырға, кисә, бөгөн, шуға күрә, торорға ,иртә.
4. Әҙер, дәфтәр, таҡта, яуап һүҙҙәре менән һүҙбәйленштәр һәм һөйләмдәр төҙөгөҙ.
5. Тәржемә итегеҙ.
Йылы көн, болотло көн, аяҙ көн, ҡояшлы көн, ямғырлы көн, һыуыҡ көн, эҫе көн, бөгөнгө көн, үткән көн, байрам көн, йәйге көн, ҡышҡы көн, буш көн, ҡыҫҡа көн, һәйбәт көн, көн һайын, туй көнө, эш көнө.
“Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр” бүлеге буйынса тикшереү эше.
-
Йәйәләр эсендәге ҡылымдарҙы тәржемә итеп ҙәм дөрөҫ формаға ҡуйып, тексты күсереп яҙығыҙ.
Беҙҙең өй янында ҙур баҡса (есть). Яҙғыһын беҙ унда төрлө йәшелсә – емештәр (посадить). Күмәкләп картуф (посадить). Әсәйем унда күп итеп помидор, кәбеҫтә (посадить). Ҡыяр, борсаҡ, редис, һуған (сеять). Еләк түтәле лә (есть). Беҙ уларға көн дә (поливать), уларҙың тупрағын (рыхлить), (полоть).
Көҙ (прийти). Көҙ уңышты күп (собирать). Бөтәбеҙ ҙә (обрадоваться), сөнки мул уңыш өсөн беҙ бөтәбеҙ ҙә (стараться).
-
Бирелгән һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ.
Ветер, сильный ветер, осень, осенью, восток, дождь, заморозки, месяц, мороз, осадки, каждый день, с утра ,погода, радуга, роса, север, туман, холодно.
-
Бирелгән һүҙҙәрҙә ҫ, ҙ, ғ, ҡ хәрефтәрен яҙығыҙ.
Ҡымы ..., ҡала..., мөгө..., ҡола..ым, бала... ,ниге..., ҡағы..., йондо..., мира..., көндө..., кеүә..., ҡуна..., ду... .
-
Йәйәләр эсендәге һүҙҙәрҙең кәрәклеһен һайлап алып яҙығыҙ.
(Дәрес, бейеү) бара ине. Минең ниңәлер (ҡашым, башым, бармағым) ауырта башланы. Бын (табип, уҡытыусы, әсәй) һиҙҙе. Минән : (“Көләһеңме ашайһыңмы, ауырыйһыңмы) әллә? “ – тип һораны. Яныма килеп (уның, миненң, һинең, беҙҙең) башымды тотоп ҡараны. (һине, уны, мине, һеҙҙе) шунда уҡ (күршегә табипҡа) алып киттеләр.
-
Тәржемә итегеҙ.
Отец, мать, братишка, старший брат, сестренка, старшая сестра, бабушка, дедушка, зять, тетя, старик, товарищ, сосед, ученик, учитель, директор, врач.
“Өфө менән танышыу” бүлеге буйынса тикшереү эше.
-
Бирелгән һүҙбәйләнештәргә тейешле ялғауҙарҙы ҡуйып яҙығыҙ.
Аш... тәрилкә, аҡыл... бала, шәкәр... сәй, сәскә... болон, бала.. ҡатын, эшләпә... ағай, тәрпит.. уҡыусы, бассейн.. балалар баҡсаһы, аҡса... кеше, һипкел... ҡыҙыҡай, асфальт.. юл, ҡапҡа.. өй.
-
Тәржемә итегеҙ.
Аҡса бар, ҡояшлы көн, аҡыллы бала, тоҙло ҡыяр, һөтлө сәй, фаҙалы кәңәш, шаҡмаҡлы дәфтәр, шәкәрле сәй.
3 .Тексты күсереп яҙығыҙ. Ҡылымдарҙың заманын билдәләгеҙ.
Кисә балыҡҡа барҙыҡ. Ағайым менән атайым балыҡ ҡармаҡланы. Мин уларҙы ҡарап торҙом. Йылғаны сыҡҡанда ҡолай яҙҙым. Ҡустым минән рәхәтләнеп көлдө. Беҙ яр ьуйында ултырып торҙоҡ.
Тау битендә ағастар үҫеп ултыра. Ағастар араһында беҙ еләк таптыҡ. Ләкин беҙ уны йыйманыҡ. Сөнки ул бешмәгән ине.
-
Бирелгән һүҙҙәрҙән һорауҙар төҙөгөҙ.
-
нисек, Өфө ҡалаһын, атағандар элек?
-
нөҙөргә, ул ,йыл, нисәнсе?
-
Президент, беренсе, кем, Башҡортостан?
-
транспорттар, йөрөргә ,Өфө ҡалаһы, ниндәй?
-
милли, башҡорттар, кем, герой?
-
Һәйкәл, уға, ҡуйылған, ҡайҙа?
-
Авторын, беләһегеҙме, уның?
Һөйләмдәр темаһы буйынса контроль эш.
Ҙур Өфө.
Өфөнөң генераль проектында ҡаланың киләһе 20 йылға үҫеш перспективалары билдәләнгән. Әлбиттә, Өфөнөң үҙәк урамдарын реконструкциялау дауам итәсәк, әммә яңы генплан ҡуйған иң ҙур бурыс – ҡаланың майҙанын киңәйтеү. Яңы микрорайондарҙы ҡаланан ситтәрәк - Өфө, Благовещенск, Шишмә, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарының айырым урындарында төҙөү планлаштырыла. Благовещенск ҡалаһы баш ҡаланың бер микрорайонына әүереләсәк. Өфө тимер юл буйлап үҫәсәк һәм Шишмә ҡасабаһы менән тоташасаҡ. Нагаево ауылы менән Шакша станцияһы, Шакша менән Урман ауылы араларында ҙур – ҙур микрорайондар үҫеп сығасаҡ. Был микрорайондар, эйәрсен ҡалалар Ҙур Өфөнө барлыҡҡа килтерәсәк.
Һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен табып, аҫтына һыҙырға.
“Хеҙмәт төбө - хөрмәт” бүлеге буйынса тикшереү эше.
-
Бирелгән һүҙҙәрҙән мәҡәлдәр төҙөп яҙығыҙ.
-
Таш, ҡаҙаҡ, тырышырға, ҡағырға. 2. Шул, ашарға, кем, эшләргә. 3. Өй, булһа ла, булһын, күңелең тар, киң.4. ил, бер, алтын, аҡылы, ир, алтын, мең аҡылы.
-
Бирелгән сифат һәм рәүештәрҙе файҙаланып, һөйләмдәрҙе тултырып яҙығыҙ.
-
Кисә көн ... ине. 2. ... ел сыҡты. 3. ... ямғыр үтеп китте. 4. ... көҙ башҡа йылдарға ҡарағанда ... килде. 5. ... ҡырау төштө. 6. ... көндәр йылытты. 7. Тулҡынланып ултырған бойҙай һәм арыштар ... йыйып алынды. 8. ... ҡар бөртөктәре лә күренә башланы. 9. Шулай итеп, ... ҡыш килде.
Белешмә өсөн һүҙҙәр: һалҡын, йәшенле, бик тиҙ, быйыл, аҙаҡ, болотло, тиҙҙән, иртәрәк, тәүҙә, ҡапыл.
-
Нөктәләр урынына ҡылымдарҙы бойороҡ һөйкәлеш формаһына ҡуйығыҙ.
Ете ҡат ..., бер ҡат ... . | Измерить, резать. |
Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ... . | Не оставлять. |
Кешене кейеменә ҡарап ... , эшенә ҡарап ... . | Не оценивать, оценивать. |
Ҡуллана белмәһәң, ҡоралға ... . | Не обижаться. |
Намыҫыңды йәштән ... . | Беречь |
Асыу ... , аҡыл ... . | Не собирать, собирать. |
Ишек асыҡ булһа ла, рөхсәтһеҙ ... . | Не заходить. |
Аҙ ... , күп ... . | Рассказывать, работать. |
Үҙеңде ... , кешене ... . | Не возвышать, не позорить. |
-
Нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып яҙығыҙ.
-
.... уҡыйбыҙ, ... яҙабыҙ, ... төшөрәбеҙ ,... ... яһайбыҙ, ... сисәбеҙ, ... йырлайбыҙ;
-
... йәшәйбеҙ, ... асабыҙ, ... ... елләтәбеҙ, ... уҡыйбыҙ, ... һуңламайбыҙ, ... йыйыштырабыҙ, ... ... йөрөйбөҙ.
Белешмә өсөн һүҙҙәр: ҡағыҙҙан уйынсыҡтар, хат, йыр, һүрәт, мәсьәләләр, әкиәт; форточканы, бүлмәне, тырышып, дәрескә, синыф бүлмәһен, төрлө түңәрәктәргә, татыу.
“Ҡыш” бүлеге буйынса тикшереү эше.
-
Түбәндәге өҙөктәргә ай исемдәрен ҡуйып яҙығыҙ.
-
Тышта ... уйнар йөрөй,
Саша шыуыш урамда.
-
... ҡояшта ҡыҙына,
Һыу инергә ярата.
-
... дуҫ сумка тотоп
Мәктәпкә китте.
-
... оҙатып ҡала
Ситкә киткән ҡоштарҙы.
Белешмә өсөн һүҙҙәр: сентябрь, июль, октябрь, февраль.
-
Һөйләмдәрҙе күсереп яҙығыҙ. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең һөйләмдә эйәме, хәбәрме булып килеүен билдәләгеҙ.
Тауҙа йыуа үҫә. Сәлимә кер йыуа. Илһам ҡар һыуының юлын быуа. Алда ҙур быуа ята. Хәнифә өйҙә яңғыҙ ҡала. Ҡала йылдан – йыл матурлана. Әсәйем һыйыр һауа. Саф һауа һаулыҡҡа һәйбәт.
-
Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙығыҙ.
Та... араҡ, һыр ... нты, һарғ...лаҡ, б...ран, һы...ыҡ, өй...рмә.
-
Нөктәләр урынына тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙығыҙ.
Йәй эшләгән ... ҡыш ашаған. Китап ... белеи шишмәһе. Уҡыу ... энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу. Азат ... яҡшы уҡыусы. Өс өсөң ... туғыҙ. Фәрит ағай...шофер, ә Фәриҙә апай ... уҡытыусы.
“С. Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры” бүлеге буйынса тикшереү эше.
-
Нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып яҙығыҙ.
Салауат Юлаев – башҡорт халҡының ... батыры. Салауат Юлаев һәйкәле ... тау бшында тора. Уның хаҡында яҙыусылар, шағирҙар бик күп ... әҫәрҙәр ижад иткән. Салауаттың батырлығы беҙҙең күңелдәрҙә .. иҫтә. Ул ... ғорурлығыбыҙ.
Белешмә өсөн һүҙҙәр: бейек, беҙҙең, милли, һоҡландырғыс, һәр ваҡыт.
-
Тәржемә итегеҙ.
Матур, бейек, яҡты, аҡ, һыуыҡ, ямғырлы, батыр, бөйөк.
-
Һөйләмдәрҙе күсереп яҙығыҙ. Аныҡлаусыларҙың аҫтына һыҙығыҙ.
Уралда һалҡын ҡыш тора. Ерҙә ҡалын ҡар ята. Йылғалар ҡалын боҙ менән ҡапланған. Ваҡыты – ваҡыты менән уҫал бүре кеүек олой. Ә буран баҫылғас, ҡышҡы урман яланғасланып ҡала, әйтерһең дә, кемдер уның йылы пальтоһын систереп ташлаған. Тыныс ваҡытында урман бик алыҫҡа тиклем үтәнән –үтә күренеп тора. Ҡоштар хәҙер юҡ инде. Сыҙамлы ҡорҙар, ваҡ селдәр генә арлы – бирле күренгеләп тора. Улары ла ваҡыттарын күберәк ҡар аҫтында үткәрә.
“Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!” бүлеге буйынса тикшереү эше.
-
Яҙ миҙгеленә ҡараған һынамыштар яҙығыҙ.
-
Мәҡәлдәрҙән тултырыусыларҙы табығыҙ. Тултырыусы ниндәй килештә килгән?
Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. Аҡыл йәштә түгел – башта. Айырылғанды айыу ашар.
-
Алфавиттағы хәрефтәрҙең тәртибе буйынса мәҡәлде дөрөҫ итеп яҙығыҙ.
31, 1, 27, 16, 37, 15 – 7, 27, 23, 2, 1, 13, 16, 37, 15.
-
Тәржемә итегеҙ.
Яҙ, ҡар ирей, гөрләүектәр, ҡара ҡарға, ҡоштар, йылы яҡ, умырзая, сыйырсыҡ ояһы, байрам, Ер шары, тыныслыҡ, хеҙмәт, ҡояш, дуҫлыҡ.
“Беҙ ҡайтырбыҙ йондоҙҙарға әүерелеп... ” бүлеге буйынса тикшереү эше.
-
Тәржемә итегеҙ.
Донъя, мираҫ, ҡайғы, шатлыҡ, баһа, хәбәр, иҫтәлек, арғымаҡ, суйын, ғәскәр, ҡорал, һалдат.
-
Тексты күсереп яҙығыҙ. Хәлдәрҙең аҫтына һыҙығыҙ.
Ағиҙел.
Ағиҙел – республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Урал тауы итәгенән башланып, ул Башҡортостан аша 1400 километр самаһы ер үтә һәм бик күп ваҡ йылғаларҙың һыуын үҙенә йыя. Ағиҙел буйында Белорет, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалалары теҙелгән.
Ағиҙелдә иген, ағас, нефть һәм пассажирҙар тейәгән ҙур параходтар, теплоходтар, баржалар, катерҙар йөрөй. Йылғаның аҡ тулҡындарына, бейек ҡаяларына, унда үҫкән ҡалын урмандарына, йәшел туғайҙарына һоҡланмаған кеше юҡ. Бына ниндәй ул йылғалар әсәһе Ағиҙел!
3. Шакирйән Мөхәмәтйәновтың батырлығы тураһында яҙығыҙ.
Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре буйынса контроль эш.
“Ай, Уралым, Уралым”.
Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: “Үҙе боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда”. Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далалары һәм Ҡаҙағстанға барып сыға.
Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һоҡланып, ул “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр ижад иткән.
“Урал” атамаһы башҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала.
Тексты күсереп яҙығыҙ. Баш һәм эйәрсән һөйләмдәрҙең аҫтына һыҙығыҙ.
8