Диктант.
Янғантау.
Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.
Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау ике йөҙ йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.
Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16-18 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла.
Изложение.
Минең дуҫтарым
Минең дуҫтарым көн дә өйгә ниндәй эш бирелгәнен аңлаттылар, шуға, бик күп дәрес ҡалдырһам да, иптәштәрем менән бергә бишенсе синыфты тамамлай алдым. Ял көнө дуҫтарым менән йылғала боҙҙа шыуырға киттек. Көн аяҙ, тыныс, ҡапыл аяҡ аҫтында ниндәйҙер шартлау ишеттем дә һалҡын һыуға төшөп тә киттем. Боҙло һыуҙа аяҡ-ҡулдарым ҡатҡандай булды. Ҡурҡыуымдан күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Ярай әле, дуҫтарым ололар килгәнсе ярҙам күрһәтте, юҡһа был хәлдең нимә менән бөтөүен уйлауы ла ҡурҡыныс.
Мин был хәлдән һуң оҙаҡ ҡына ауырып яттым. Врач көн аша килеп торҙо. Өләсәйем һәр ваҡыт янымда булды. Ул врачтың бөтә ҡушҡандарын үтәп торҙо. Иң ҙур һәм шифалы дауа- өләсәйемдең яғымлы тауышы, мөғжизәле әкиәттәре, йомшаҡ ҡулдары ине әлбиттә.
Диктант.
Ҡара алтын.
Нефтте халыҡ алтын менән сағыштыра. Был юҡҡа ғына түгел. Нефттән төрлө нәмәләр эшләнә. Бензин, кәрәсин, мазут кеүек яғыулыҡ майҙарынан тыш, унан ер ашлау өсөн химикаттар ҙа алына. Беҙҙең күлдәк, костюм, кофта һәм ойоҡтарға ла нефттән алынған ептәр ҡушыла.
Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ райондарында нефть ятҡылыҡтары табылды. Ҡаланың тирә-яғында нефть вышкалары һәм газ факелдары күп. Был ҡаланы, нефть һәм Кама йылғаһына арнап, Нефтекама тип атанылар.
Диктант.
Байрам менән ҡотлайбыҙ.
8 Март – яҙҙың тәүге байрамдарының береһе. Күңелдәргә илаһи дәрт ҡабыҙған гүзәл байрам – ҙур көрәштәр аша яулапалынған оло байрам ул.
1910 йылда Данияның Копенгаген ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың Халыҡ-ара конференцияһы йыйыла. Бына шул конференцияла 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө тип билдәләнә.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың беренсе конференцияһынан һуң тиҫтә йылдар уҙҙы. Шул дәүер эсендә донъяла, Рәсәйҙә, Башҡортостанда әллә күпме үҙгәрештәр булып үтте.
Ана шуларҙың бөтәһендә лә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәт өлөшө бар.
Диктант.
Сәскә – тормош йәме.
Ергә яҙ килде. Ҡар ирей, гөрләүектәр аға, йылғалар таша, боҙҙар китә. Беҙ яҙ матурлығын йәшеллектә, ҡоштар моңонда, сәскәләрҙә күрәбеҙ. Иң беренсе булып үгәй инә үләне сәскәләнә. Унан умырзая беҙҙе ҡыуандыра.
Яҙҙың тәүге сәскәләре бик күп: баллыҡай, күк умырзая, кәкүк емеше, кәзә һаҡалы, сибәркәй, ҡарлуғас үләне, ҡаҙ йыуаһы, һары умырзая. Был сәскәләр йылдан-йыл аҙая бара. Сәскә атҡанда кеше уларҙы самаһыҙ күпләп йыя, тәбиғәттең йәмен ебәрә.
Сәскә тормош йәме. Бөтәбеҙ ҙә уға ҡарап һоҡланайыҡ, һаҡлайыҡ.
Изложение.
Һандуғас тауышы.
Беҙҙең өй артында муйыл ағастары бар. Ағайым уларҙы үҙе бәләкәй сағында ултыртҡан. Хәҙер улар ҙурайған, яҙ һайын ап-аҡ сәскә ата. Көҙ көнө ҡап-ҡара емеш бирәләр.
Мине муйылдың сәскәһе лә, емеше лә ҡыҙыҡһындырмай, ә иртә таңда уның ботаҡтарына ҡунып һайраған һандуғастар ҡыҙыҡһындыра, күңелде үҙенә тарта.
Һеҙҙең һандуғас тауышын ишеткәнегеҙ бармы? Ниндәй өҙөп һайрай ул! Ниндәй матур сутылдай! Кистән башлай, таңға тиклем туҡтамай һайрай. Мин оҙаҡ-оҙаҡ тыңлайым. Ҡайһы саҡта юрамал ҡурҡытҡан булам, ләкин улар минән ҡурҡмайҙар. Аҙ ғына туҡтап торған булалар ҙа икенсе ботаҡҡа күсәләр һәм тағы ла дәртләнеберәк һайрай башлайҙар.
3