СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Конспект урока по теме " Зима. Части речи "

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок башкирского языка на тему " Зима. Части речи"  в 6 класс. Урок соответствует требованиям ФГОС. Очень много игровых моментов, групповые методы работы.

Просмотр содержимого документа
«Конспект урока по теме " Зима. Части речи "»

Башҡорт теле дәресе.

Класс: :6в

Тема: Ҡышҡы урман. Һүҙ төркөмдәре.

Маҡсат.

  1. «Ҡыш» темаһына һүҙлек запасын байытыу, һөйләү телмәрен үҫтереү .

  2. Һүҙ төркөмдәрен ҡабатлау

  3. Тәбиғәткә, тирә-йүнгә патриотик һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу проектор, компьютер.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле.

  • Һаумыһығыҙ уҡыусылар! (- Һаумыһығыҙ!)

Ултырығыҙ!Уҡыусылар! Бөгөн ниндәй көн? Ниндәй миҙгел?

Эйе, уҡыусылар! Бөгөн тағы бер ғәжәйеп матур, иҫ киткес гүзәл көн тыуҙы. Сөнки бөгөн ҡыштың иң матур көнө. Ошо йәмле иртәгә, матур донъяға ҡарап , үҙебеҙгә көс, дәрт, илһам алайыҡ. Күк йөҙө, көн дә үҙенсә матур. Кисә ул зәп-зәңгәр булһа, бөгөн уны иңләп ап-аҡ болоттар йөҙә, шулай бит?

Тимәк, көнгә беҙ нимә тип өндәшә алабыҙ?

Хәйерле көн! Беҙҙең күңелдәр көр, кәйефтәр күтәренке!

Шулай булғас, беҙ дәрт, илһам менән эшкә тотонорға әҙер.

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

“4”ле, “5”ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ

Ә бөгөн беҙ һеҙҙең менән алда үтелгәндәрҙе ҡабатлап, нығытыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.

Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшеү өсөн телдәрҙе шымартып алайыҡ.

Артикуляцион күнегеү.

Слайдҡа ҡарайбыҙ.Ҡабатлайбыҙ!



Ҡә-ҡә-ҡә – Ҡәҙриә алды ҡәләм,

ҡы-ҡы-ҡы – ҡыйыҡтан тамсы тама.



Өммөгөлсөм өләсәйем

өлөштәрен өләшә.

Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа, беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.

Шиғырҙы уҡыу.

Һәр ер ҡарланған,

Һыуҙар боҙланған.

Уйнай ел-буран,

Был ҡай саҡ туған?(Ҡыш).

  • Дөрөҫ! Ҡыш. Ҡыш үҙенең матур, ялтырап торған ҡар бөртөктәре менән бөтә ерҙе ҡаплай! Тирә-яҡ ап-аҡ юрған ябына! Бөгөн дәрестә кем әүҙем ҡатнашып ултыра – шуға ошондай ҡар бөртөктәрен бирәм. Дәрес аҙағында һанап баһаларбыҙ.

  1. Проблемалы ситуация.

  • Ә хәҙер күмәкләп ҡышҡы сәйәхәткә сығабыҙ. Сәйәхәткә беҙ нимә менән барабыҙ ?Быны белер өсөн йомаҡтың яуабын табырға кәрәк.

Кәкре муйын ағайҙар,

Ҡарға батмай баралар. (Саңғылар)

  • Походҡа барғанда беҙ үҙебеҙ менән нимә алабыҙ? (юл биштәре)

  • Эйе, биштәр алабыҙ. Таҡталағы өс биштәрҙе лә үҙебеҙ менән алайыҡ!Эсенә күҙ һалайыҡ әле! Уларға нимә яҙылған? Улар нимә менән айырыла? рюкзактың һүҙҙәрен уҡыйыҡ!

Һалкын ҡыш ҡапланы

Һыуык ел яуа

Ҡарлы ҡар етте

Буранлы ҡар бөртөгө иҫә

Йомшаҡ килде

Ап-аҡ емелдәй

Көслө



Беренсе рюкзактағы һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә?(ниндәй) Ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? (Сифат).

  • Дөрөҫ!Ә икенсе рюкзактағы һүҙҙәр ниндәй һүҙҙәр? Быны белер өсөн һорау биреп ҡарайыҡ! (нимә? Исем.)

  • Эйе, дөрөҫ! Ә өсөнсө рюкзактағы һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә



Дөрөҫ, улар ҡылымдар. Хәҙер ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр уйлайбыҙ. (!Һалҡын ҡыш, һыуыҡ ел,ап-аҡ ҡар, йомшаҡ ҡар)

  • Беҙ бөгөн ҡайҙа сәйәхәткә сыҡтыҡ? (Ҡышҡы урманға.)

Шулай итеп, беҙҙең бөгөнгө теманың исеме «Ҡышҡы урман. Һүҙ төркөмдәре.

Сәйәхәткә ҡуҙғалдыҡ, саңғыларҙы кейҙек,ҡыш тураһында шиғыр уҡып китәбеҙ. Дәреслектең 69-сы битен асабыҙ, 181-се күнегеүҙе табабыҙ.

Йомшаҡ ҡар яуа,

Яуа ла яуа.

Аҡ мамыҡ менән

Ҡырҙар ҡаплана.



Буран да сығыр,

Ҡарҙы йүгертер,

Сана шыуырға

Тауҙар өлгөртөр.



-Уҡыусылар , шиғыр нимә тураһында , ниндәй аңлашылмаған һүҙҙәр бар

Сығыр- начнется

Йүгертер- побежит

Шыуырға-кататься

Өлгөртөр- приготовит

-Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә

- Улар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай

- Ҡылымдың ниндәй замандарҙа була

-Хәҙер дәфтәрҙәрегеһҙҙе асығыҙ, шиғырҙан ҡылымдырҙы ғына һайлап яҙығыҙ. Заманын билдәләгеҙ.

-Уҡыусылар , ә һеҙ ҡыш тураһында үҙегеҙ ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ

Ҡыш тураһында халыҡ бик күп һынамыштар ҙа уйлап сығарған.

Ағастарға бәҫ ҡунһа, һыуыҡ була.( Если деревья укутаны инеем, то будет холодно).

Төтөн тура сыҡһа, һыуыҡ була.(Если дым пойдет прямо, то будет холодно.)

Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай. (Если ночью опадет иней, то днем не будет идти снег).

Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй уңышһыҙ була. (Если зимой будет мало снега, то летом не будет урожая.

Юлда арып киткәнһегеҙ, ахры, әйҙә, Ҡыш бабай әҙерләгән йомаҡтарҙы уҡып , яуаптарын табайыҡ.

Утта янмай, һыуҙа батмай. (на огне не горит, в воде не тонет) (боҙ)

Йондоҙ булып ҡойола,

Мамыҡ булып йыйла.

Ел булһа, оса,

Яҙ булһа, ҡаса.

Падают как звездочки, собираются как велая вата

Если ветер улетают, а весной исчезают (ҡар бөртөктәре) снежинки

Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,

Үҙе һүрәт төшөрә. (һыуыҡ)

Күптән түгел ҙур байрам- Яңы йыл үтеп китте. Яңы йыл беҙгә бәхет, шатлыҡтар ғына алып килһен.

Ә хәҙер бергәләшеп ял итеп алайыҡ. Физминутка Шыршы тип атала.



Текст менән эш. «Ҡышҡы урман »



Аудирование (уҡытыусы уҡый).

- Был текста нимә тураһында һүҙ бара?(ҡыш,ҡышҡы урман, ҡышҡы тәбиғәт)

Һүҙлек менән эш.

  • Уҡыусылар, текста ниндәй аңлашылмаған һүҙҙәрҙе таптығыҙ?(...)

  • Әйҙәгеҙ, слайдҡа ҡарап , ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһен уҡыйыҡ. (слайд)

  • Хәҙер уларҙы һүҙлек дәфтәренә яҙып ҡуяйыҡ.

Һулыш- дыхание

Һирәк- редко

Олой-воет

Эҙләнә- ищет

Һағалай-поджидает

Күҙәтә-наблюдает



Тексты сылбырлап уҡыу, тәржемә итеү.

Һорауҙарға яуап биреү.

  • Урманда ҡыш көнө нисек?

  • Текста ниндәй ҡоштар тураһында яҙылған?

  • Сел, ҡор, һуйырҙар ҡышты нисек үткәрә?

  • Һайыҫҡандар, турғайҙар ҡайҙа килә?

  • Ябалаҡ нимә күҙәтә?

«Кем зирәк?» уйыны.

  • Хәҙер өс командаға бүленеп «Кем зирәк?» уйынын уйнайбыҙ! (1-се рәт - 1-се команда! Икенсеһе – 2-се команда! Өсөнсө рәт – өсөнсө команда! ) Текстан беренсе рәт [ҡ] өнө, икенсеһе – [һ] өнө, өсөнсө рәт – [ҙ] өнө булған һүҙҙәрҙе табып күсереп яҙығыҙКем тиҙерәк, дөрөҫ, бер һүҙҙе лә төшөрөп ҡалдырмайынса уҡый – шул еңеүсе!(һығымта яһау)

Уҡыу.

  • Афарин! Хәҙер тексты сылбыр буйынса уҡыйбыҙ! Иғтибар менән ҡарап барабыҙ!

Яҙыу.

  • Хәҙер дәфтәрҙәрҙе асабыҙ! Бөгөнгө числоны яҙып ҡуябыҙ (таҡтала яҙылған).

  • Текстан исем, сифат, ҡылымдарға мисалдар табабыҙ.

1-се төркөм –исем, 2-се төркөм- сифат, 3-сө төркөм-ҡылымдарҙы һайлап яҙа.

Эште парлашып эшләйһегеҙ, яҙаһығыҙ! (яҙалар)

  • Дәфтәрҙәрегеҙҙе алмашығыҙ! Бер-берегеҙҙе ҡәләм менән тикшерегеҙ! (музыка уйнай)

  • Тикшерәбеҙ! Слайдҡа ҡарайбыҙ! Һүҙбәйләнештәр:

Коллектив эш. Теманы нығытыу.

  • Әйҙәгеҙ тағы ла шундай тыныс, матур, ҡышҡы урманға иғтибар итәйек! (слайд) Һәр кеше юл билдәләрен белә!Шундай сихри матурлыҡҡа зыян килтереүселәр бармы? (Эйе) белә! Хәҙер 4 командаға бүленәбеҙ, һәр командаға ошондай буш билдәләр . Һеҙ унда үҙегеҙ уйлап төшөрәһегеҙ! Урманда нимә эшләргә ярай? Һәм киреһенсә: урманда нимә эшләргә ярамай? Төшөрәбеҙ! (таҡтаға эленә). Шулай итеп, урманда ағас һындырырға, йәнлектәрҙе йәберләргә, өң-ояларын емерергә, ҡоштарға рогатканан атырға ярамай; киреһенсә уларға ярҙам итергә кәрәк. Бигерәк тә ҡыш көнө улар өшөй, асыға. Уларға тағараҡтар яһап, ем, икмәк валсыҡтарын һалып торорға кәрәк.

  • Уҡытыусы: юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Уғыусылар тыңлағыҙ әле, һеҙ бер тауыш ишетәһегеҙме? нимәнең тауышы ул? Что это за звук. (журчание воды) Алда йәмле Өсән йылғаһы. Мы с вами на берегу реки Усень.

  • Ә хәҙер, уҡыусылар, һеҙҙең менән йылға буйында “балыҡсы” уйынын уйнап алайыҡ. Таҡтала һүҙҙәр элеүле тора. Һеҙ шулар араһынан тик ҡыш темаһына ҡағылышлыһын ғына һайлап, “ҡыш” биҙрәһенә тултырығыҙ.

  • Сейчас мы с вами на берегу реки Агидель поиграем в одну игру, которая называется “Рыбак” На доске есть слова. Из этих слов вы должны выбрать только те слова, которые относятся к зиме и положить в наше ведерочко “Зима”

  • Кем таҡтаға сыға? Кто выйдет к доске?

  • Һүҙҙәр: Ҡыш бабай, Яңы йыл, саңғы, еләк, сәскә, бәҫ, боҙ, йә



Өйгә эш биреү.

  • Моғайын, ҡышҡы урманда өшөгәнһегеҙҙер. Ҡулдарҙы йылытып алайыҡ! Күҙҙәрҙе йомдоҡ! Ҡышҡы урмандан сығабыҙ! Күҙҙәрҙе асабыҙ! Көндәлектәрҙе алып , өйгә эште яҙып ҡуябыҙ!

  1. 181-се күнегеү, 69-сы бит: Шиғырҙы ятларға.

  2. 180-се күнегеүҙе

  3. Ижади эш: ҡышҡы урман тураһында бәләкәй инша яҙығыҙ.

Йомғаҡлау. Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?

Маҡсатыбыҙға ирештекме?

Нимә белдек?

Кемдәр бик һәйбәт эшләне?

Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?

Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн?

Кем бөгөн алған белемен киләсәктәҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгәәле белемдәрен нығытырға кәрәк, һеҙһары түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ

Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!

Баһаларҙы ҡуйырға ярҙам итегеҙәле, балалар!

Рефлексия.

  • Ҡышҡы сәйәхәткә кешеләр нисек кейенә?(йылы)Нимәләр кейәләр? (.., ..., ..)

  • Һеҙҙең алдығыҙҙа партала бирсәткәләр ята. Кемгә бөгөнгө сәйәхәт оҡшаны-шул таҡтаға сығып бирсәткәһен (номеры буйынса) элеп ҡуя! Ҡарайбыҙ, нимә килеп сыҡҡанын әйтәбеҙ! ( матур шыршы)

  • Шулай итеп, тәбиғәттең матурлығы кешегә бәйле. Ошондай матур шыршы кеүек ағастарҙы кешеләр күберәк ултыртһын ине! Тәбиғәт һаҡлауға мохтаж. Кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында төрлө бәләләр сыға.

  • Уҡыусылар, беҙҙе ашатҡан, эсергән, йәшәткән тәбиғәткә мәрхәмәтле, иғтибарлы булайыҡ!