СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Ҡыҙҙар ҡайта ауылға

Категория: Внеурочка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Ҡыҙҙар ҡайта ауылға»

Мин, Аҡҡужина Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы, Йылайыр районының Йылайыр ауылында йәшәйем. Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләйем. Иптәшем Азат Марат улы менән 4 бала тәрбиәләйбеҙ. Тыған ауылым Ҡыпсаҡта 2018 йылда “Ҡыҙҙар ҡайта ауылға” байрамын үткәрҙем. Хәҙер уйлайым да ҡурҡып китәм, ә ул ваҡытта ҡурҡыу ҙа, аптыраныу ҙа булманы. Эште ауылдың осонан-осҡа ҡыҙҙарҙы барлауҙан башланым, күп ҡыҙҙарҙың нигеҙҙәре лә булмауын белеп, һәр береһен, сыбыҡ осо туғандарына бүлеп бирҙем. Ауылдан сыҡҡан ҡыҙҙар шәп булды, радиоға ла, гәзиттәргә белдереү бирҙеләр. Бер генә шарт ҡуйылды: үҙҙәре менән 200-300 һумға бүләк алып килеү. Сәхнә алдына ҙур ғына йәшник ҡуйҙыҡ, һәр кем шунда бүләген һалды, шунан уҡ алып бүләк тараттыҡ, берәүҙә бүләкһеҙ ҡайтманы. Шулай итеп, бер тин дә аҡса йыймай байрам үткәрҙек. Бына ошо байрам сценарийы менән конкурста ҡатнашырға булдым.

Ҡыҙҙар ҡайта ауылға

Тантаналы музыка

Һеләүһенова Люциә башҡарыуында йыр “Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары”

Баш һүҙ Аккужина Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙына

Алып барыусы

Фирүзә Абдуллина шиғыры

-Тыуған яғым – аҡ ҡайындар иле!

Теҙелешеп юлдың ситенә,

Йәшел яулыҡ болғап ҡаршылайҙар,

Наҙлы елдәр иҫә битемә.

Ҡайтып киләм тыуған яҡтарыма,

Күңелемә яҡын һәр ҡыуаҡ,

Оҙаҡ йылдар ситтә йөрөһәм дә,

Онотолмай икән тыуған яҡ!

Алып барыусы

А.Ғәйнуллина – Рәхимғолова шиғыры

-Ауылыма ҡыҙҙар ҡайта

Ҡунаҡҡа, ялға ғына,

Йәшлек моңдарын таратып,

Һаҡмартиле буйҙарына.

Ҡайтаһы ине бергәләп

Бала саҡ яҙҙарына,

Барыһы ла элеккесә,

Һаҡланғандыр, бәлки, унда

Ҡыҙҙарҙың туғайында.

"Ҡайтығыҙ!" - тип саҡырмаҫтар

Хәҙер беҙҙе әсәйҙәр.

Әхирәттәрҙең күптәре

Сал сәсле өләсәйҙәр...

-Әйе, ҡыҙҙар, бөгөн беҙ “Ҡыҙҙар ҡайта ауылға” байрамына йыйылдыҡ. Был байрамдың маҡсаты быуындар бәйләнешән нығытыу, Тыуған ер менән бәйләнеште өҙмәү, күмәкләп бер ултырып күрешеү. Ә.Нөгөш шиғыры

- Беҙ – ҡатын-ҡыҙ...

Бала менән бергә ирҙәрҙе лә

Үҙ әсәһе кеүек бағабыҙ.

Алҡа, балдаҡ, мәрйен генә түгел,

Барлыҡ мәшәҡәтте тағабыҙ.

Беҙ – ҡатын-ҡыҙ...

Көслө ирҙәр көсө етмәгәнде

Сибек яурындарға һалабыҙ.

Әсәй тигән исемдәрҙе аҡлап,

Өлөшһөҙ ҙә ҡай саҡ ҡалабыҙ.

Беҙ – ҡатын-ҡыҙ...

Бала осор саҡта үҙебеҙ ҙә

Уның менән ҡанат ҡағабыҙ.

Тик осмайбыҙ. Оябыҙҙы һаҡлап,

Һомай тунын утҡа яғабыҙ.

Беҙ – ҡатын-ҡыҙ...

Йылы һүҙҙән, наҙлы ҡараштарҙан

Балауыҙҙай ирей һалабыҙ.

Һәм мәңгегә килен, ҡәйнә, һеңле,

Әсәй, ҡатын булып ҡалабыҙ!

Быйылғы йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде, байрамды ошо йыл дауамында үтә торған саралар менән дә бәйләргә була, сөнки байрамға килгән һәр ҡатын-ҡыҙ ғаилә тотҡаһы, тормош дауам иттереүсе.

-Шулай бөгөнгө көндә ауылымда биш һәм унан да күберәк балалар тәрбиәләгән әсәйҙәрҙе лә атап китәйек…………

Афарин, уларға.

-Бөгөнгө байрамда ҡайһы ерҙә генә йәшәһә лә Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары дан тотоп йәшәгәнен иҫтат итеү. Һеҙҙең менән танышҡан саҡта, ситтә йәшәгән ҡыҙҙарыбыҙҙың да күп бала тәрбиәләгәндәре менән танышырбыҙ.

-Байрамды йыр-бейеүҙәр менән дауам итерҙән алда, ауыл зыяратына мәңгелеккә күскән ата-әсәйҙәребеҙҙе, ағай-апайҙарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы иҫкә алып, улар рухына аят бағышлайыҡ. Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары араһында иман юлында булғандарҙың күп булыуы ҡыуадыра. Беҙгә мәғлүм булыуынса, ике ҡызыбыҙ Фирҙәүес Хәйбуллина менән Фәүзиә апай Хажда ла булғандар икән. Хәҙер һүҙ уларға...

Аят уҡыу

-Беренсе һүҙ ауыл хакимиәте башлығы Мозафаров Салауат Йәнғәле улына

- Беҙҙең Ҡыпсаҡтар тураһында улар ситтән кәләш алмай, ситкә кейәүгә китмәй, тиҙәр. Шундай ауылына тоғро ҡалған ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе Аҡҡужина Фәриғә сәләмләй хәҙер һеҙҙе.

-Район хакимиәтендә кадрҙар менән эшләүсе баш белгес Сарбаева Флүрә Айҙар ҡыҙына һүҙ бирәбеҙ

Алып барыусы

Халида Ишдавлетова шиғыры

-Күңелемә дауа кеүек була,

Көн дә һине иҫкә алыуым

Нишләр инем әгәр ер йөҙөндә

Һин булмаһаң, тыуған ауылым, тип ҡайтып еткән ҡыҙҙар менән танышыр мәл етте.

1)Беренсе булып сәхнәгә үҙәккә тиклем үрге ос ҡыҙҙарын саҡырабыҙ.

-Һеҙгә “Ҡайтауаз”төркөмө “Йомағужа ” йырын бүләк итә.

-Хушлашҡанда һиҙмәгәнмен икән

Йөрәгемдең һиндә ҡалыуын

Ғүмер үткән һайын мин нығыраҡ

2)Һағынамын һине ауылым-тип сәхнә түренә саҡырбыҙ үҙәктән алып боронғо почтаға тиклем йәшәгән ҡыҙҙарҙы

-Ҡыҙҙар, рәхим итеп, “Батмус ” бейеүен ҡабул итегеҙ.

-Юҡҡамы ни һиңә ашҡыныуым

Хис ҡуҙында баҙрап яныуым

Әсәм элгән сәңгелдәгем һиндә

3)Атам йорто һиндә, Ҡыпсағым,-тип сәхнәгә сығырға ашҡынып тора Почтанан алып Бәлхиә инәйҙәргә тиклем һәм аръяҡта йәшәгән ҡыҙҙар. Рәхим итегеҙ.

-Һеҙҙең өсөн ауылыбыҙҙың ағинәйе Яҡупова Ғилмиә апай башҡарыуында йыр

- Аҡ ҡайындай аҡ күңелле халҡым

Саф йөрәктән ихлас ҡаршылай,

Көтөп торған туған-дуҫтар барҙа,

4)Ҡайтмай түҙергә һуң ҡайһылай-тип сәхнәгә рәхим итһендәр түбән ос ҡыҙҙары

-Мозафарова Таңһылыу һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан моңдарын бүләк итә.

- Ер-һыуыбыҙ имен булһын

Йәшәһен ауылыбыҙ

Ҡыпсаҡтың ҡәҙерен белеп

5)Шат йәшәйек ауылдаштар-тип сәхнәгә сыға һыртъяҡтар. Рәхим итегеҙ

-“Ҡайтауаз ”дар башҡарыуында йыр

- Тыуып-үҫкән яҡҡа һирәк ҡайтам,

Ләкин беләм: миңә ул терәк,

Йөрәгемдең иң түрендә йәшәй

Аҡ ҡайынлы ауылым

Таңдан ҡыҙҙар һыуға бара,

Бөгөлә билкәйҙәре,

Китер инде ҡыҙ балалар,

Ҡалдырып илкәйҙәрен.

- Бөгөнгө ҡыҙҙар байрамында иң бәләкәй Ҡыпсаҡ ҡыҙын билдәләп китмәйенсә булмай. Шулай итеп, иң бәләкәй Ҡыпсаҡ ҡыҙы-Галина Раушания. Рәхим итегеҙ сәхнәгә.

-Аҡ күңелле сибәр ағинәйҙәр,

Ауыл күрке матур апайҙар,

Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлап

Киләсәккә ҡарап атлайҙар.

Ауылыбыҙҙан сыҡҡан иң оло инәй Сөләймәнова Маһира инәй, тип билдәләгәйнек. Тик ул байрамда ҡатнаша алмай, шулай ҙа бүләк уға тапшырыласаҡ.

Шундай тап килеү Маһира инәй ошо көндө тап ошо көндө ауылға мәңгелеккә ҡайтты

-Сағыу, матур, милли кейемдәрҙә

Иман тулып балҡый йөҙөгөҙ,

Яҡты нурҙар сәсә күңелегеҙ,

Ауыл ҡото һеҙ бит үҙегеҙ. Ауылыбыҙҙа йәшәгән иң оло инәй Ишморатова Хәсибә инәй. Рәхим итегеҙ сәхнәгә.

- Ҡайҙа ғына йәшәһә лә

Бирешмәй Ҡыпсаҡ ҡыҙы.

Яҡшы эштәр эшләп

Данға күмә донъяны.

Был һүҙҙәр Башҡортостандың атҡаҙанған социаль хеҙмәткәре тигән исем алған Ҡыпсаҡ ҡыҙы Валиева Рабиға Мөхәмәтйән ҡыҙына арналған. Рәхим итегеҙ сәхнәгә

Һыу буйҙары ҡырсын ташлы,

Ташҡын йыуған таштарын,

Ҡыҙ балалар – ҡунаҡ ҡына,

Ҡайҙа китер баштары? -тип йырҙарҙа йырланһа ла, Ҡыпсағын ташлап китмәгән ауылына тоғро ҡыҙҙар бик күп. Шуларҙың иң өлкәне-Шагиева Рәшиҙә апай. Рәхим итегеҙ сәхнәгә

Яҙһын инде ҡыҙ балаға

Таштай-ҡомдай батырға,

Төшкән ерен иле итеп,

Гөрләп сәскә атырға!. Тигән теләктәр ауылыбыҙҙың иң йәш килене Аҡҡужина Менәүрәгә. Киләсәктә төптән егелеп ошондай байрамдар үткәреү һеҙҙең һымаҡ йәш килендәргә төшәсәк.

Бик йыш иҫләйем Ҡыпсаҡты

Ғүмерем уҙған һайын.

Йышыраҡ ҡайтаһы ине,

Булмай бит табып яйын...

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар,

Һаумыһығыҙ, тиң-тоштар!

Бер гөрләшеп ултырайыҡ

Имен саҡта тормоштар.

Ысынлап та рәхәтләнеп үҙебеҙҙең тыуған ерҙә ултырып сәйҙәр эсеп алайыҡ. Ә сәхнәне кемдәр музыкаль күстәнәс алып килгән, шуларға тапшырайыҡ. Тәүге күстәнәс Дания апай Искәндәрованан, аҙаҡ һәр кем сәхнәнән үҙ һөнәрен күрһәтте. Ойоштороусы ла, сценарий авторы ла, режиссеры ла Аккужина З.Н., Рәмилә Мырҙағәле ҡыҙына, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Ветерандар советы председателе Искандарова Дания апайға рәхмәт, бағыусылар Әлфирәгә, Көнһылыу апайға, Фирҙәүес апайға, һарыҡ менән тәьмин итеүсе Файза апайға рәхмәт. Байрам килендәр бешергән былау менән сәй эсеү менән тамамланды.