5 класта башҡорт әҙәбиәте дәресе.
Тема: Башҡортостан тауҙары . Т. Ғәниеваның “Уралиә тигән ил” әҫәре.
Маҡсат: Яҙыусының тыуған ил тураһындағы әҫәренә идея-тематик яҡтан анализ яһау күнекмәләрен нығытыу; “Уралиә тигән ил” әҫәренән өҙөк менән таныштырыу; шыма һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү; Тыуған илгә һөйөү хисе, тәбиғи байлыҡтарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Урал тауҙары тураһында презентация, карта, яҙыусы портреты, китаптары, компьютер, проектор, һүҙлектәр.
Дәрес барышы:
I.Фонетик минут.
Таҫыл минең халҡым,
Тау-урманлы ерем,
Тапҡыр һүҙле телем,
Таң ҡалырлыҡ илем.
II. Актуалләштереү .
Уҡытыусы: Шиғыр оҡшанымы? Был шиғыр миңә лә бик оҡшаны. Шиғырҙа нимә тураһында әйтелә?
Яҙыусы был шиғыры менән беҙгә нимә әйтергә теләй. Еребеҙ бөтә нимәгә бай булыуын,әлбиттә.
Ә хәҙер презентация ҡарап үтәйек. (Башҡортостан тауҙары)
Ниндәй тауҙар бар икән Башҡортостанда? Балалар иҫтәрендә ҡалған тау исемдәрен атай. Тимәк, дәрестә нимә тураһында һөйләрбеҙ?((Тауҙар тураһында)
III. Өй эшен тикшереп үтәйек. Яттан Н.Әминеваның “ Тыуған ер” шиғырын һөйләп үтәләр.
Бик матур һәм оҫта һөйләүселәрҙе билдәләп үтеү.
IV Яңы тема өҫтөндә эш.
1.Дәфтәргә число, теманы яҙҙырыу.Ҡыҫҡа белешмә яҙҙырыу.
Уҡытыусы һүҙе: Башҡортостандың картаһын ҡарайыҡ . Тәбиғи байлыҡтарын билдәйек. Тау һәм йылға-күлдәрен ҡарайыҡ.
Башҡортостанды тауҙар иле тип әйтергә мөмкин. Көньяҡ Уралдың армыттары республика территорияһының күберәк өлөшөн алып тора., 400 километрға тиклем һуҙыла.Шуларҙың иң ҙурҙарының исемдәрен дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.
Дәфтәргә яҙабыҙ
Уралтау һырттары: Баштау, Ҡырҡтытау,Ирәндек, Елмерҙәк, Ҡалыу, Алатау, Ҡаратау. Иң бейеге- Ямантау. Яңғыҙ ҡалҡып торған тауҙар ҙа бар. Уларҙы шихан тип йөрөтәләр. Шихандар: Торатау, Ҡуштау, Йөрәктау, Шахтау. Уларҙың һәр береһенең тип әйтерлек легендаһы бар.
2. Быйыл йәй Шахтау тураһында ниндәй хәбәрҙәр булды?
Алдан әҙерләнгән уҡыусынан һөйләтеү.
3.Тамара Ғәниеваның”Уралиә тигән ил” әкиәтен уҡытыусы ҡыҫҡаса һөйләп үтә (53-56-сы биттәр)
4.Уҡыусылар үҙ аллы уҡый һәм аңлашылмаған һүҙҙәрҙе билдәләп бара.
5.Һүҙлек эше. Уҡыусылар үҙҙәре билдәләген һүҙҙәрҙе әйтә һәм бергәләп мәғәнәһен аңлатабыҙ, һүҙлектәр менән эшләйбеҙ.
V. Ял минуты.
VI. Нығытыу.
55-се биттән ҡысҡырып уҡый башлайҙар һәм дауам итеп һәр уҡыусынан абзацлап уҡытам.
Үҙ аллы эш: 1се төркөм- тәбиғәтте һүрәтләгән һүҙбәйләнештәрҙе һайлап, 2-се төркөм – Аҡйылғаны күрергә килгән егеттәр исемен яҙып ала.
Һорауға яуап биреү:
Һеҙҙеңсә, егеттәрҙең исеме нимә һөйләй? Ниндәй йылға ул Аҡйылға?Ул ҡайҙан башлана? Ниндәй ил ул Уралиә?
Шахтауҙың бәхете өсөн көрәшеү- әҫәр идеяһын тағы бер ҡат дәлилләй түгелме?
Тимәк, Уралиә –беҙҙең Тыуған төйәгебеҙ.Аҡйылға- ҡәҙерле Ағиҙелебеҙ. Хоҙай тарафынан бирелгән тәбиғи байлыҡ кешеләргә байыу өсөн булырға тейеш түгел. Ул тәбиғи байлыҡ ата- бабаларыбыҙҙан беҙгә ҡалған, тимәк киләсәк быуындарға ла етергә тейеш.
VII. Дөйөмләштереү. Дәрестә нимә белдегеҙ? Нимә оҡшаны?
VIII. Өй эше : “Тыуған ер” ҡобайырын ятларға.
Баһалау.