СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Мифтахетдин Аҡмулла

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок о башкирском  поэте-просвететеле М.Акмулле 

Просмотр содержимого документа
«Мифтахетдин Аҡмулла»

Башҡортостан Республикаһы
« Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы муниципаль районы Ҡаран- Ҡунҡаҫ ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы








Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡорттарым,уҡыу кәрәк"

шиғыры буйынса

дәрес өлгөһө


Белем алыу-энә менән ҡойо ҡаҙыу”



Төҙөнө: башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Әсфәндиәрова Миләүшә Әхмәт ҡыҙы



2016 йыл

Дәрес темаһы: ”Белем алыу-энә менән ҡойо ҡаҙыу”

Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡорттарым,уҡыу кәрәк" шиғыры буйынса.


Класс: 9


Маҡсат: М.Аҡмулланың биографияһына байҡау яһау. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғырын тасуири уҡыу, тулы анализ биреү; уҡысыларҙың телмәрен байытыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

Бурыстар:

Белем биреүсе: үткән дәрестәге материалды нығытыу; М.Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғырын өйрәнеү, әһәмиәтен билдәләү, йөкмәткеһен үҙләштереү, анализлау; киләсәк быуынға фәһем булырлыҡ өндәүҙәре менән таныштырыу;

Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың иғтибарлығын үҫтереү; тексты анализлау белеү һәләтен үҫтереү; һүҙлек байлығын арттырыу; эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу; интеллект-карта һәм синквейн алымдарын нығытыу; башҡарған эштәрҙе Вотум системаһы аша үҙ аллы һәм дөрөҫ баһалау; аралашыу күнекмәләрен үҫтереү

Тәрбиәүи: Аҡмулланың тормошо өлгөһөндә уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу,әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү, үҙ эшеңә тәнҡит менән ҡарай белеүҙе тәрбиәләү; коллктивта эшләй белеү; туған әҙәбиәткә, музыкаға, шиғриәткә һөйөү тәрбиәләү; сығыш яһаусыны иғтибар менән тыңлау, коллктивта эшләй белеүҙе тәрбиәләү

Дәрес төрө: яңы материаль менән танышыу дәресе.

Йыһазландырыу: компьютер, ноутбук XMind йәки FreeMind программаһы менән, интернет селтәре, интерактив таҡта, М.Аҡмулланың китаптар күргәҙмәһе, карточкалар, аудиояҙма, һүҙлектәр.


Уҡыу-уҡытыу методтары һәм формалары: әңгәмә; анализ; диспут;

Предмет-ара бәйләнештәр: Башҡортостан мәҙәниәте, тарих.







Дәрестең технологик картаһы

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге

  1. Ойоштороу моменты. Маҡсат: дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙың коммуникатив эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар булдырыу. (2мин.)


Психологик инеш

- Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Уҡыусылар, һеҙ бөгөн мәктәпкә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ? Кәйефегеҙҙе күрһәтегеҙ әле! ( Уҡыусылар матур итеп йылмаялар) . Ошо матур кәйеф менән дәресте башлап ебәрәйек.


Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

4 “-ле,”5”-ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

Дәрескә әҙерләнеү.

Регулятив: үҙ-үҙеңде контролләү.

Коммуникатив: уҡытыусы, башҡа уҡыусылар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе планлаштырыу.

  1. Белемдәрҙе актулләштереү. Маҡсат: яңы материалды проблемалы асыу өсөн өйрәнелгән эшмәкәрлек юлдарын актуалләштереү.


Өйгә эште тикшереү өсөн төркәмләп эшләйбеҙ. Беренсе төркәм экранға иғтибар итеғеҙ. Интернет селтәре аша http://LearningApps.org/watch?v=p7ju6yvbj16 сервисына инеп, даталарҙы хронологик тәртиптә ҡуйырға

1.Мифтахетдин Аҡмулла нисәнсе йылда тыуған

2. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була.

3. Ҡазанда баҫылған «Ш.Мәржәни мәрҫиәһе» – шағир үҙе иҫән саҡта сыҡҡан берҙән-бер китабы.

4. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» шиғыры нисәнсе йылда табыла

5. Уҡытып йөрөгән сағында ҡаҙаҡ байы Иҫәнгилде менән нисәнсе йылда низағлаша.

6. Өфөгә килеп, Р.Фәхретдинов менән осраша.

7. Өфөлә Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл нисәнсе йылда асыла?

Икенсе төркөм. Ноутбукта эш (2 уҡыусы). Асҡыс һүҙҙәргә таянып , М.Аҡмулланың биографияһына байҡау яһау (экранда асҡыс һүҙҙәр яҙыла)

*Туҡһанбай ауылы



*Стәрлебаш.





*Уҡытыусы.











* Аҡмулла.



*Тәүге китабы.



Өсөнсө төркөм (2 уҡыусы) ноутбукта М.Аҡмулланың биографияһы буйынса интеллект-карта төҙөй.

Дүртенсе төркөм интеллект-картаны ҡулдан төшөрә.


Интеллект-карталар буйынса сығыштарҙы тыңлау

Афариндар! Һеҙ бик шәп булдығыҙ!

2 уҡыусы хронологик линейкала даталарҙы тәртипкә ҡуя.


1. 1831 йыл


2. 1850 йыл



3. 1892 йыл


4. 1931 йыл



5. 1867 йыл



6. 1894 йыл


7. 2008 йыл


Икенсе төркөм.




* 1831 йылда Миәкә района Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған

* М.Аҡмулла Стәрлебаш мәҙрәсәһендә суфый шағир Шәмсетдин Зәки менән таныша, уның дәрестәрен тыңлай;

* М.Аҡмулла үҙ заманы өсөн прогрессив ҡарашлы уҡытыу­сы булараҡ, балаларға дәресте үҙ телендә аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуя, ҡаҙаҡҡа – ҡаҙаҡса, баш­ҡортҡа баш­ҡортса һөйләй.

* Уҡымышлылығы, тура Һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн халыҡ уны Аҡмулла тип атай.

* 1892 йылда Ҡазанда баҫылған бары 15 битлек «Ш.Мәржәни мәрҫиәһе» – шағир үҙе иҫән саҡта сыҡҡан бер­ҙән-бер китабы. 

Өсөнсө төркөм интеллект-карта

(ярҙамға 1-се слайд)

Шәхси: мәғәнә булдырыу.



Регулятив: маҡсат булдырыу, планлаштырыу.


Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү һәм анализлау.

  1. Яңы теманы проблемалы аңлатыу. Маҡсат: яңы теманы проблемалы аңлатыу өсөн эпиграф юлдарын анализлау.



Дәресебеҙҙең маҡсатын белер өсөн таҡталағы эпиграфты хор менән уҡыйыҡ: “ Белем кәрәк, туғандарым. Белем менән тоторға кәрәк донъяны. Тик белем сыраҡтай яҡтыртыр һеҙҙең юлдарығыҙҙы. Белемле булһағыҙ, ҡояштай ялтырап торор тыуған илдәр. Белемгә таянып тереклек иткән халыҡтың юлы яҡты, киң, тормошо ныҡ. Һәр кемгә белем кәрәк. Һәр ҡайһығыҙ шуға тырышығыҙ. Белем арҡылы етешерһегеҙ, белем арҡылы хәлле булырһығыҙ. Белемде кәсәйтегеҙ!Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы Ҡулаев. Тәүге башҡорт алфавитын һәм “Әлифба”һын төҙөүсе.(2-се слайд)

Шулай итеп, эпиграфтан күренеүенсә, бөгөнгө һөйләшеү нимә тураһында булусаҡ?

Белем һәм Аҡмулла уларҙы үҙ ара нисек бәйләрһегеҙ?

Иғтибар итеғеҙ,мәғрифәтсе һүҙе һүҙлектә нисек аңлатыла.

-Уҡыусылар, таҡталағы “һүҙҙәр болото”на иғтибар итегеҙ. Һүҙҙәрҙән һәйләм төҙөй алырһығыҙмы?( 3-сө слайд)

-Афарин! Яҡшы! Бөгөн беҙ М.Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғырын уҡып, шиғырға анализ яһап, идея-тематик йөкмәткеһен асыҡларбыҙ.

Дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуйҙыҡ.


Эпиграфты анализлағанда үҙҙәренең фекерен әйтәләр, анализлайҙар.













Яуаптар



Яуаптар


мәғрифәтсе, аң-белем таратыусы

Башҡорттарым,уҡыу кәрәк


Коммуникатив: телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәре (тыңлау, уҡыу, һөйләү, яҙыу);

Уҡыусыларҙың уҡытыусы менән, уҡыусылар менән фекер алышыуы.

  1. Нығытыуҙың тәүге этабы.

Маҡсат: яңы эшмәкәрлек төрҙәрен үҙләштереү . Эш дауамында барлыҡҡа килгән ҡыйынлыҡтарҙы билдәләү.


  1. Инеш һүҙ.

“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк...” – мәшһүр шағирҙың иң мөһим әҫәрҙәренең береһе. Был шиғыр 1930 йылдарҙа Көнбайыш Себер, хәҙерге Ҡорған өлкәһе башҡорттары араһында Закир Шакиров тарафынан элекке бер ҡулъяҙманан күсереп алынған. 1960 йылдар уртаһында иһә Марсель Ҡотлоғәлләмовҡа уның өс строфаһын республикабыҙҙың Учалы районы Аҙнаш ауылы ҡарты Дәүләтша Мөхәмәтшин һөйләп биргән.

“Аҡмулла Салауаттан һуң беренсе тапҡыр, - тип яҙҙы профессор Ә. Харисов, - үҙ халҡына “башҡорттарым” тип ихлас күңелдән өндәшә, уны айырыуса бер ярһыныу менән мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра...”1 Быны уның аң-белемгә өндәп яҙылған, бөгөнгө көндә лә үҙ әһәмиәтен юғалтмаған “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғыры өлгөһөндә күрәбеҙ.

  1. Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.

  2. Һүҙлек эше: (4-се слайд)

Наҙан-безграмотный;

Аңыра – невежда;

Илтифат ит (ғ.) –обрати внимание, запомни;

Шәрафәттәр (ғ.) – хөрмәт, почет;

Афәт (ғ.)- бәлә-ҡаза, бәхетһеҙлек;

Әүлиә (ғ.) – ясновидящий;

Кәрамәт (ғ.) –чудо (мөғжизә);

Жәләл булыр (ғ.) –рәхәт булыр, бөйөклөк;

Хәләл – законный;

Ырыҫ – счастье;

Әмәл – способ, возможность;

Ғилем –знание.

3. Уҡыусылар эстән шыбырлап уҡып сығалар. Бер нисә уҡыусы шиғырҙы ҡысҡырып тасуири уҡып күрһәтә.

4. Шиғырҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эш. Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү. Һорауҙар ҡуйыу.

а.Аҡмулла башҡорттарҙы ни өсөн уҡырға, белем алырға саҡыра?

б.Белемдең кешегә файҙаһы бармы?

в.Ни өсөн шиғырҙа айыу, арыҫлан телгә алына.Ул һүҙҙәрҙең ҡулланышын аңлатығыҙ.

г.Шағир ниңә наҙанлыҡтан ҡурҡырға кәрәк ти?

д.Автор шиғырҙа ниндәй өндәш һүҙҙәр ҡулланған? (таптырып уҡытыу) Өндәш һүҙҙәр ни өсөн кәрәк? Улар ниндәй стилгә хас?

е. Был шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһе нимәлә? Бөгөнгө көндә лә актуаль яңғыраймы?

Ял минуты. (5-се слайд)

Йыр тыңлатыу. «Ҡаруанһарай» төркөмө башҡарыуында М.Аҡмулла һүҙҙәренә «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» йыры. ( 1-се куплетын йырлау)

Төркөмдә карточкалар менән эш

1 – се төркөм - Шиғырҙан һүрәтләү сараларын табығыҙ.


2- се төркөм - Уҡыуҙың, белемдең кәрәклеге тураһында мәҡәл булырҙай, тәрән фекерле ниндәй һөйләмдәрҙе билдәләргә булыр ине?


3-сө төркөм - “Белем” һүҙенә синквейн төҙөргә .


4- се төркөм - “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғырына интеллект-карта төҙөргә. (6-сы слайд)


5-се төркөм - шиғырҙа төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе дөрөҫ һайлап ҡуйығыҙ.

(http://LearningApps.org/display?v=paoon05j316

сервисында эш)

Башҡорттарым,    кәрәк,    кәрәк!
Арабыҙҙа   күп, уҡыу һирәк.

   айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй,   , наҙанлыҡтан   кәрәк!   : уҡыуҙалыр шәрәфәттәр,

 килә ятыр ҙур әфәттәр.
Уҡығандар   осор, һыуҙа  ,
Юҡтыр унда , кәрамәттәр.


Төркөмгә бирелгән эштәрҙе башҡаралар.

Эш тикшерелә.



























Аңлашылмаған һүҙҙәрҙәң мәғәнәһен слайдтарға ҡарап күсереп яҙалар.
















Мәғлүмәт табалар, үҙ фекерҙәрен телдән әйтәләр.


Бирелгән һорауҙарға телдән яуап бирәләр. (Белем – яҡтылыҡ, тормошобоҙ яҡшыраҡ, мәғәнәлерәк булһын өсөн юлыбыҙҙы яҡтыртып тороусы нур.)


Уҡыусылар табып уҡыйҙар


Авторҙың тыңлаусыларға мөрәжәғәтен йәнләндереп ебәрә, иғтибарҙы көсәйтә. Был публицистик стиль өсөн генә хас элементтарҙың береһе.











1.Эпитеттар: аңра айыу, ҙур афәт, көслө батыр.

Метафора: дәүләт шишмәһе.

Антонимдар: наҙанлыҡ – белемлек;

Харам – хәләл;

Төн-көн;

Төш-өн;

Күп-һирәк.

Синонимдар: уҡыу, белемлелек, ғилем.

Сағыштырыуҙар: аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай

2. Наҙалыҡтан ҡурҡыу кәрәк;

Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай;

Белемлелек арыҫландан көслө батыр;

Наҙанлыҡтан килер бәхетһеҙлек.


Интеллект-карталарны яҡлау. Төркөмдән бер уҡыусы таҡтала эште яҡлай. (электрон һәрәттәрҙе алдан әҙерләп килергә ҡушыла)



Йомғаҡлау, уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр, диспут.



























Анализлау





















Әхлаҡи-эстетик баһа: белем һәм наҙанлыҡ тураһында уйланыуҙар, анализ аша әхлаки позиция формалаштырыу.


Танып белеү: сағыштырыу, баһалау.


Коммуникатив: мәғлүмәт биреү һәм әҫәрҙең йөкмәткеһен сағылдырыу.

Коммуникатив: уҡытыусы, башҡа уҡыусылар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе планлаштырыу.


Регулятив: маҡсат булдырыу, планлаштырыу, материалды тәҡдим итеү


Йомғаҡлау. Маҡсат: алған белемдәрҙе нығытыу.


Дәресебеҙҙең эпиграфын иҫкә төшөрәйек. Бөгөн дәрес бик фәһемле булды, күп файҙалы мәғлүмәттәр алдыҡ. Аҡмулла яҡты донъябыҙҙа юҡ, ләкин уның исеме, ижади емештәре мәңге беҙҙең арала йәшәйәсәк. Ошондай арҙаҡлы шәхестәрҙән өлгө алып, Тыуған илебеҙҙе алға алып барырлыҡ аҡыллы,белемле, тәртипле,саф күңелле, ҡыйыу уҡыусылар булып үҫегеҙ. Белем алыу еңел түгел ул, ләкин тырышырға кәрәк. Хатта халыҡ мәҡәләһендә лә ошолай тип әйтелә: ”Белем алыу-энә менән ҡойо ҡаҙыу”-ул. (7-се слайд)


Яуаптар тыңлана



Рефлексия.

-Бөгөнгө дәрестә нимәләр эшләнек һәм нимәләр тураһында белдек

Белемдәрен тикшереү, баһалау. http://LearningApps.org/display?v=pj1gp861v16 сервисында викторина һорауҙарына яуап биреү.

Һорауҙар:

1. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» шиғыры нисәнсе йылда табыла (1931, 1831, 1895)

2.Аҡмулла һүҙе нимәне аңлата? ( а)уҡымышлы, тура һүҙле, ғәҙел; б) изге, иманлы, аҡыллы; в) инсафлы, саф, олпат.)

3.“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғыры нимә тураһында? ( а)дуҫлыҡ. б)әҙәп-әхлаҡ. в) ғилем.)

4.Аҡмулла ҡайһы яҡтарҙа мөғәллимлек иткән? ( а)ҡаҙаҡ далаларында; б) урыҫтар араһында; в)татарҙар араһында.)

5. Мәғрифәтсе-шағир иҫтәлегенә һәйкәл ҡайҙа урынлашҡан? (а) БДУ алдында, б)БДПУ алдында, в)Сибай ҡалаһында)

Башта үҙбаһаны тыңлыу. Уҡытыусы баһалауы.



Эштең һөҙөмтәһен анализлау.















Танып белеү: сағыштырыу, баһалау.

Өйгә эш биреү (8-се слайд)

М.Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын ятларға. (мотлаҡ).

Һайлап алыуға:

  1. ”Белем алыу-энә менән ҡойо ҡаҙыу” - уйланыуға ҡоролған инша яҙырға.

  2. М. Аҡмулланың тормошо, ижады хаҡында викторина һорауҙары төҙөргә

  3. Белем, ғилем хаҡында мәҡәл- әйтемдәр яҙып алып килергә


Өйгә эште алыу.




Ҡулланылған әҙәбиәт:

Абдрахикова Г.Х., Хисаметдинова Ф.Ғ. “Уҡытыусыға ярҙамға”.Өфө, 2006.

Харисов Ә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965.

Интернет селтәре:

http://LearningApps.org/display?v=paoon05j316

http://LearningApps.org/watch?v=p7ju6yvbj16


1 Харисов Ә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965. – 347-се бит.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!