СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 27.05.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по башкирской литературе, 5-9 классы

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе этабы - V-VIII кластарҙа белем һәм тәрбиә биреү айырым әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү һәм әҙәбиәт ғилеме (әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы), тел белеме (лексика, фразеология) буйынса элементтар мәғлүмәт системаһын үҙләштереү юлы менән алып барыла. Урта мәктәптәрҙең IX –XI кластарында әҙәбиәт тарихы үҙләштерелә.

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по башкирской литературе, 5-9 классы»

  1. Башҡорт әҙәбиәте” предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)

«Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

  • шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;

  • танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, интернет-ресурс һ.б.).

Метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  • проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;

  • эшмәкәрлекте үҙ оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;

  • төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

Фән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  1. танып белеү сфераһында:

  • башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;

  • художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;

  • әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);

  • әҙәби әҫәрҙе анализлағанда элементтар, әҙәби терминдар менән эш итә аллы ойоштороу белеү;

  1. ҡиммәт-ориентация сфераһында:

  • башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;

  • башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;

  • өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);

  • автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;

  1. коммуникатив сферала:

  • төрлө жанрҙарҙа яҙылған, әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен ҡабул итеү;

  • проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;

  • тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;

  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәни темаларға рефераттар яҙыу;

  1. эстетик сферала:

  • һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;

  • башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.


II. Башҡорт әҙәбиәте предметының йөкмәткеһе

Урта мәктәптәр өсөн төҙөлгән программаларҙы уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен, белем кимәлдәрен иҫәпкә алыу нигеҙендә өс этапҡа бүлеп ҡарарға мөмкин.

Башланғыс кластарҙа белем һәм күнекмәләр, аңлатмалы уҡыу, уҡығанды һөйләү күнекмәләрен үҫтереүгә, әҙәби текстар ярҙамында тәрбиә биреү, белемдәрен киңәйтеү маҡсаттарына йүнәлтелә.

Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе этабы - V-VIII кластарҙа белем һәм тәрбиә биреү айырым әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү һәм әҙәбиәт ғилеме (әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы), тел белеме (лексика, фразеология) буйынса элементтар мәғлүмәт системаһын үҙләштереү юлы менән алып барыла. Урта мәктәптәрҙең IX –XI кластарында әҙәбиәт тарихы үҙләштерелә.

Уҡытыуҙың урта звеноһы (V- VI) кластар программаһында әҙәби әҫәрҙәр тематик принципта, VII-VIII кластарҙа тарихи хронологик тәртиптә урынлаштырыла.

VII-VIII кластарҙа тарихи хронологик принцип шартлы рәүештә индерелә һәм уны эҙмә-эҙлекле һаҡлау күҙ уңында тотолмай, шулай булыуға ҡарамаҫтан, әҫәрҙәрҙе был принцип нигеҙендә урынлаштырыу уларҙың конкрет осор, тарихи ваҡиғалар менән бәйләнешен тәрәнерәк төшөнөргә ярҙам итә.

V-VI кластар программаһына ингән әҫәрҙәр уҡыусыларҙың уратып алған тормош тураһында мәғлүмәттәрен байыта, тормошто аңларға өйрәтә, эстетик зауығын үҫтерә.

Уҡытыуҙың һәр баҫҡысында халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҙур урын бирелә. Фольклор әҫәрҙәре һәр класс һайын ябайҙан ҡатмарлыға барыу принцибы нигеҙендә өйрәнелә.

V-VIII класс уҡыусылары, әҫәрҙәрҙе уҡып, уларҙың идея йөкмәткеһен һәм художество үҙенсәлектәрен үҙләштереү менән бергә, әҙәбиәт теорияһы буйынса белем ала.

V-VI кластарҙа уҡыусылар поэтик тел һәм художестволы форманың айырым үҙенсәлектәре өҫтөндә практик күҙәтеүҙәр алып бара. VII-VIII кластарҙа әҙәбиәт теорияһынан белем киңерәк күләмдә бирелә. Был теоретик мәғлүмәттәр матур әҙәбиәттең спецификаһын, идея-эстетик йөкмәткеһен, композиция, жанр һәм тел үҙенсәлектәрен аңлауға хеҙмәт итә.

Мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар нигеҙендә программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибар көсәйтелгән, унда телмәр үҫтереү буйынса махсус бүлек, һәр класта үткәрелә торған эштәр һәм биремдәр күрһәтелгән.

Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса һәм тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләй һәм яҙа белеү, һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәткеһенә һәм яҙма эштәргә план төҙөү, әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу күҙҙә тотола.

Программала кластан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге лә бирелә. Айырыуса әһәмиәтле әҫәрҙәрҙе класта уҡыу, өҙөктәрен ятҡа һөйләтеү, анализ яһау күнекмәләре ҡаралған.

Программала ятлау өсөн әҫәрҙәр исемлеге лә тәҡдим ителә. Был әҫәрҙәр уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү өсөн мөһим.

Программаның аңлатма яҙыуында әҙәбиәт уҡытыуҙың бурыстары, йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө, конкрет әҫәрҙәре, әҙәбиәт теорияһы буйынса мәғлүмәттәрҙе өйрәнеү методтары, һөйләү һәм яҙыу телен үҫтереү, кластан тыш уҡыу мәсьәләләре яҡтыртылды.


5 - се класс
(105 сәғәт, аҙнаға 3 сәғәт)


Инеш.Уҡыусыларға һүҙ . Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны (1с)


Беренсе бүлек. Белем бар байлыҡтан да артыҡ (5 с)

Мәжит Ғафури. “Нурлы мәктәп” шиғыры

Шиғырҙың йөкмәткеһен өйрәнеү, белем алыуҙың әһәмиәтен аңлатыу.

Рәшит Ниғмәти “Хәйерле юл һеҙгә!” шиғыры

Уҡыусыларҙың йәйге каникулын һәм беренсе сентябрҙы тасуирлау. Уҡытыусы образы. Әҫәр теленең образлығы тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Раил Байбулатов “Ағас һәйкәл” хикәйәһе

Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, тәрбиә мәсьәләләре, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү.

Ризаитдин Фәхретдин. “Белем” («Нәсихәттәр») китабынан

Дин әһеленең ижады менән таныштырыу, нәсихәттәре, уларҙың фәһемле яктары тураһында аңлатыу.


Икенсе бүлек. Уҡытыусы – ул ҙур исем (3 с)

Мостай Кәрим. ”Уҡытыусыма”. Шиғырҙың йөкмәткеһе. Уҡытыусы һөнәренә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Назар Нәжми. “Беренсе дәрес”. Шиғырҙың яҙылыу тарихын асыҡлау.

Лира Яҡшыбаева. “Бәхетең үҙең менән”. Хикәйәлә күтәрелгән проблемены таба белеү, яҙыусының позицияһын билдәләү.


Өсөнсө бүлек. Килеп етте көҙҙөң алтыны (5 с)

Дауыт Юлтый. ”Көҙ”. Лирик геройҙың урынын билдәләү. Матурлыҡты тойоу хистәре тәрбиәләү.

Али Карнай “ Урманда”. Тасуирлау тураһында. Хикәйәнең төп темаһын һәм образдар системаһын аңлатыу. Урмандағы йәнлектәрҙе күҙәтә белергә өйрәтеү.

Ғилемдар Рамазанов. “Ураҡ өҫтө“. Сағыштырыу тураһында. Шиғырҙа игенсе образын данлау. Игенсе образы.

Фәрзәнә Аҡбулатова. “Атай икмәге“. Хикәйә тураһында. Хикәйәнең сюжет ҡоролошо менән таныштырыу һуғыш алып килгән фажиғәләрҙе аңларға, икмәкте ҡәҙеләргә өйрәтеү.


Дүртенсе бүлек. Күңел күрке – тел (3 с)

Ҡәҙим Аралбай. «Башҡорт теле”. Шиғырҙың идея-тематик мәғәнәһен төшөндөрөү, башҡорт теленә ғорурлыҡ һәм ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

Баязит Бикбай. “Туған тел “ ,“Рус теле”. Шиғырҙарҙарҙа туған тел һәм рус теленең тотҡан әһәмиәтен, матурлығын, байлығын данлау, телгә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү .

Хәйҙәр Тапаҡов. «Бибинур «улуәсәй». Хикәйә жанрында образдар менән таныштырыү. Туған телгә һәм өлкәндәргә ихтирам тәрбиәләү.

Бишенсе бүлек. Уҡып барған һәр бер юлым, һәр бер һүҙем,

Була минең юл күрһәтеүсе йондоҙом. (4 с)

Мәжит Ғафури. “Балалар һәм китап”. Шиғырҙың идея-тематик мәғәнәһен төшөндөрөү, китапҡа ҡарата ғорурлыҡ һәм ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

Динис Бүләков. «Яралы китап”. Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, китапҡа ҡарата ғорурлыҡ һәм ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

Яҡуп Ҡолмой. «Ҡыҙыҡлы китап”. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, автор позицияһын билдәләү.

Нәжип Иҙелбай. «Иң яҡын дуҫ”. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, китап культы тәрбиәләү.

Ризаитдин Фәхретдин. “Китап һәм уҡыу.”(«Нәсихәттәр») китабынан

Китап уҡыуҙың әһәмиәтен аңлатыу.


Алтынсы бүлек. Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтер (13 с.)

Башҡорт халыҡ ижады. Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы, фольклор һәм яҙма әҙәбиәт.

Әкиәттәр. «Алпамыша батыр”. Әкиәттең идеяһын асыу, образдарға характеристика. Батырлыҡ төшөнсәһен тәрәнәйтеү.

“Әминбәк”. Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү. Хеҙмәттең кешегә бәхет,шатлыҡ килтереүен аңлатыу.

Синоним һәм омонимдар тураһында төшөнсә.

«Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән”. Халыҡтың хеҙмәтте юғары баһалауы һәм хеҙмәткә өндәү идеяһы. Әкиәттәге төп образдар.

Антонимдар тураһында төшөнсә.

“Айыу менән бал ҡорттары”. Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү. Башҡорт халыҡ әкиәттәренең бер төрө булараҡ хайуандар тураһындағы әкиәттәр менән таныштырыу. Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү.

Йомаҡтар. Уларҙа халыҡтың тапҡыр аҡылы, зирәклеге, ижади фантазияһының сағылыуы. Йомаҡтарҙың образлылығы, тематик төрлөлөгө һәм художество үҙенсәлеге.

Мәҡәлдәр. Халыҡтың зирәклеген, тапҡыр аҡылын сағылдырыусы ҡыҫҡа теҙмә әҫәр булыу яғынан мәҡәл. Тыуған ил, тәбиғәт, хеҙмәт, халыҡ азатлығы өсөн көрәш, батырлыҡ, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр.

Башҡорт халыҡ йырҙары. Оҙон һәм ҡыҫҡа көйлө йырҙар. Таҡмаҡтар. Уларҙың айырмаһы, художество үҙенсәлектәре. Йырҙарҙың халыҡ һәм айырым яҙыусылар тарафынан ижад ителеүе.


Етенсе бүлек. Боронғонан аманат (5 с.)

Салауат Юлаев. “Ҡайтып киләм”, “Яуҙа яраланғас”, “Йырҙарҙан”. Салауат Юлаев шиғырҙарының идея-тематик йөкмәткеһен аңларға өйрәнеү. Героик шәхес өлгөһөндә ғорурлыҡ тәрбиәләү.

Ғәбдерәхим Усман. “Егет булһаң”. Боронғо әҙәбиәт өлгөләре менән таныштырыу. Дәүергә хас булған әҫәрҙәрҙең темаларын асыҡлау.

“Ҡармасан менән Сәрмәсән” («Һуңғы Һартай» әҫәренән өҙөк). Әҫәрҙең күп йөкмәткеле булыуын уҡыусыларға еткереү, әҫәрҙең теленә иғтибар биреү.

Сафуан Яҡшығолов. “Дим буйында яҙғы таң”. Шиғырҙа лирик герой образын асыу , тәбиғәткә һөйөү уятыу, тыуған яҡҡа ихтирам тәрбиәләү.

Ямалетдин Юмаев. “Шәкерт”. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен билдәләү, белемгә, уҡыуға ынтылыш, китапҡа ихтирам тәрбиәләү.


Һигеҙенсе бүлек. Килеп етте ҡыштың һыуығы (4 с)

Назар Нәжми. “Беренсе ҡар”. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү. Лирик геройҙың сағылышын аңлатыу.

Гөлфиә Юнысова. “Ҡотло булһын Яңы йыл!”. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү. Лирик геройҙың сағылышын аңлатыу.

Сәрүәр Сурина. “Ҡышты ҡаршылағанда”. Сценарийҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, үҙенсәлеген билдәләү.

Хәсән Назар. “Яуа ҡарҙар”. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, лирик геройҙың үҙенсәлеге менән таныштырыу.


Туғыҙынсы бүлек. Башҡортостан – тыуған төйәгем (5 с)

Рәми Ғарипов. “Башҡортостан”. Шағирҙың тормош һәм ижад юлын иҫкә төшөрөү, шиғырҙа автор позицияһын билдәләү.

Ирек Кинйәбулатов. “Дуҫлыҡ төйәге”. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, шағирҙың эмоциональ хистәренең сағылышын күҙәтеү, халыҡ-ара дуҫлыҡ , милләттәргә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

Мостай Кәрим. “ Өс таған” (Повестан өҙөк).Проза әҫәренең үҙенсәлектәре һәм автобиографик характерҙағы әҫәрҙәр тураһында төшөнсә биреү. Әҫәрҙең идеяһы һәм образдары.


Унынсы бүлек. Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаҫ,

Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ (3 с)

Рәшит Шәкүр. «Урал батыр иле – сал Урал”. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, Тыуған илгә, ергә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү, туған телде ҡәҙерләүсе, белемле, илен , халҡын һаҡларҙай йәш быуынды тәрбиәләү.

Рәшит Ниғмәти. “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”. Йөкмәткеһен үҙләштереү, идея-тематик йөкмәткеһен асыу илһөйәрлек хисен көсәйтеү.

Айһылыу Йәғәфәрова. “Урал иле”. Әкиәттең йөкмәткеһен өйрәнеү, әҫәр аша әкиәттәргә, ер-һыу, йондоҙ атамаларының килеп сығышына ҡыҙыҡһыныу уятыу.


Ун беренсе бүлек. Изгеләрҙән – изге әсәйҙәр (3 с)

Кәтибә Кинйәбулатова. «Әсә күңеле”. Хәсән Назар. “Таҡта сәй”. Ғәйфулла Вәлиев. “Әсәйем фатихаһы”. Шиғырҙарҙың йөкмәткеһен үҙләштереү. Әсәләргә һөйөү , ихтирам тәрбиәләү.


Ун икенсе бүлек. Яҙ килә, яҙ! (3 с)

Рәшит Назаров. «Яҙ башы”. Әҙәби әҫәрҙең матурлығын күрергә өйрәтеү баланың рухи донъяһын байытыу, эстетик зауығын үҫтереү. Эпитет тураһында.

Динис Бүләков. “Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет“.(«Эҫе ҡар» повесынан өҙөк). Әҫәрҙең идея-проблематикаһын асыҡлау. Тормошта ауыр хәлдәр килеп тыуһа юғалып ҡалмауҙарын. Игелекле булыуҙарын тәрбиәләү.

Шәриф Биҡҡол. ” Яҙғы уйҙар”. Шиғырҙың йөкмәткеһен өйрәнеү, Тыуған илгә һөйөү уятыу.


Ун өсөнсө бүлек. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай (3 с)

Рәшит Ниғмәти шиғыры, Заһир Исмәғилев музыкаһы. “Еңеүселәргә дан.”

Йәмил Мостафин. “Ыласын”.

Мостай Кәрим. “Билдәһеҙ һалдат”. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһе тыуған ил тарихына, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына ҡарата һаҡсыл ҡараш, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү.


Ун дүртенсе бүлек. Тәбиғәт донъяһында (4 с)

Рәми Ғарипов. “Һабантурғай”. Али Карнай.” Турғай”. Әҫәрҙәрҙе өйрәнеү. Балалар күңелендә тәбиғәткә һөйөү уятыу. Турғай образы.

Зөлфәр Хисмәтуллин. “Урман ҡунағы”. Әҫәрҙә яҙғы урман тәбиғәтен, йәнлектәрҙе һүрәтләү. Олатай һәм уның ейәне, уларҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте.

Тимер Йосопов. “Ерән Ҡашҡа”. Сәғит Ағиш. “Турыҡай”. Хикәйә һәм шиғырҙың идея йөкмәткеһе, образдары художестволы үҙенсәлектәре.


Ун бишенсе бүлек. Йәмле йәй килде (4 с)

Кәтибә Кинйәбулатова. “Барыһы тыуған еремдә.” Йөкмәткеһе, тыуған еребеҙҙең матур тәбиғәтенә, Тыуған илебеҙгә һөйөү уятыу.

Фәрит Иҫәнғолов. “ Хәмит күпере”. Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, характеристика тураһында төшөнсә. Халыҡ тарихына, үткәненә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү .

Абдулхаҡ Игебаев. “Һыу буйында балыҡсы”. Шиғырҙың идея проблематикаһы. Тәбиғәткә, донъяға ҡарата мөхәббәт тойғоһо уятыу.

Мөслим Әбсәләмов. “Йомағужа тирәктәре”. Хикәйәнең йөкмәткеһе, образдар системаһы, тыуған ергә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү .


Ун алтынсы бүлек. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте (3 с)

Муса Йәлил.” Йырҙарым”. Шиғырҙың идеяһы, ватансылыҡ төшөнсәһе. Тыуған халҡына тоғролоҡ тәрбиәләү.

Дәрдмәнд. “Нурый менән Зәйнәб”, “Бер хазина”. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһе, образдар системаһы. Ата-әсә һәм балалар араһындағы мөнәсәбәттәр мәсьәләһе.

Сабит Моҡанов. “Минең республикам“. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү. Илһөйәрлек һәм халыҡтар дуҫлығы тойғоһо тәрбиәләү.

Тыуған яҡ әҙәбиәте.(3 сәғәт)



6 - сы класс
(70сәғәт, аҙнаға 2 сәғәт)


Беренсе бүлек

З.Биишева. “Башҡорт теле”. Р.Мифтахов.” Һүҙ”. “ Башла!”. Ғ.Хөсәйенов.

” Мөҡәддәс”. “Бер ҡасан да”. “ Әсәм теле – сәсән теле”. Ш.Биҡҡол. “Яңырыу“. Әҫәрҙәрҙә яҡтылыҡты, яңылыҡты данлау, йәмғиәтте яңыртыу, үҙгәртеүгә саҡырыу. Кешелек тормошонда һүҙҙең әһәмиәтен, туған телдең матурлығын, нәфислеген данлау.

Икенсе бүлек

Р.Бикбаев. ”Уралыма”. “Салауат ҡылысы”. Ә.Атнабаев. “Салауат менән һөйләшеү”. С.Шәрипов. “Яҙмыш менән алыш”. М.Ғәли. “Ҡайт, Салауат! “Шиғырҙарҙа халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәшен, Салауат исеменең үлемһеҙлеген, халыҡ тарихындағы ролен күрһәтеү.


Өсөнсө бүлек

Боронғонан аманат.“Урал батыр”.“Аҡъял батыр”. Батырҙар тураһында әкиәттәр. “Ҡариҙел”. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһе. Батырҙар образында халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡҡа хеҙмәт итеү идеяһының сағылышы. Әкиәттәрҙең художестволы үҙенсәлектәре,теленең байлығы,образлылығы.

Легенда тураһында

Бәйеттәр тураһында төшөнсә. Уларҙың тарихи ерлеге, тематикаһы, үҙенсәлектәре: сюжетлы булыуы ,йырҙар менән оҡшашлығы.

Герман һуғышы бәйеттәре”. Беренсе Бөтә донъя картиналарын кәүҙәләндереү. Һалдаттар араһында революцион фекерҙең тарала башлауын, уларҙың азатлыҡҡа, тыныс тормошҡа ынтылыуын күрһәтеү.

Алтмыш ике партизан бәйете”. “Дон далаларында”. “Мәскәүҙән киттек, Берлинға еттек”. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыр һалдат юлын бәйән итеү. Бәйеттәрҙең яңы йөкмәткеле, яңы идея йүнәлешле һәм оптимистик характерҙа булыуы.

Таҡмаҡтар тураһында. Исемһеҙ таҡмаҡтар. Исемле таҡмаҡтар. Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт егеттәренең батырлыҡтарын,еңеүгә ышанысын һәм рух күтәренкелеген күрһәтеү.

Көләмәстәр тураһында төшөнсә. Көләмәстәрҙә халыҡҡа хас үткер аҡыллылыҡтың сағылышы. Уларҙың әһәмиәте.


Дүртенсе бүлек

Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ. Ҡол Ғәли. “Йософтың матурлығы”. Табын ҡәбиләһенең ҡара табын ырыуы шәжәрәһе. Шәжәрә тураһында.


Бишенсе бүлек.

Ш.Бабич. “Башҡортостан”. “Тупраҡ”. Ф.Туғыҙбаева. “Әй, яҙмышым минең!”. Шиғырҙарҙа тыуған ерҙе һағыныу, уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы. Шиғыр теле өҫтөндә күҙәтеүҙәр.

Я.Хамматов. “Ғәйзулла” (“Бөртөкләп йыйыла алтын” романынан өҙөк). Әҫәрҙә сағылдырылған осор, идея-тематик йөкмәткеһе, төп образдар, тел-стиль үҙенсәлектәре өҫтөндә күҙәтеү. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

Р.Солтангәрәев. “Осто бөркөт”. Әҫәрҙә граждандар осоронда Муса Мортазиндың батырлыҡтарын, хәрби данын, фажиғәле һәләкәтен тасуирлау. Шул осорға хас булған хаталарҙы, уларҙың сәбәптәрен аңлатыу.

Т.Йосопов. “Күңел тула”.Шиғырҙа халыҡ тарихы, халыҡ тормошо тураһында уйланыуҙар, халыҡҡа тыныс, бәхетле тормош теләү.



Алтынсы бүлек

Р.Назаров. “ Бәхет”. “ Офоҡтағы ҡояш”. “Башҡорт”. Р.Ғарипов. “Һағыш”. “Ялан сәскәләре”. Шиғырҙа тыуған ерҙе һағыныу, уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы. Шиғыр теле өҫтөндә күҙәтеүҙәр. Шиғри телмәр тураһында

С.Ағиш. “Ҡунаҡ һәм намыҫ”. Хикәйәлә халыҡ характерына хас күңел күркәмлеген, кешеләр араһындағы матур ғәҙәттәрҙе тасуирлау. Характеристика тураһында

Х.Назар. “Бөрйәндә”. “Тауҙар”. Шиғырҙарҙа тәбиғәттең көс-ҡеүәтен, бөйөклөгөн данлау, уны халыҡтың көсө, ҡеүәте, күңел күркәмлеге менән сағыштырыу.


Етенсе бүлек

М.Харис . “ Хат”. “Онотмаһын мине Тыуған ил”. Шиғырҙарҙа Ватан һуғышы яугирҙарына хас батырлыҡ, тыуған илгә бирелгәнлек сифаттарын кәүҙәләндереү.

Ә.Вахитов. “Ир ҡанаты” (әҫәрҙән өҙөк). Хикәйәлә сағылдырылған осор. Мөхәмәтулла бабай образында халыҡ характерына хас күркәм сифаттарҙың сағылышы. Ғәҙеллек, шәфкәтлелекте хуплау идеяһы.

Ҡ.Аралбай. “Көмөш миҙалдар”. Әсә образы аша хеҙмәттең бөйөклөгөн, фиҙакәрлекте, рухи ныҡлыҡты данлау. Р.Насыров. “Ил балаһы Шакирйән.” Ә.Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә.” (повесттан өҙөк). Ш.Мөхәмәтйәнов хаҡында яңы мәғлүмәттәр. Уның тормошо менән бәйле ваҡиғалар, характер үҙенсәлектәре. Исеменең үлемһеҙлек яулауы.


Һигеҙенсе бүлек

Р.Хисаметдинова. “Эй бала саҡ!”. Ф.Чанышева.”Мәрхәмәтле еҙә табаным», “ Икмәк еҫе”. Г.Юнысова. “Әсәкәйем һыйыр һауа”. Йәнләндереү тураһында. Ата-әсә, бала араһындағы яғымлы, йылы мөнәсәбәтте сағылдырыу. Ололар биргән һабаҡтын балаларҙың рухи үҫешендәге әһәмиәтен сағылдырыу. Кеше хеҙмәтен юғары баһалау, икмәкте ҙурлау, уға хөрмәт тәрбиәләү.

З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ “(әҫәрҙән өҙөктәр). Әҫәрҙә балалар тормошон, уларҙың дуҫлыҡҡа, хеҙмәткә мөнәсәбәттәрен сағылдырыу. Юлдаш, Ҡыҙырас образдары. Пейзаж.


Туғыҙынсы бүлек

А.Игебаев. ”Яҙ башында”. Н.Нәжми. “Яҡты яҙ”. Г.Юнысова. “Умырзая”. Яҙҙың билдәләрен, шатлыҡлы хистәр уятыуын, матурлығын тасуирлау. Ә.Хәкимов. “Ҡарт һалдат, йәш һалдат”. Ҡарт һалдат һәм йәш һалдат образдары. Уларҙың һуғышҡа мөнәсәбәте араһындағы айырма. Образадар, уларҙың айырым, оҡшаш яҡтарын асыу. Образ тураһында төшөнсә.





Унынсы бүлек

Ғ.Туҡай. “Йәй көнөндә”. “Йәйге таң хәтирәһе”. Шиғырҙырҙа һүрәтләнгән тәбиғәт күренештәрен күҙ алдына баҫтырыу, шиғыр һүҙҙәрен ҡулланып тәбиғәт картиналарын күрһәтеү.

М.Кәрим. “Ләйсән”. Р.Ниғмәти. “Йәйге ямғыр”. Шиғырҙарҙа тыуған тәбиғәт күренештәрен тасуирлау. Образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе ҡулланып тасуирлау күнекмәләрен үҫтереү.

Г.Юнысова. “Беҙ ултыртҡан баҡса “. “Һау бул, мәктәп!”. Шиғырҙарҙың йөкмәткеһе. Образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе ҡулланып тасуирлау күнекмәләрен үҫтереү.



7 - се класс
(70 сәғәт, аҙнаға 2 сәғәт)



М.Ямалетдинов. “Көрәш, кеше!”

И. Диҡҡәт. “Башҡорт көсө”.

Ғ. Хөсәйенов. «Ете ырыу»», «Алдар батыр ҡиссаһы» әҫәрҙәре .

Әҫәрҙәрҙә сағылдырылған тарихи осорҙар. Халыҡты берҙәмлеккә саҡырыу, халыҡтың тормош-көн­күреше, социаль һәм милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы кө­рәш картиналары. Халыҡтың батырҙарса көрәшен һәм фа­жиғәле яҙмышын һүрәтләү. Аҡһаҡалдар һәм ил батырҙа­ры. Алдар образы. Әҫәрҙәге ыңғай һәм кире образдар.

Б. Рафиҡов. “Эйәрләнгән ат” (тарихи фараз)

Яҙыусының биографияһы. Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Был осорҙа башҡорт халҡының тормош-көнкүреше.

Я. Хамматов. “Төньяҡ амурҙары”.

Яҙыусының биографияһы. “Төнъяҡ амурҙары” әҫәрендә 19 быуат башында башҡорт халҡы тормошон төрлө яҡлап һүрәтләү. 1818 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәренең батырлығын күрһәтеү.

Башҡорт халыҡ ижады

Йырҙар. Риүәйәттәр .

Фольклор әҫәренең бер төрө булыу яғынан йыр. Көй­ҙәрҙең характерына ҡарап, башҡорт халыҡ йырҙарының икегә бүленеүе. Оҙон йырҙар һәм ҡыҫҡа йырҙар. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың бер нисә төркөмгә бү­ленеүе.

Тарихи ваҡиғалар, хәрби поход, һуғыш тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Урал», «Эскадрон», «Йәйләүлек», «Азамат», «Салауат телмәре», «Салауат», «Икенсе әрме» риүәйәте, «Любизар», «Әхмәт Байыҡ», «Ҡаһым түрә».

Баструкка йәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһын­дағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Буранбай» риүәйәте, «Бу­ранбай» йыры, «Бейеш» риүәйәте, «Бейеш» йыры.

Түрәләр тураһындағы йырҙар. Власть кешеләренән зар­ланыу, уларға нәфрәт белдереү йырҙары: «Ҡолой кантон», «Абдулла ахун», «Ҡаһарман кантон», «Тәфтиләү».

Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, тәбиғәт тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Зөлхизә», «Ғилмияза», «Таштуғай» риүәйәте. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының хоҡуҡһыҙ хәлен, фажиғәле яҙмышын, иҫке ырыу йолаларын күрһәтеү. Легендала кәү­ҙәләнгән образдар. Легенданың художество көсө, поэтик үҙенсәлектәре, теле.

Әҙәбиәт теорияһы. Риүәйәт һәм легендалар ту­раһында төшөнсә. Йыр тураһында төшөнсә.

Ғ. Хөсәйенов. «Ҡурай».

Сеңләүҙәр.

Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйләнгән булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙының ауыр яҙмышы, хоҡуҡһыҙ хәле һәм ризаһыҙлығы сағылышы. Ижтимағи шарттар үҙгәреү менән бергә сеңләү жанрының да бөтөүе. Үткән тормоштоң ҡомартҡыһы булыу яғынан сеңләүҙәр­ҙең әһәмиәте.

«Ерәнсә сәсән» әкиәте.

Әкиәттең йөкмәткеһе, Ерәнсә сәсән образы.

Композитор Хөсәйен Әхмәтов.

С. Юлаев.«Тыуған илем», «Уралым».

Салауат Юлаевтың биографияһы. Салауаттың 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорт хал­ҡының батыр юлбашсыһы, Пугачевтың яҡын ярҙамсыһы булыуы. Башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы дуҫлыҡты нығытыуҙа Салауаттың тотҡан урыны.

Салауат — шағир-импровизатор. «Тыуған илем», «Ура­лым» шиғырҙарында Тыуған ил матурлығын данлау, Тыу­ған илгә мөхәббәт хисенең сағылышы.

Әҙәбиәт теорияһы. Импровизация һәм импрови­затор тураһында төшөнсә. Поэтик телдәге һүрәтләү сара­ларын (сағыштырыуҙар, эпитеттарҙы) ҡабатлау. Метафо­ра тураһында төшөнсә.

В.Зефиров. «Йәнтүрә» хикәйәһе.

Хикәйәнең В. Зефиров тарафынан яҙып алыныуы. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡыҙының ҡатнашыуын күрһәтеү. Йәнтүрә, Аҫылбикә образдары. Уларҙың ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, һуғышта үҙ-үҙеңде аямау сифаттары.

Сәнғәт. «Салауат Юлаев» кинокартинаһы хаҡында әңгәмә; А. Кузнеңовтың «Салауаттан яуап алыу» карти­наһы.

М. Аҡмулла. «Нәфсе», «Бәхет», «Аттың ниһен маҡтай­һың?», «Өлгөр һүҙ», «Яҙ», «Көҙ».

Аҡмулланың биографияһы. Шиғырҙарҙа сағылдырыл­ған осор, тәбиғат күренештәре; мораль-этик проблемалар.

М. Ғафури. «Үҙем һәм халҡым», «Мин ҡайҙа?», «Гөл­дәр баҡсаһында».

Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. Шиғырҙарҙа хеҙ­мәткә дан йырлау, хеҙмәт кешеләренең генә маҡтауға ла­йыҡлы булыуын күрһәтеү. Шиғырҙарҙың тәрбиәүи әһә­миәте.

Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төҙөлөшө тураһын­дағы төшөнсәне (строфа, ритм, рифма) ҡабатлау, тәрәнәй­теү. Лирик һәм эпик әҫәрҙәр тураһында төшөнсә

Ш. Бабич. “Салауат батыр”, “Зәки-Башҡортостан терәге”, “Ҡурайҡайға” шиғырҙары. Шәйехзада Бабичтың биографияһы. «Салауат батыр» шиғырында батырға хас сифаттарҙы данлау, ул ҡалдыр­ған аманатҡа тоғролоҡ идеяһын сағылдырыу. «Ҡурайҡайға» шиғырында ҡурай образы аша башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, данлы тарихын, тәбиғәтен, моң-зарын тасуирлау.

Д. Юлтый. «Тимеркәй фәлсәфәһе».

Д. Юлтыйҙың ҡыҫҡаса биографияһы. «Тимеркәй фәл­сәфәһе» хикәйәһенең йөкмәткеһе. Әҫәрҙә ябай кешенең фа­жиғәле яҙмышын, эске донъяһын, уй - кисерештәрен сағыл­дырыу. Тимеркәй образы. Уның донъя тураһындағы уй- тойғоларын, һуғышҡа ҡаршы протесының үҫә барыуын кәүҙәләндереү. Сәми образы. Ауыл байы Ҡотлояр обра­зында кешелекһеҙлек һыҙаттарын күрһәтеү.

Рәссам Ҡасим Дәүләткилдиев.

Әҙәбиәт теорияһы. «Лирик һәм эпик әҫәр тура­һында төшөнсәне ҡабатлау.

Һ. Дәүләтшина. «Айбикә».

Яҙыусының биографияһы. «Айбикә» хикәйәһендә ауыл­дарҙы социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу өсөн алып ба­рылған көрәш, был көрәштә әүҙем ҡатнашыусы ҡатын - ҡыҙ образын һүрәтләү. Хикәйә теленең байлығы. Образ­дарға характеристика.

Ә ҙ ә б и ә т теорияһы. Әҙәби әҫәрҙәрҙә образ, пер­сонаждарҙың характерын асыу саралары тураһында тө­шөнсә (герой тураһында автор ҡылыҡһырламаһы һәм ге­ройҙарҙың эше, телмәре менән үҙ-үҙен ҡылыҡһырлауы).

Портрет тураһында төшөнсә. Повесть тураһында тө­шөнсә. Юмор һәм сатира.

Р. Ниғмәти. «Йәмле Ағиҙел буйҙары».

Яҙыусының биографияһы.

«Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһы. Ағиҙел образында башҡорт халҡының данлы тарихи үткәндәрен, ауыр яҙмы­шын, үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы көрәшеүе һәм бә­хетле тормошҡа сығыуына ышанысын тасуирлау. Поэма­ның художестволы үҙенсәлектәре. Халыҡ ижады тради­циялары.

Әҙәбиәт теория һ ы. Поэма тураһындағы төшөн­сәне ҡабатлау. Лиро-эпик поэмаларҙың үҙенсәлектәрен күрһәтеү.

Рәссам Әхмәт Лотфуллин.

М. Кәрим. «Айгөл иле» драмаһы.

Яҙыусы тураһында биографик белешмә. «Айгөл иле» драмаһының йөкмәткеһе, темаһы, идеяһы. Драмалағы Ай­гөл, Ричард Галин, Йәғәфәр образдарында халыҡҡа хас гүзәл сифаттарҙың сағылышы. Драманың художестволы үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы. Драма тураһында төшөнсә. Сюжет һәм уның элементтары тураһында.

Р. Өмөтбаев. «Атлы башҡорт» повесы.

Ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов.



8 - се класс
(70 сәғәт, аҙнаға 2 сәғәт)

Ә.Моратов. ”Башҡортлоҡ”. Р.Бикбаев. ” Берләшегеҙ, бөтә донья башҡорттары”. Шиғырҙарҙа халыҡ характерына хас ыңғай сифаттарҙы сағылдырыу, йәмғиәтте яңыртыуға демократик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороуға, берҙәмлеккә саҡырыу идеяһы.

Ҡобайырҙар.” Ололар һүҙе“. “Ай Уралым,Уралым”. “Бейек тауҙың үлгәне”. ”Салауат батыр”. “Ил тигәндең кеме юҡ”. ” Бер тигәс тә ни яман”.

Әйтештәр. “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше”. Халыҡты хандарға, бейҙәргә ҡаршы өндәү идеяһы, ҡобайырҙың поэтик үҙенсәлектәре.

Ш.Ә.Тамьяни. “Урал”. “Башҡорт бабаларының тарихы”. Сәсәндең биографияһы, үҙе йәшәгән ер-һыуҙы, Тыуған илен һаҡлаған ир-егеттәрҙе данлау, Урал буйының матур тәбиғәтен тасуирлау.

Мөхәммәт пәйғәмбәр. “ Ҡөрьән” китабы . Хәҙистәр. Р.Бикбаев “Хәҙистәр”. М. Ямалетдинов ”Ҡөрьән сүрәләре”.

Ғ.Ибраһимов. ”Кинйә”(романдан өҙөк). Романда сағылдырылған осор, социаль-тарихи шартта, халыҡ тормошо һәм көрәшенең сағылышы.

Б.Бикбай “Ер” . «Ҡаһым түрә» . Әҫәрҙә халыҡтың үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы алып барған көрәшен һәм азатлыҡ яулауын һүрәтләү. Халыҡ һәм тыуған ер образдарының кәүҙәләнеше. Художестволы әҫәрҙең композицияһы тураһында төшөнсә.

Артист Арыҫлан Мөбәрәков. Атайым тураһында(Г.Мөбәрәкова).

Ғ.Сәләм. “Шоңҡар”. Яҙыусының биографияһы. Поэманың темаһы, идеяһы. Әҫәрҙә кешенең яңынан тыуыу темаһы. Төп образдар.

З.Биишева. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” . Идея-тематик йөкмәткеһе, образдар. Художестволы эшләнеше. Хикәйәт тураһында төшөнсә.

Композитор Заһир Исмәғилев. Музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге бөйөк ҡаҙаныштарын күрһәтеү.

М.Кәрим. “Алыҫ юлға эйәрләйҙәр”. “Йәшәйһе бар“. “Айһылыуҙың күҙ йәштәре”. ” Ҡоролтайға саҡырыу”. “Алыҫ юлға эйәрләйҙәр”, “Йәшәйһе бар“, “Айһылыуҙың күҙ йәштәре. “Үлмәҫбай” поэмаһы. Әҫәрҙә башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын һүрәтләү. Халыҡ ижады алымдарын оҫта файҙаланыу. Поэманың оптимистик рухта булыуы.

Н.Мусин. “Йыртҡыс тиреһе”. Әҫәрҙә Һолтанбайҙың ауыр яҙмышы. Шәхес культы осоро эҙемтәләрен, фажиғәләрен тасуирлау.

Р.Ғарипов. ” Урал йөрәге”. “Аманат”. “Уйҙарым”. “Кеше ғүмере”. Заман һулышы, Башҡортостан, уның тарихын, бөгөнгөһөн һүрәтләү.

Ғ.Хөсәйенов. “Һуңғы тарпан”. Хикәйәттә ҡырағай аттар - тарпандарҙың ҡырып бөтөрөлөүен күрһәтеү. Аттарҙы һаҡларға өндәү. Әйләнмә композицион сара.

Р.Бикбаев. “Дауыл”. ”Барып етһен ине хаттарым”. “Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта”. ” Башҡортостан бында башлана». «Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда». Тыуған ергә мөхәббәт, тәбиғәтте һаҡлау, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоу, кешеләр араһындағы дуҫлыҡ, тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт проблемалары.

Т.Ғиниәтуллин. ” Мәтрушкә еҫе”. ”Әсә һәм бала”. Ябай кешеләрҙең күңел күркәмлеген, эске донъяһының сафлығын күрһәтеү. Төп образдар.

Н.Нәжми. “Башҡортостан”.“ Аҡ шишмә”. Тыуған Ер- әсәгә һөйөү тойғоһон сағылдырыу лирик герой образы.

Ҡ.Аралбай. “Беҙ- кеше”. Ф.Туғыҙбаева ” Аҡмулла”, ” Ҡыңғырау”. Ә.Әминев “ Ҡытай город”. Әҫәрҙең йөкмәткеһе, төп образдары.

Р.Камал. “Таня-Таңһылыу”. Әҫәрҙең йөкмәткеһе, төп образдары, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.

Х.Назар. “Башҡортостан минең баш йортом”, “Аҡҡа табыныу”, “Дауа“. Шиғырҙарҙа ил, телде, башҡорт йырын данлау, изгелеккә, күңел сафлығына саҡырыу.

Китап хаҡында хикәйәт. Китап – кешелек хәтере. Китап тураһында халыҡ. Башҡорт китабы .







9 - сы класс
(102 сәғәт, аҙнаға 3 сәғәт)


Художестволы әҙәбиәт һәм фән. Художестволы әҙәбиәт — һүҙ сәнғәте.

(1 сәғәт)

Әҙәбиәттең ижтимағи һәм эстетик тәрбиә биреүҙәге әһәмиәте. Әҙәбиәттең тормош менән бәйләнеше, халыҡсанлығы.

Башҡорт әҙәбиәте — халыҡ тормошоноң элекке замандарҙан алып хәҙерге көнгә тиклем художестволы сағылыу формаһы. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Уның идея-эстетик йүнәлеше.

Халыҡ ижады (8 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады буйынса VII—VIII синыфтарҙа алған белемдәрҙе ҡыҫҡаса ҡабатлау. Йыр, таҡмаҡ, легенда, ҡобайыр, әкиәт жанрҙарын иҫкә төшөрөү.

Халыҡ ижады (фольклор) тураһында дөйөм төшөнсә. Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт. Улар араһындағы уртаҡлыҡ һәм айырма. Фольклор әҫәрҙәренең тыуыу һәм йәшәү рәүеше. Фольклорҙың әһәмиәте. Фольклорҙа халыҡ педагогикаһының сағылышы. Ауыҙ-тел ижадының яҙма әҙәбиәт үҫешендәге роле.

Башҡорт халыҡ ижады. Уның традицион жанрҙары.

Иң боронғо жанр ҡарыһүҙҙәр (мифтар). Башҡорт ҡарыһүҙҙәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт.

Йола поэзияһы. Уларҙың башҡорт халыҡ йолаһына бәйле төрлө төрҙәре.

Халыҡтың художестволы аңы үҫешендә йырҙарҙың һәм бәйеттәрҙең тотҡан урыны. Уларҙа халыҡтың поэтик тарихының һәм рухи донъяһының сағылышы.

Халыҡ ижадының сәсмә формалары: әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр, көләмәстәр. Уларҙың халыҡ фантазияһын сағылдырыуҙары, жанр үҙенсәлектәре.

Халыҡтың афористик жанры: мәҡәлдәр, йомаҡтар, әйтемдәр. Халыҡ педагогикаһы. Халыҡ хәтере һәм традицион халыҡ институты төшөнсәһе.

Хәҙерге башҡорт фольклоры һәм уның үҫеш тенденциялары. Йыр жанрының киң үҫеш алыуы. Профессиональ сәнғәттә халыҡ йыры.

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар. Халыҡ ижады эпик әҫәрҙәренең боронғо жанрҙары булыу яғынан ҡобайырҙар. Уларҙың жанр үҙенсәлектәре: йөкмәткенең киңлеге, образдарҙың мөһабәтлеге, тасуирлауҙарҙың гиперболаға бай булыуы, хикәйәләүҙең эҙмә-эҙлеге. Ҡобайырҙа фантастика. Боронғо кешеләргә хас донъяға ҡараштың, тормош фәлсәфәһенең сағылышы.

Ҡобайырҙың жанр формалары һәм төркөмдәре. Тыуған ил тураһындағы ҡобайырҙар. Батырҙар тураһында ҡобайырҙар. Тормош-көнкүреш ҡобайырҙары. Ҡобайыр шиғыры.

«Урал батыр» эпосы. Уның боронғолоғо, мифологик нигеҙе. Төп идеяһы — халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршы көрәште данлау. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының сағылышы. Халыҡ фәлсәфәһе. Боронғо йолаларҙа халыҡ педагогикаһының үҙенсәлекле һүрәтләнеше. Самрау батша иле һәм халыҡтың ижтимағи идеалы. Әҫәрҙә фантастика һәм реаллек. Урал'батыр образында халыҡтың идеалы сағылышы.

Урал һәм Шүлгән образдары. Ҡобайырҙың художество үҙенсәлектәре. «Урал батыр» эпосының боронғо донъя мәҙәниәтеңдә тотҡан урыны.

«Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы. Тарих һәм халыҡ эпосы. Әҫәрҙә нуғай осоро тарихының сағылыш дәрәжәһе. Азатлыҡты яҡлап хандарға ҡаршы көрәш темаһы. Иҙеүкәй образы. Уның йөҙөндә халыҡ үҙенең батырын, ил башлығын күрергә теләүе. Иҙеүкәй менән Мораҙым — ата менән ул мөнәсәбәте, батырлыҡ традициялары.

Һабрау — башҡорт халыҡ йырауы. Уның аҡһаҡаллығы. Ватансылыҡ тойғоһо.

Туҡтамыш хан. Хандар, әмирҙәр араһында тәхет өсөн тартыш, янъял. Аҡһаҡ Тимер яуы. Бының эпос сюжетында бирелеш рәүеше.

Эпостың поэтик үҙенсәлектәре. Ҡырҡыу хәл-ваҡиғалар һәм мажаралылыҡ. Әҫәрҙең композицияһы. Теле һәм стиле.

Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте (4 сәғәт).

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» ның (1990) 1-се томынан «Шәжәрәләр», «Тәүарихтар» бүлектәре менән танышырға.

Боронғо әҙәбиәт. Боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт. Руник Төрки ташъяҙмалар. Мәхмүт Ҡашғари һүҙлеге. Ундағы йыр, дастан, мәҡәл үрнәктәре. «Ҡотадгу белек» дастаны. Уғыҙнамә, Ҡорҡут-Ата хикәйәттәре. Башҡорт версиялары.

Башҡортостанда боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт. Әҫәрҙең ҡулъяҙма рәүешендә таралыуы. Китап күсереүсе оҫталар.

Боронғо әҙәби әҫәрҙәрҙең «Ҡисса-и Йософ», «Буҙъегет» поэмалары. Уларҙың идея-тематик йөкмәткеһе һәм художестволы үҙенсәлектәре. Авторҙары тураһында. Поэмаларҙың ҡулъяҙма көйө таралыуы. Баҫмалары Башҡорт халыҡ варианттары.

Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары.

Урта быуаттар төрки әҙәбиәтенең Көнсығыш классик әҙәбиәте менән бәйләнеше. Ҡотб, Сәйф Сараи, Хәрәмзи, Хисам Кәтиб дастандары. Уларҙың идея-тематик йөкмәткеһе, тел-стиль, поэтик үҙенсәлектәре.

XVIII быуатта Башҡортостанда азатлыҡ өсөн көрәш һәм уның ауыҙ-тел, яҙма әҙәбиәттә сағылышы. Халыҡ публицистикаһы. Батыршаның батшаға яҙған хаты.

Халыҡ ижады сюжеттарынан файҙаланып яҙылған ҡулъяҙма әҫәрҙәр («Ҡуҙыйкүрпәс»).

Башҡорт әҙәбиәтендә артабанғы дастансылыҡ традициялары («Бәхтиәрнамә», «Буҙйегет»). Сәйәхәтнамә жанры.

Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады (3 сәғәт).

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» ның 1-се томынан «Йырауҙар» бүлеге менән танышырға.

Башҡорт халҡының һүҙ оҫталары йырауҙар һәм сәсәндәрҙең йәмәғәт тормошонда тотҡан урындары. Уларҙың халыҡ шағирҙары, педагогы, тарихсыһы, ил-йорт аҡһаҡалы булыуы.

Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙар. Уларҙың тормошо һәм ижады тураһында айырым мәғлүмәттәр, риүәйәттәр. Был йырауҙарҙа һүҙ оҫталығы һәм музыкаллек һәләттәренең берләшеүе.

Сәсәнлек сәнғәте. Сәсәндәрҙең йыраусылыҡ традицияларын дауам итеүе. Исемдәре билдәле һәм әҫәрҙәре хәҙергәсә һаҡланған сәсәндәр.

Ҡобағош сәсән. Уның тормошо һәм ижады хаҡында мәғлүмәттәр. «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне» шиғри әйтеше.

Ҡарас сәсән. Тормошо тураһында риүәйәт. «Аҡша батыр менән әйтешкәне» әйтеше.

Ерәнсә сәсән. Тормошо һәм ижады. «Ерәнсә сәсәндең Әбелхайыр ханға әйткәне» әҫәренең идея-эстетик асылы. Ерәнсә сәсән исеме менән таралған көләмәстәр.

Байыҡ сәсән. Биографияһы. Ижади эшмәкәрлеге. Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне. Сәсәндең йәш Салауатҡа һамаҡлап әйткәне. Байыҡ сәсән ижадының халыҡсанлығы, идея юғарылығы. Художество көсө.

Буранбай-Йәркәй сәсән. Тормошо һәм ижады. Ҡурайсылыҡ һәнәре һәм үҙе сығарған йырҙары.

Ишмөхәмәт сәсән. Биографияһы. Ижады.

Ғәбит сәсән. Ишмөхәмәт сәсәндең шәкерте. Эпик жанрҙан торған бай репертуары.

Сәсәндәр ижадында фольклор һәм әҙәбиәт традицияларының сағылышы.


С. Юлаев (3 сәғәт)

«Яу», «Уҡ», «Егеткә», «Һандуғас», «Зөләйха» шиғырҙары. «Салауат телмәре».

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: «Салауат» (Өфө, 1983) китабынан Р. Игнатьев, Ф. Нефедов, С. Злобин әҫәрҙәре.

Салауат Юлаев тураһында VIII синыфта үткәнде ҡыҫҡаса ҡабатлау. «Тыуған илем», «Уралым» шиғырҙарын иҫкә төшөрөү.

Салауат Юлаевтың тормошо һәм яу тураһында һөйләүгә күсерҙән алда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы хаҡында тарих дәресе буйынса үткән материалды хәтергә төшөрөү.

Салауаттың тормошо һәм яҙмышы. Салауат — башҡорт халҡының легендар батыры һәм сәсән шағиры. Уның шиғырҙарының һаҡланыу тарихы.

Әҫәрҙәренең тематикаһы һәм идея йүнәлеше. Тыуған тәбиғәтте һөйөү, азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ, кешелеклелек. Шиғырҙарының поэтик үҙенсәлектәре.

Салауат ижадында яҙма поэзия һәм фольклор традицияларының берләшеүе.

«Салауат телмәре» йәки «Бүгәсәүгә ҡушылып, ир батырға ҡуш булып» тигән ҡобайыр. Уның идея йөкмәткеһе. Салауаттың йырҙары.

Башҡорт фольклорында, художестволы әҙәбиәтендә һәм сәңғәтендә Салауат образы. Рус совет әҙәбиәтендә Салауат образын күрһәткән әҫәрҙәр.

Әҙәбиәт теорияһы. Тарихи шәхес һәм әҙәби герой. Прототип. Тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр (Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романын миҫалға алыу).

XVIII быуат әҙәбиәтендәге йүнәлештәр

Әҙәбиәттәге ике йүнәлеш. Халыҡсан әҙәби йүнәлеш. Дини-рухани йүнәлеш. Дини-рухани йүнәлештең электән килгән тамырҙары. Уның тарихи, социаль ерлеге. Суфыйсылыҡтың был осорҙағы сағылышы. Уның күренекле вәкилдәре. Поэтикалағы традиционлыҡ, поэтик ҡанундар.


Т. Ялсығол-әл-Башҡорди (1 сәғәт)

Тормошо. Сәйәхәттәре. Мәҙәни һәм әҙәби эшмәкәрлеге. «Рисаләи Ғәзизә» китабы. Мәҙрәсәләрҙә уҡыу дәреслеге урынына ҡулланылышы. Китаптың дидактизмы. Жанр формалары.

«Тарихнамәи Болғар» әҫәре. Тәүарих жанры традицияларында ижад ителеше. Тарихи-әҙәби үҙенсәлектәре. Әй ырыуы шәжәрәһе тәүарихтың берҙәм өлөшө булып ҡушылыуы.

Ғәбдрәхим Усман (1 сәғәт)

Тормош юлы. Башҡортостандағы ғүмере. Эшмәкәрлеге. Уның тураһында Р. Фәхретдин.

Әҙәби ижады. «Ғәүариф эз-заман» («Замана уҡымышлылары»), «Китабы Мөһиммәт эз-заман» («Заманының мөһим хәлдәре китабы») йыйынтыҡтары. Уларҙың тематикаһы, мәғрифәтсел рухы, жанрҙары, поэтик хосусиәттәре. Дидактик поэзия традициялары. Мәдхиә, мәрҫиә жанрҙары. Тәржемә әҫәрҙәре.

Ғ. Усман ижадының башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан роле һәм урыны. Уның традицияһын дауам итеүселәр.

XIX быуат әҙәбиәте (1 сәғәт)

XIX быуаттың беренсе яртыһында ижтимағи тормош һәм мәҙәниәт. Халыҡсан ижад йүнәлеше. Мәҙрәсәләр. Уларҙағы дини һәм донъяуи күренештәр.

Суфый шағирҙар. Улар ижадында дини һәм донъяуи мотивтар. Рухани поэзия. XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда мәҙәниәт һәм әҙәбиәт. Мәғариф эшенең торошо. Мәғрифәтселек хәрәкәте. Башҡорт халҡы араһынан ғалимдарҙың күтәрелеп сығыуы (М. Биксурин, С. Күкләшев, М. Иванов).

Башҡортостан һәм рус яҙыусылары. Башҡорт фольклорын йыйыуҙа рус әҙиптәре һәм ғалимдары (Р. Игнатьев, С. Рыбаков, Ф. Нефедов, М. Лоссиевскийҙарҙың хеҙмәттәрен ҡылыҡһырлау).

А. Пушкиндың «Пугачев ихтилалы тарихы» һәм «Капитан ҡыҙы» әҫәрҙәрендә башҡорт халҡы тарихының фажиғәле һәм азатлыҡ көрәше биттәре сағылышы. Л. Толстойҙың «Ильяс», «Кешегә күпме ер кәрәк» әҫәрҙәрендә башҡорт халҡы тормошо кәүҙәләнеше. Был әҫәрҙәрҙә яҙыусының донъяға ҡарашы, М. Салтыков-Щедрин тураһында үткән материалдар менән бәйләү.

Н. Крашенинниковтың тормошо һәм ижадына характеристика. «Үлем сейәләре», «Әсә» хикәйәләре.

XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорт әҙәбиәтенең нығына барыуы.

Реалистик поэзияның күтәрелеше. Проза әҫәрҙәре. Драматургия башланғыстары.

Ғ. Соҡорой (1 сәғәт)

Тормош юлы. Шәжәрәһе. Уның поэтик яҙмаһы. «Тәүарихи Болгария» әҫәре. Шиғырҙары.

М. Аҡмулла (4 сәғәт)

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк», «Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе», «Минең ятҡан урыным — зиндан», «Инсафлыҡ», «Мәжлесенә ҡарай ғына», «Нәсихәт».

Тормошо һәм ижад юлы. Бала һәм үҫмер сағы: мәҙрәсә йылдары. Аҡмулла башҡорттар, ҡаҙаҡтар араһында. Китаптары: «Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе» (1892) һ.б. Аҡмулланың автобиографик әҫәрҙәре. Туҡһанбай ауылында Аҡмулла музейы.

Халыҡты мәғрифәткә өндәү, феодал иҫкелеккә, дини фанатизмға ҡаршы көрәш. Аҡмулла поэзияһының төп идея йөкмәткеһе. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк» шиғыры. Ижадында халыҡ педагогикаһының сағылышы.

Уның шиғырҙарында социаль мотивтар. Йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәрҙе тәнҡитләү. Шағирҙың сатираһы. Шиғырҙарының идея-эстетик көсө.

Аҡмулла — халыҡсан шағир, шиғыр оҫтаһы. Ижадындағы ике поэтик башланғыс — Көнсығыштың классик поэзияһы һәм башҡорт, ҡаҙаҡ фольклоры традициялары. Аҡмулланың сәсәнлек һәләте. Ҡобайыр стилендәге шиғырҙары («Бәхет», «Аттың ниһен маҡтайһың», «Нәсихәт»).

«Ҡәнәғәт», «Донъя», «Тиһеңме», «Уяныу», «Бәдбәхеткә һүҙем үтмәҫ» шиғырҙарында мораль-этик проблемалар. Сәсәндәр, аҡындар менән һүҙ ярышы. Поэтик жанрҙары.

Шағир һәм поэзияның ижтимағи бурысы тураһында Аҡмулла.

Аҡмулланың ҡаҙаҡ, татар поэзияһы үҫешенә йоғонтоһо.

Аҡмулла образының әҙәбиәттә һәм сәнғәттә сағылышы.

М. Өмөтбаев (3 сәғәт)

«Йомран иле», «Ҡайыш менән йүкә», «Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы», «Башҡорттар».

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: М. Өмөтбаев. «Йәдкәр» китабынан «Шиғырҙар» бүлеге.

Тормошо, ғилми, әҙәби һәм ижтимағи эшмәкәрлеге. Старшина булып эшләүе. Халыҡ ходатайы. «Йәдкәр» китабы. Өмөтбаев хаҡында рус матбуғаты. Тыуған ауылы Ибраһимда М. Өмөтбаев музейы.

Өмөтбаев мәғрифәтсе һәм шағир. Рус телен һәм мәҙәниәтен ныҡлап үҙләштергән эшмәкәр. Башҡортостандың тарихы, этнографияһы, фольклоры буйынса хеҙмәттәре. Өмөтбаев — тәржемәсе. А. Пушкиндың «Баҡсаһарай фонтаны» әҫәрен беренсе булып тәржемә итеүе.

Шиғырҙарының тематикаһы. Поэтик эшләнеше. Башҡорт йәмғиәте тормошон сағылдырыу яғынан «Йомран иле» шиғыры. «Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы» шиғырының этнографик белем биреү яғынан әһәмиәте.

«Ҡайын илә Йүкә» мәҫәле. Әҫәрҙең идея-художество ҡиммәте. Ҡайын һәм Йүкә образдарының аллегорик мәғәнәһе. Лирик шиғырҙары.

М. Өмөтбаевтың тарихи-этнографик хеҙмәттәре. «Башҡорттар» мәҡәләһе. М. Өмөтбаев ижады тураһында ғалимдар һәм яҙыусылар.

Р. Фәхретдин (3 сәғәт)

«Сәлимә», «Әсмә».

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: Башҡорт әҙәбиәте. XX быуат башы. 2-се китап (1984). Р. Фәхретдин. Сәлимә.

Тормошо. Мәҙрәсәлә уҡыуы, уҡытыуы. Дини эшмәкәрлеге: имам, ҡазый, мөфтөй. Журналист. «Шура» журналы мөхәррире. Мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

Р. Фәхретдин — мәғрифәтсе. Балалар һәм ололар өсөн яҙған нәсихәт китаптары. Ғаилә тәрбиәһе, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләренә арналған йыйынтыҡтары. Уларҙа сағылған мәғрифәтселек ҡараштары. Халыҡ педагогикаһы.

«Аҫар» исемле китаптар серияһы. Башҡорт һәм татарҙар араһынан сыҡҡан уҡымышлылар, дин әһелдәре хаҡында био-библиографик белешмә хеҙмәт булыуы.

Башҡорт әҙиптәренең (Т. Ялсығол, Ғ. Усман, Ә. Ҡарғалы, Сәлихов, Соҡорой, Аҡмулла һ.б.) тормошо һәм ижадтары тураһында мәғлүмәттәр.

Р. Фәхретдин — тарихсы. Уның хеҙмәттәрендә Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихының сағылышы. Ул энциклопедист ғалим.

«Сәлимә» повесы. Уҡымышлы ҡыҙ Сәлимә образы. Авторҙың мәғрифәтселек ҡараштарының һүрәтләнеше. Повестың сюжеты, бүтән образдары. Теле һәм стиле. «Әсмә» повесы. Әҫәрҙең идея-эстетик йөкмәткеһе. Ыңғай образдары (Әсмә, Ғәббәс мулла). Кире образдар. Иҫкелек менән яңылыҡ көрәше. Мәғрифәтселек ҡараштарының тәрәнерәк бирелеше.

Повестың жанр үҙенсәлектәре. Сюжеттағы детектив элементтар. Теле һәм стиле.

Әҙәби әҫәрҙәренең, ғилми хеҙмәттәренең башҡорт мәҙәниәте һәм фәне өлкәһендәге урыны, әһәмиәте.

XX быуат башында әҙәбиәт (1 сәғәт)

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: Башҡорт әҙәбиәте. XX быуат башы. 1-се китап (Революцион поэзия өлгөләре), 2-се китап. Проза.

XX быуат башында Рәсәйҙә һәм уның бер өлөшө булған Башҡортостанда ижтимағи-сәйәси хәл. 1905 йылғы революциянан һуң Башҡортостанда ижтимағи фекер үҫеше, әҙәби хәрәкәт.

Башҡортостанда милли матбуғаттың тыуыуы. Поэзия, проза жанрҙарының үҫеүе. Драматургияның күтәрелеше (Ф.Туйкин, Ғ.Ниязбаев пьесалары).

Мәғрифәтселек реализмынан тәнҡитле реализмға күсеү. Романтизм күренештәре. Халыҡсан, демократик рухлы яҙыусыларҙың майҙанға сығыуы: З.Һади, С. Яҡшығолов, Ф. Сөләймәнов, А. Таһиров. Д. Юлтый, Ш. Бабич.

С. Яҡшығолов (2 сәғәт)

«Башҡорт ағаларыма хитап», «Дим буйы».

Тормошо. Данлы, абруйлы нәҫел-ырыуы. Мәҙрәсәлә уҡыу йылдары. 1904 йыл рус-япон һуғышында ҡатнашыуы. Ауылда имам, мәҙрәсәлә мөҙәрис, мөғәллим булып эшләүе.

Йәшләй әҙәбиәт менән мауығыуҙары. Матбуғатта баҫылған тәүге шиғырҙары. «Урал» гәзитендә сыҡҡан «Яҙ килеүе» шиғырының символик мәғәнәһе.

«Башҡорт хәлдәре» (1911), «Дим буйы» (1912) тигән шиғырҙар йыйынтыҡтары. Унда шағирҙың 1905—1907 йылдарҙағы революцияны шатланып ҡаршылауы, ҙур өмөттәренең сағылышы. Башҡорттарҙың хәле, ер мәсьәләләр, мәғрифәт эше тураһында уйланыуҙары.

«Башҡорт ағаларыма хитап» шиғыры. Туған халҡының вайымһыҙлығы, наҙанлығы хаҡында борсолоуы. Шағирҙың мәғрифәтселек ҡараштары. Был осорҙа башҡорт әҙәбиәтендәге хитап жанры традицияларының дауам итеүе. «Дим буйы» шиғыры. Туған тәбиғәттән, башҡорттарҙы ерҙәренән яҙҙырыуға ҡаршы мотивтар.

Шағир поэзияһында башҡорт халҡының боронғо тормошон һәм хәҙерге хәлен тасуирлау үҙенсәлектәре. Поэзияһындағы төрлө жанрҙар. Мәҫәлдәр. Рус поэзияһы өлгөләренән өйрәнеүе.

Ф. Сөләймәнов (3 сәғәт)

«Башҡорт моңо», «Тимербай ҡурайсы».

Тормош юлы. Даусан, батыр ата-бабалары. Мәктәп, мәҙрәсәләрҙә уҡыу йылдары. Мөғәллимдәр мәктәбен тамамлауы. Башҡортостанда, Ҡаҙағстанда мөғәллимлек эше.

1917 йылда башҡорт азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы. Башҡорт хөкүмәте органдарында эшләүе.

1920 йылда Урта Азияға, аҙаҡ сит илдәргә эмиграцияға китеүе. Көнбайыш Европа илдәрендә, 1925 йылдан Төркиәлә йәшәүе, Стамбул,

Анкара институттарында һәм университетында уҡытыуы, фәнни эш менән шөғөлләнеүе.

Әҙәби ижады. Шиғырҙарындағы милли тойғолар («Йәйләүҙе һағынғанда», «Батыр» һ.б.)

«Башҡорт моңо» шиғыры. Туған халҡының ауыр яҙмышы хаҡында уйланыуҙары. Башҡорттарҙың тарихы һәм XX быуат башындағы тормошо тураһындағы хикәйәләре: «Башҡорт йәйләүендә», «Ил өсөн», «Ҡасҡын», «Үләт» һ.б. Фольклорҙан килгән мотивтар. Романтик элементтар.

«Тимербай ҡурайсы» хикәйәһе. Тимербайҙың аяныслы яҙмышы. Уның аша башҡорт халҡы яҙмышына ишара яһау. Пессимистик уй-тойғоларҙың сәбәбе. Халыҡ һәләкәттән ҡотолор өсөн хәрәкәтләнергә, үҙ азатлығы осөн көрәшергә тейеш тигән идеяның бүтән хикәйәләрендә ҡуйылышы («Ил өсөн» һ.б.).

«Салауат батыр» пьесаһының ошо азатлыҡ идеяһын ҡуйыуы һәм башҡорт хәрәкәттәрен һүрәтләү йүнәлешендә әһәмиәте.

Милли батырыбыҙ образын сәхнәгә сығарған тәүге пьеса булараҡ әһәмиәте. Уның артабанғы традициялары.

Ф. Сөләймәнов А. Инандың әҙәби-ғилми мираҫының халыҡ-ара әһәмиәте.

М. Ғафури (5 сәғәт)

«Себер тимер юлы йәки милләттең хәле», «1906 йылдан 1907 йылға васыят», «1907 йылдың яуабы», «Бөтһөн һуғыш!», «Икмәк», «Ант», «Аждаһа», «Бир ҡулыңды», «Шағирҙың алтын приискыһында».

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: «Хәтерҙән сыҡмай торған ете» — Мәстүрә Фәйзуллина иҫтәлеге. «Ғафуриҙан өсөнсө хат» — буласаҡ тормош юлдашы Зөһрәгә яҙған хаттары. (М. Ғафури. Әҫәрҙәр IV том. Өфө.1980)

Тормошо. Белемгә ынтылышы. Троицк, Ҡазан, Өфө мәҙрәсәләрендә» белем алыуы. Бөтә тормошо, эшсәнлеге Башҡортостанда үтә. Ижади эшмәкәрлегенә 1924 йылда 20 йыл тулыу байрамы. Уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелеүе.

Башланғыс ижады, унда мәғрифәтселек идеяларының сағылышы. “Себер тимер юлы...»)

Тәүге хикәйәләрендә ҡала һәм ауыл ярлыларының фәҡир тормошон сағылдырыу («Фәҡирлектә үткән тереклек»).

1905 йылғы революцияға шағирҙың синфи, идеологик көрәш күҙлегенән ҡарауы. «1906 йылдан 1907 йылға васыят», «1907 йылдың яуабы» шиғырҙарында азатлыҡты данлауы, батшалыҡты ҡолатырға саҡырыуы.

1907—1910 йылдарындағы ижадында социаль тигеҙһеҙлекте күрһәтеүе, мәҫәл жанрына мөрәжәғәт итеүе («Энә менән еп», «Һарыҡты кем ашаған?») Беренсе донъя һуғышы йылдарындағы ижадының төп идея мотивтары: һуғышҡа ҡаршы өндәү, ирек өсөн көрәшергә саҡырыу («Ул кем?» «Көс», «Бөтһөн һуғыш!»..)

Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы йылдарындағы ижадының совет идеологияһы менән һуғарылыуы. «Хөрриәт иртәһе», «Инҡилап», «Аждаһа», «Ант» шиғырҙарында революцияны данлауы, яңы йәмғиәт ҡоролошон яҡларға саҡырыуы.

Егерменсе йылдарҙағы ижадында хеҙмәт темаһы һәм яңы кеше образы. «Бир ҡулыңды», «Гөлдәр баҡсаһында», «Яңы көстәргә» шиғырҙарында хеҙмәт кешеһен данлау, яңы тормошто төҙөү пафосы.

М. Ғафуриҙың милли опера тыуҙырыу өлкәһендәге тәүге аҙымдары. (1926-1930 йылдарҙа, С. Ғәбәши, Ғ. Әлмөхәмәтов, Виноградов менән берлектә «Эшсе» операһын яҙыуы).

Проза әҫәрҙәре, «Ҡара йөҙҙәр», «Тормош баҫҡыстары» повестарында үткән тормошто киҫкен идеологик көрәш күҙлегенән һүрәтләү.

«Шағирҙың алтын приискыһында» повесы, уның автобиографик характерҙағы әҫәр булыуы. Повеста иҫке йәмғиәт шарттарында йәшәгән эшселәрҙең, шәкерттәрҙең ауыр тормошон сағылдырыу. Әҫәрҙең образдар системаһы. Зиннәт, Мәжит, Фәйзулла, Шакир, Лотфулла кеүек шәкерттәрҙең белемгә ынтылышы, ауырлыҡтар алдында баш эймәүе. Сәлим, Сибғәт бабайҙар, ҡарауылсы ҡарт, ат башы ҙурлығы алтын тапҡан башҡорт эшсеһе, ҡаҙаҡ егеттәре образдары. Ауыр тормош һөҙөмтәһендә һаулыҡтары ҡаҡшаған, физик яҡтан зәғифләнгән эшселәрҙең рухи ныҡлығын, киң һәм саф күңелле кешеләр булыуын асыу.

Прииск хужалары Закир һәм Шакир Рәмиевтар, управляющийҙар, штейгерҙарҙың тупаҫлығы, эрелеге, кешеләр ғүмере менән иҫәпләшмәй байлыҡ артынан ҡыуыуҙары.

Әҫәрҙә синфи көрәш юлы менән генә эшселәрҙең үҙ хоҡуҡтарын яулап алыуы мөмкин, тигән идея үткәрелеүе.

Повестың композицион үҙенсәлектәре, сюжеты, контраст алымының уңышлы ҡулланыуы. Тел-стиль сараларының байлығы.

Әҙәбиәт теорияһы. Әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты. Образды асыусы саралар (портрет, автор характеристикаһы, телмәр характеристикаһы). Художество методы. Реализм, тәнҡитле реализм хаҡында ҡабатлау.

Ш. Бабич (4 сәғәт)

«Халҡым өсөн», «Кем өсөн?», «Бер минут», «Көрәшеп үткәр ғүмереңде», «Көтәм», «Йәшәһен эшселәр!», «Ҡурайҡайға», «Башҡортостан», "Китмәҫтән”, «Яҙғы йыр», «Башҡорт халҡына көйлө хитап”.

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: Ш. Бабич. Беҙ үҙебеҙ —башҡорттар (1994).

Шәйехзада Бабичтың тормошо һәм ижад юлы. Ғәлиә мәҙрәсәһендә уҡыуы. Мөғәллимлеге, ижтимағи, журналистик эшмәкәрлеге. 1917 йылда башҡорттарҙың азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китеүе.

1914—1915 йылдарҙағы поэзияһы. Социаль тигеҙһеҙлектән зарланыу.

Шағирҙың программаһы әһәмиәтендәге «Халҡым өсөн», «Кемөсөн?» шиғырҙары, «Ярлы, меҫкен, ҡыҙғаныс» халыҡҡа теләктәшлек күрһәтеү яғынан «Бай һәм ярлы» шиғыры.

Ш. Бабич — романтик. «Бер минут», «Әйҙә, милләт», «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде» шиғырҙарының төп идея мотивтары — халыҡты аң-белемле итеү теләге менән, уны тиҙҙән яҡты тормошло итеп күреү идеалы менән яныу. Шағир поэзияһында романтизм. Һуғыш осоронда шағирҙың күңел төшөнкөлөгө күренештәре («Аптыраған минуттар», «Әйҙә, күңелем»).

Бабич — сатирик. Уның революцияға тиклем яҙылған сатирик әҫәрҙәренән «Ҡандала» балладаһы, «Ғазазил» поэмаһы һәм «Китабеннас» тигән эпиграммалары. Уларҙың идея йөкмәткеһе һәм художество формаһы.

Февраль революцияһынан һуңғы поэзияһы. Иҙелгән башҡорт халҡына тиҙҙән аҡ көндәр тыуыуына ышаныу («Көтәм»), революцион эшселәргә дан йырлау («Йәшәһен эшселәр!»), Ш. Бабичтың Башҡортостан, уның үткәндәре, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһындағы шиғырҙары («Башҡортостан», «Салауат батыр», «Көтмәҫтән», «Яҙғы йыр»). «Башҡорт халҡына көйлө хитап», «Беҙ» әҫәрҙәре.

Бабич — шиғыр оҫтаһы. Поэзияһының төп үҙенсәлектәре: халыҡсанлыҡ, тәрән мәғәнәлек, юғары художестволылыҡ, поэтик теленең, шиғыр төҙөлөшөнөң ябайлығы һәм еңеллеге.

Шәйехзада Бабичтың башҡорт әҙәбиәте тарихында тотҡан урыны.

Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төҙөлөшө тураһында.

Шиғырҙа ритм һәм рифма.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү (2 сәғәт).

VII—VIII кластарҙа үтелгәндәрҙе йомғаҡлау, системалаштырыу һәм тәрәнәйтеү.







III. Тематик планлаштырыу, 5-се класс



п/п

Бүлектәр һәм темалар бирелеше

Сәғәттәр һаны

Шул иҫәптән :

Үҙ аллы эштәр өсөн бүленгән сәғәттәр һаны


дәрестәр


Тест эштәре


Контроль

эштәр

1.

Инеш. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны

1





2.

Беренсе бүлек.

Белем бар байлыҡтан да артыҡ

Мәжит Ғафури. “Нурлы мәктәп” шиғыры

Рәшит Ниғмәти. “Хәйерле юл һеҙгә!” шиғыры

Раил Байбулатов. “Ағас һәйкәл” хикәйәһе

Ризаитдин Фәхретдин. “Белем”.

5





3.

Икенсе бүлек. Уҡытыусы – ул ҙур исем

Мостай Кәрим.” Уҡытыусыма”. Назар Нәжми. “Беренсе дәрес”. Лира Яҡшыбаева. “Бәхетең үҙең менән”.


3





4.

Өсөнсө бүлек.

Килеп етте көҙҙөң алтыны

Дауыт Юлтый. ”Көҙ”.

Али Карнай. “Урманда”. Тасуирлау тураһында.

Ғилемдар Рамазанов. “Ураҡ өҫтө “.

Фәрзәнә Аҡбулатова. “Атай икмәге “.

5




1

5.

Дүртенсе бүлек. Күңел күрке – тел.

Ҡәҙим Аралбай. «Башҡорт теле”.

Баязит Бикбай. “Туған тел “ ,“Рус теле”.

Хәйҙәр Тапаҡов. «Бибинур «улуәсәй».

3





19.

Бишенсе бүлек. Уҡып барған һәр бер юлым, һәр бер һүҙем

Була минең юл күрһәтеүсе йондоҙом.

Мәжит Ғафури. “Балалар һәм китап”.

Динис Бүләков. «Яралы китап”.

Яҡуп Ҡолмой. «Ҡыҙыҡлы китап”.

Нәжип Иҙелбай. «Иң яҡын дуҫ”.

Ризаитдин Фәхретдин. “Китап һәм уҡыу.”

4


1



20.

Алтынсы бүлек. Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтер

Башҡорт халыҡ ижады .

Әкиәттәр.

Йомаҡтар.

Башҡорт халыҡ йырҙары.

13





21.

Етенсе бүлек. Боронғонан аманат

Салауат Юлаев. “Ҡайтып киләм”, “Яуҙа яраланғас”, “Йырҙарҙан”.

Ғәбдерәхим Усман. “Егет булһаң”.

“Ҡармасан менән Сәрмәсән”. Сафуан Яҡшығолов. “Дим буйында яҙғы таң”.

Ямалетдин Юмаев. “Шәкерт”.

5





22.

Һигеҙенсе бүлек. Килеп етте ҡыштың һыуығы.

Назар Нәжми. “Беренсе ҡар”.

Гөлфиә Юнысова. “Ҡотло булһын Яңы йыл!”.

Ә.Бикчәнтәев. Хәсән Назар. “Яуа ҡарҙар”

4




1

23.

Туғыҙынсы бүлек. Башҡортостан – тыуған төйәгем

Рәми Ғарипов.

Ирек Кинйәбулатов. “Дуҫлыҡ төйәге”.

Мостай Кәрим.“Өс таған”

5





24.

Унынсы бүлек. Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаҫ

Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ

Рәшит Шәкүр. «Урал батыр иле – сал Урал”. Рәшит Ниғмәти. “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”

Айһылыу Йәғәфәрова.

3





25.

Ун беренсе бүлек. Изгеләрҙән – изге әсәйҙәр

Кәтибә Кинйәбулатова. «Әсә күңеле”. Хәсән Назар. “Таҡта сәй”. Ғәйфулла Вәлиев. “Әсәйем фатихаһы”.

3





26.

Ун икенсе бүлек. Яҙ килә, яҙ!

Рәшит Назаров. «Яҙ башы”.

Динис Бүләков. “Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет“.

Шәриф Биҡҡол.” Яҙғы уйҙар”.

3





27.

Ун өсөнсө бүлек. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Рәшит Ниғмәти шиғыры, Заһир Исмәғилев музыкаһы.

3



1


28.

Ун дүртенсе бүлек. Тәбиғәт донъяһында

Рәми Ғарипов. “Һабантурғай”. Али Карнай

Зөлфәр Хисмәтуллин. “Урман ҡунағы”.

Тимер Йосопов. “Ерән Ҡашҡа”. Сәғит Ағиш. “Турыҡай”.

4





29.

Ун бишенсе бүлек. Йәмле йәй килде

Кәтибә Кинйәбулатова.

Фәрит Иҫәнғолов .

Мөслим Әбсәләмов.

4





30.

Ун алтынсы бүлек. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте

Муса Йәлил.

Дәрдмәнд.

Сабит Моҡанов.

3





18.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

12


1

1

1

19

Кластан тыш уҡыу

5






Бөтәһе

105


3

3

4

Тематик планлаштырыу, 6-сы класс


п/п

Бүлектәр һәм темалар бирелеше

Сәғәттәр һаны

Шул иҫәптән :

Үҙ аллы эштәр өсөн бүленгән сәғәттәр һаны


дәрестәр


Тест эштәре


Контроль

эштәр

1.

З.Биишева

1





2.

Р.Мифтахов

1





3.

Ғ.Хөсәйенов

1





4.

Ш.Бикҡолов

1




1

5.

Р.Бикбаев

1





6.

Ә.Атнабаев

1





7.

С.Шәрипов

1





8.

М.Ғәли

1





9.

Башҡорт халыҡ ижады.

6





10.

Боронғо әҙәбиәт

2


1



11.

Ш.Бабич

1




1

12.

Ф.Туғыҙбаева

1



1


13.

Я.Хамматов

3





14.

М.Мортазин

3





15.

Р.Назаров


2





16.

Р.Ғарипов

1





17.

С.Агиш

1





18.

Х.Назар

1





19.

М.Харис

1


1



20.

Ә.Вахитов

2





21.

Ҡ.Аралбаев

1





22.

Р.Насыров

3




1

23.

Ә.Бикчәнтәев

3





24.

Р.Хисаметдинова

1





25.

З.Биишева

А.Игебаев

5





26.

Г.Юнысова

3





27.

Ә.Хәкимов

3



1


28.

Ғ.Туҡай

1





29.

М.Кәрим

1





30.

Р.Ниғмәти

1





18.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау


12


1

1

1

19

Кластан тыш уҡыу  

4






Бөтәһе

70


3

3

4



Тематик планлаштырыу, 7-се класс



Темалар

Сәғәт һаны


тестар


иншалар

М.Ямалетдинов, Ғ.Дәүләди

2



И.Бураҡаев тормошо, ижады

2



Ғ.Хөсәйенов

5



Б.Рафиҡов

4

1

2

Я.Хамматов

4



Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар, риүәйәттәр, сеңләүҙәр.

7

1

2

“Ерәнсә сәсән” әкиәте

2



С.Юлаев

2

1

2

“Йәнтүрә” хикәйәһе

1



М.Аҡмулла

3

1


М.Ғафури

2


1

Ш.Бабич

3



Д.Юлтый

3



Һ.Дәүләтшина

3


2

Р.Ниғмәти

М.Кәрим

Р.Өмөтбаев

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Кластан тыш уҡыу

2

4

4

4

5







Бөтәһе

70

4

9










































Тематик планлаштырыу, 8-се класс


Темалар

Сәғәт-тәр

Шул иҫәптән

Синыфтан тыш уҡыу

Телмәр үҫтереү

1

Р.Бикбаев. “Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!”

Ә.Моратов «Башҡортлоҡ» шиғыры

1



2

Ҡобайырҙар

5


1

3

Шафиҡ Әминев-Тамъяни

“Урал”, “Башҡорт бабаларының тарихы”

1



4

“Ҡөрьән китабы”

1



5

Р.Бикбаев “Хәҙистәр”

М. Ямалетдинов “Ҡөрьән сүрәләре”

2



6

Ғ. Ибраһимов “Кинйә”романы

6

1

1

7

Б. Бикбай “Ҡаһым түрә” драмаһы. “Ер”

5


1

8

Ғ. Сәләм “Шоңҡар поэмаһы”

3



9

З. Биишева “Һөнәрсе менән өйрәнсек” әҫәре

3


1

10

М.Кәрим “Үлмәҫбай”

“Йәшәйһе бар”

“Алыҫ юлға эйәрләйҙәр”

“Айһылыуҙың к үҙ йәштәре”, “Ҡоролтайға ҡотлау” шиғырҙары.

5

1


11

Н.Мусин ”Йыртҡыс тиреһе” романы

3



12

Р.Ғарипов ижады

“Урал йөрәге “шиғыры

“Аманат” шиғыры

“Уйҙарым” шиғыры.

“Кеше ғүмере” шиғыры.

4



13

Ғ.Хөсәйенов “Һуңғы тарпан”

2



14

Р.Бикбаев

” Башҡортостан бында башлана” “Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”

“ Дауыл”, “Барып етһен ине хаттарым”.

” Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта”

4



15

Т.Ғиниәтуллин

“Мәтрүшкә еҫе “хикәйәһе

” Әсә һәм бала” хикәйәһе

6

1

1

16

Н.Нәжми “Башҡортостан”

” Аҡ шишмә “шиғыры

2



17

Ҡ.Аралбаев. “Беҙ – кеше”

2



18

Ф.Туғыҙбаева. “Аҡмулла” “Ҡыңғырау”шиғырҙары

2



19

Ә.Әминев. “Ҡытай- город” повесы

2



20

Р.Камал “Таня- Таңһылыу”

2



21

Х.Назар.”Башҡортостан- баш йортом”, “Аҡҡа табыныу”, “Дауа”

3


1

22

Китап хаҡында хикәйәт

3

1

1


Бөтәһе

68 с.

4

7







































































Тематик планлаштырыу, 9-сы класс






Темалар

Сәғ. һаны



Синыфтан тыш уҡыу

Телмәр үҫтереү

1.

Художестволы әҙәбиәт.

1



2.

Әҙәби мираҫ.

1



3.

Халыҡ ижады.

1



4.

Башҡорт халыҡ ижады. Традицион жанрҙары.

1

.


5.

Ҡобайырҙар.

2



6.

Халыҡ ижадының сәсмә формалары

2



7.

“Урал батыр” эпосы

5


1

8.

“Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы

3


1

9.

Боронғонан алып XVIII быуаттың аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте. “Уғыҙнәмә” хикәйәте

1



10

Ҡол Ғәли. “Ҡиссаи Йософ”.

1



11.

Урта быуаттар әҙәбиәте. Ҡотб “Хәсрәү вә Ширин “ дастаны. Хәрәзми “Мөхәббәтнама” әҫәре. Сәйф Сараи. “Гөлөстан бит төрки”.

1



12.

Батыршаның батшаға яҙған хаты. “Буҙйегет”

1



13.

“Бәхтиәрнамә” әҫәре

2



14.

Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады.

4


1

15.

Салауат Юлаевтың тормош һәм ижад юлы.

7

1

1

16.

XVIII быуат әҙәбиәте

2



17.

Тажетдин Ялсығол Әл-Башҡорди ижады. “Тарихнамә и Болғар“ әҫәре.

1



18

Ғәбдерәхим Усман ижады. “Ғилемдең өҫтөнлөгө тураһында” әҫәре.

1



19.

XIX быуат әҙәбиәте.

1



20

Һибәтулла Салихов.

1



21.

Ғәли Соҡоройҙоң тормош һәм ижад юлы.

1



22.

Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижад юлы.

7

1

1

23.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ижады.

4



24.

Ризаитдин Фәхретдин ижады һәм тормош юлы.

7


1

25.

20-се быуат башы әҙәбиәте

2



26.

Синыфтан тыш уҡыу. 20-се быуат революцион поэзия өлгөләре.

1

1


27.

Сафуан Яҡшығолов ижады.

4



28.

Фәтхелҡадир Сөләймәнов. Тормош Һәм ижад юлы.

8

1

1

29.

20-се быуат башы әҙәбиәте. Революцион поэзия өлгөләре.

1



30.

Мәжит Ғафури ижады. Шағирҙың тормош юлы.

11

1

1

31

Әҙәбиәт теорияһы

2



32.

Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлы.

10

2

1

33.

Ваҡытлы матбуғатҡа күҙәтеү.

2



34.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

3




Бөтәһе

102 сәғәт.

7

9



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!

Закрыть через 5 секунд
Комплекты для работы учителя