МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ОСНОВНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.ТАКТАГУЛОВО
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Рассмотрено и принято на заседании педагогического совета Протокол №___ от _______ 20__ г. | Согласовано. Зам. дир. по УВР_____Раянова Н.Г. «_____»____________20__г. | Утверждаю. Директор школы: __________ Галлямов В.К. Приказ №____ от «___»__________20__г. |
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА ПО БАШКИРСКОЙ ЛИТЕРАТУРЕ
7 класс
ДЛЯ ОБУЧАЮЩИХСЯ ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ
Срок реализации рабочей программы: 20__-20__ учебные годы
Рабочая программа учебного предмета «Башкирская литература» составлена с учетом:
Примерные образовательные программы по предмету «Башкирская литература». Составитель: М.Б. Юлмухаметов для 5 – 11 классов общеобразовательных организаций с родным (башкирским) языком обучения . Уфа: Китап, 2017г., рекомендованной Министерством Образования Республики Башкортостан.
Составитель: Раянова Нурия Гаделяновна
Год составления рабочей программы: 20__ г
1. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре:
«Башҡорт әҙәбиәте» предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:
- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;
- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
- текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
- үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.
Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;
- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
- уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
- һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
- анализлай һәм синтезлай белеү; - сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү; - фекерләй белеү;
Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
- телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;
- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
- башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
- дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
- һорауҙар бирә белеү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
М. Ямалетдинов. «Көрәш, кеше!»
Р. Дәүләди. «Ҡоролтайга барам».
Шиғырҙарҙа йәмғиәтте яңыртып ҡороу, торғонлоҡтан ҡотолоу өсөн көрәшкә саҡырыу идеяһы. Ҡоролтайҙа халҡыбыҙҙың аҙатлыҡ, яҡтылыҡ көрәше традицияларына таяныу, халыҡты берләштереү, йәмғиәтте яңылыҡ, шәфҡәтлелек, гуманлыҡ өсөн яңы көрәшкә өндәү.
И. Бураҡаев. «Башҡорт көсө». Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Башҡорт гәскәрҙәренең Сыңгыҙхан ғәскәре менән көрәшә. Дошман ҡулына эләккән башҡорт яугирҙарыньң рухи ныҡлығын, ғәҙеллеккә, туғанлыҡҡа, берҙәмлеккә тоғролоғон тасуирлау. Образдарға характеристика.
Ғ. Хөсәйенов. «Ете ырыу», «Алдар батыр ҡиссаһы» әсәрҙәре. Яҙыусының биографияһы әҫәрҙәрҙә тарихҡа аңлатма биреү, халыҡтың тормош-көнкүрешен, социаль һәм милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшен һүрәтләү. Аҡһаҡалдар, ил батырҙары, Алдар батыр образын һүрәтләү. Кире образдар.
Б. Рафиҡов. «Эйәрләнгән ат» (тарихи фараз). Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Тарихи фараздың жанр үҙенсәлектәре. Рогервик крепосы тотҡондары Салауат, Юлай Аҙналиндың тормош—
көнкүрешен һәм Башҡорт иле — Ҡаратауҙа йәшәгән урман ҡарауылсыһы Аҡмал, ул тәрбиәләп үҫтергән Етембайҙың фажигәле яҙмыштарын һәм һәләкәтен тасуирлау. Образдарға характеристика.
Я. Хамматов. «Төньяҡ амурҙары» романынан өзөк. Яҙыусының биографияһы. Романда башҡорт халҡыныц XIX быуат башындағы тормошон һүрәтләү. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт гәскәрҙәренең күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырыу. Башҡорт яугирҙарыньң Кутузов менән, немец яҙыусыһы Гете менән осрашыуы. Ҡаһым түрә, Буранбай менән осрашыуҙары.
Башҡорт халыҡ ижады. Халыҡ ижады буйынса 4 – 5-се синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау (әкиәт, мәҡәл, йомаҡ, бәйет, таҡмаҡ һәм йырҙар).
Йырҙар. Риүәйәттәр. Фольклор әҫәренең бер төрө булыу яғынан йыр. Көйҙәрҙең характерына ҡарап, башҡорт халыҡ йырҙарының икегә бүленеүе. Оҙон йырҙар һәм ҡыҫҡа йырҙар. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙьң бер нисә төркөмгә бүленеүе.
Тарихи ваҡиғалар, хәрби поход, һуғыш тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Урал», «Эскадрон», «Йәйләүлек», «Азамат», «Салауат телмәре», «Салауат», «Икенсе әрме» риүәйәте, «Любизар», «Әхмәт Байыҡ», «Ҡаһым түрә».
Баструкка йәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Буранбай» риүәйәте, «Буранбай» йыры, «Бейеш» риүәйәте, «Бейеш» йыры.
Түрәләр тураһындағы йырҙар. Власть кешеләренән зарланыу, уларға нәфрәт белдереү йырҙары: «Ҡолой кантон», «Абдулла ахун», «Тәфтиләү».
Ҡатын-кыҙ яҙмышы, тәбиғәт тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Зөлхизә», «Ғилмияза», «Таштуғай» риүәйәте.
Башҡорт ҡатын-кыҙының хоҡуҡһыҙ хәлен, фажиғәле яҙмышын, иҫке ырыу йолаларын күрһәтеү. Легендала кәүҙәләнгән образдар. Легенданың художество көсө, поэтик үҙенсәлектәре, теле.
«'Курай» йыры.
Әҙәбиәт теорияһы. Риүәйәт һәм легендалар тураһында төшөнсә.
Әҙәбиәт теорияһы. Йыр тураһында төшөнсә.
Ғ. Хөсәйенов. «Ҡурай» (үҙаллы уҡыу өсөн).
Композитор Хөсәйен Әхмәтов (үҙаллы уҡыу өсөн).
Сеңләүҙәр. Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйләнгән булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡызының ауыр яҙмышы, хоҡуҡһыҙ хәле һәм ризаһыҙлығы сағылышы. Ижтимағи шарттар үҙгәреү менән бергә сеңлэү жанрының да бөтөүе. Үткән тормоштоң ҡомартҡыһы булыу яғынан сеңләүзәрзең әһәмиәте.
«Ерәнсә сәсән» әкиәте. Әкиәттең йөкмәткеһе, Ерәнсә сәсән образы.
С. Юлаев. «Тыуған илем», «Уралым», «Егеткә» . Салауат Юлаевтың биографияһы. Салауаттың, 1773-1775 йылдарҙағы Крәстиәндәр һуғышында башҡорт халҡының, батыр юлбашсыһы, Пугачевтың, яҡын ярҙамсыһы булыуы. Башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы дуҫлыҡты нығытыуҙа Салауаттың тотҡан урыны.
Салауат — шағир-импровизатор. «Тыуған илем», «Уралым» шиғырҙарында Тыуған ил матурлығын данлау, Тыуған илгә мөхәббәт хисенең сағылышы.
Әҙәбиәт теорияһы. Импровизация һэм импровизатор тураһында төшөнсә. Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын (сағыштырыуҙар, эпитеттар) ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.
«Йәнтүрә» хикәйәһе. Хикәйәнең В. Зефиров тарафынан яҙып алыныуы. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡызынын, ҡатнашыуын күрһәтеү. Йәнтүрә, Аҫылбикә образдары. Уларҙың кыйыулыҡ, батырлыҡ, һуғышта үҙ-үҙеңде аямау сифаттары.
Предмет-ара бәйләнештәр. Тарих. Е. Пугачев, Салауат Юлаев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы. 1812 йылғы Ватан һуғышы, был һугышта башҡорт атлыларының батырлытҡтары хаҡында әңгәмә.
Сәнғәт. «Салауат Юлаев» кинокартинаһы хаҡында әңгәмә; А. Кузнецовтың «Салауаттан яуап алыу» картинаһы.
М. Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк», «Дуҫлыҡ», «Нәфсе», «Аттың ниһен мактайһың?» «Өлгөр һүҙ» .
Аҡмулланың биографияһы. Шиғырҙарҙа сағылдырылған осор, мораль-этик проблемалар.
М. Ғафури. «Үҙем һәм халҡым», «Мин кайҙа?», «Гөлдәр баксаһында». Яҙыусының ҡыҫкаса биографияһы. Шигырҙарҙа хеҙмәткә дан йырлау, хеҙмәт кешеләренең генә маҡтауға лайыҡлы булыуын күрһәтеү. Шигырҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте.
Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төзөлөшө тураһындағы төшөнсәне (строфа ритм, рифма) ҡабатлау, тәрәнәйтеү. Лирик һәм эпик әсәрҙәр тураһында төшөнсә.
Ш. Бабич. «Салауат батыр», «Зәки - Башҡортоҫтан терәге», «Ҡурайҡайға» шиғырҙары. Шәйехзада Бабичтың биографияһы. «Салауат батыр» шиғырында батырға хас сифаттарҙы данлау, ул ҡалдырған аманатҡа торғолоҡ идеяһын сағылдырыу.
«Ҡурайҡайға» шиғырында ҡурай образы аша башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, данлы тарихын, тәбиғәтен, моң-зарын тасуирлау.
Д. Юлтый. «Тимеркәй фәлсәфәһе». Д. Юлтыйзың ҡыҫҡаса биографияһы.V синыфта үтелгән «Бәләкәй гКотош» хикәйәһен кабатлау. «Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәһенең йөкмәткеһе. Әҫәрҙә ябай кешенец фажиғәле яҙмышын, эске донъяһын, уй-кисерештәрен сағылдырыу. Тимеркәй образы. Уның донъя тураһындағы уй-тойғоларын, һуғышҡа ҡаршы протесының үҫә барыуын кәүҙәләндереү. Сәми образы. Ауыл байы Ҡотлояр образында кешелекһеҙлек һыҙаттарын күрһәтеү. Рәссам "Касим Дәуләткилдиев (үзаллы укыу өсөн).
Әҙәбиәт теорияһы. Лирик һәм эпик әҫәр тураһында төшөнсәне ҡабатлау.
Һ. Дәүләтшина. «Айбикә» Яҙыусының биографияһы. «Айбикә» хикәйәһендә ауылдарҙы сопиалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу өсөн алып барылған көрәш, был көрәштә әүҙем ҡатнашыусы ҡатын-ҡыз образын һүрәтләү. Хикәйә теленең байлығы. Образдарға характеристика.
Әҙәбиәт теорияһы. Әҙәби әҫәрҙәрҙә образ, персонаждарҙың характерын асыу саралары тураһында төшөнсә (герой тураһында автор ҡылыҡһырламаһы һәм геройҙарҙың эше, телмәре менән үҙ-үҙен ҡылыҡһырлауы).
Портрет тураһында төшөнсә. Повесть тураһында төшөнсә. Юмор һәм сатира.
Р. НиғмӘти. «Йәмле Агиҙел буйҙары». Шагирҙың биографияһы. «Йәмле Агиҙел буйҙары» поэмаһы. Ағиҙел образында башҡорт халҡының данлы тарихи үткәндәрен, ауыр яҙмышын, үз азатлыгы өсөн быуаттар буйы көрәшеүе һәм бәхетле тормошҡа сығыуына ышанысын тасуирлау. Поэманың художестволы үҙенсәлектәре. Халыҡ ижады традициялары.
Әзәбиәт теорияһы. Поэма тураһындары төшөнсәне ҡабатлау. Лиро-эпик поэмаларзың үҙенсәлектәрен күрһәтеү .
Сәнғәт. А. Лежнев. «Салауат отрядының Пугачев менән осрашыуы»; Р. Мостафин. М. Ғафури «Агизел ярында»; С. Фадеев. «Йәмле Ағиҙел буйҙары»; 'К. Дәүләткилдиев. «Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ»; И. Убрядов. «В. И. Чапаев дивизияһы Ағиҙел аша сыға»; А. Лопухов. «Петроградҡа»; Р. Нурмөхәмәтов. «А. П. Чехов Башҡортоҫтанда»; Б. Ежов. «Тыуған Урал өсөн»; Э. Лотфуллин. «Ауылда байрам. 30-сы йылдар»; В. П. Пустарнаков. «Ағиҙел буйҙары»; Р. Ишбулатов. «Ғ. Сәләм портреты».
Рәссам Әхмәт Лотфуллин (үҙаллы уҡыу өсөн).
М. Кәрим. «Айгөл иле» драмаһы. Яҙыусы тураһында биографик белешмә. «Айгөл иле» драмаһының йөкмәткеһе, темаһы, идеяһы. Драмалағы Айгөл, Ричард Галин, Йәғәфәр образдарында халыҡҡа хас гүзәл сифаттарҙың сағылышы. Драманың художестволы үҙенсәлектәре.
Әзәбиәт теорияһы. Драма тураһында төшөнсә. Сюжет һәм уның элементтары тураһында.
Р. Өмөтбаев. «Атлы башҡорт».
Әҫәрҙә Ватан һуғышы осорондағы һуғыш ваҡиғаларын, батыр яуғирҙар һәм ат образын тасуирлау.
Ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов (үҙаллы уҡыу өсөн).
Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес һаны буйынса тематик планлаштырыу
Темалар | Дәрестәр һаны |
М. Ямалетдинов Р. Дәүләди | 1 |
И. Бураҡаев | 1 |
Ғ. Хөсәйенов | 2 |
Б. Рафиҡов | 1 |
Я. Хамматов | 1 |
Башҡорт халыҡ ижады | 1 |
Йырҙар. Риүәйәттәр | 4 |
Сеңләүҙәр | 1 |
«Ерәнсә сәсән» әкиәте | 1 |
С. Юлаев | 2 |
«Йәнтүрә» хикәйәһе | 1 |
М. Аҡмулла | 2 |
М. Ғафури | 2 |
Ш. Бабич | 2 |
Д. Юлтый | 1 |
Һ. Дәүләтшина | 1 |
Р. Ниғмәти | 1 |
М. Кәрим | 1 |
Р. Өмөтбаев | 1 |
Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау | 1 |
Кластан тыш уҡылған әҫәрҙәр буйынса әңгәмә | 1 |
Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү | 5 |
Бөтәһе | 34 |
4. Календарь-тематик план
№ | Үткәрелеү ваҡыты | Дәрестең темаһы | | Иҫкәрмә |
кален | фактик |
1 | | | М. Ямалетдинов «Көрәш, кеше!», Ғ. Дәүләди «Ҡоролтайға барам» | | |
2 | | | И. Бураҡаев «Башҡорт көсө» | | |
3 | | | Ғ. Хөсәйенов «Ете ырыу» | | |
4 | | | Ғ. Хөсәйенов «Алдар батыр ҡиссаһы» | | |
5 | | | Б. Рафиҡов «Эйәрләнгән ат» | | |
6 | | | Я. Хамматов «Төньяҡ амурҙары» | | |
7 | | | Башҡорт халыҡ ижады. Салауат телмәре | | |
8 | | | Икенсе әрме риүәйәте | | |
9 | | | Буранбай, Бейеш риүәйәте, йырҙары | | |
10 | | | Түрәләр тураһында йырҙар | | |
11 | | | Ҡатын-ҡыҙҙарҙарҙың бәхетһеҙ яҙмышы тураһында йырҙар | | |
12 | | | Сеңләүҙәр | | |
13 | | | «Ерәнсә сәсән» әкиәте | | |
14 | | | С. Юлаев тормошо, ижады | | |
15 | | | Импровизация һәм импровизатор. Метафора тураһында төшөнсә. | | |
16 | | | Тест һорауҙарына яуап биреү | | |
17 | | | В. Зефиров «Йәнтүрә хикәйәһе» | | |
18 | | | Акмулла тормошо | | |
19 | | | Аҡмулла ижады | | |
20 | | | М. Ғафури тормошо | | |
21 | | | М. Ғафури ижады | | |
22 | | | Шиғыр төҙөлөшө | | |
23 | | | Эпик һәм лирик әҫәрҙәр | | |
24 | | | Ш. Бабич ижады | | |
25 | | | Ш. Бабич «Ҡурайҡайға» | | |
26 | | | Тыуған яҡ әҙәбиәте | | |
27 | | | Д. Юлтый «Тимеркәй фәлсәфәһе» | | |
28 | | | Һ. Дәүләтшина «Айбикә» | | |
29 | | | Р. Ниғмәти «Йәмле Ағиҙел буйҙары» | | |
30 | | | М. Кәрим «Айгөл иле» | | |
31 | | | Р. Өмөтбаев «Атлы башҡорт» | | |
32 | | | Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау | | |
33 | | | Кластан тыш уҡыу | | |
34 | | | Тест һорауҙарына яуап биреү. Дөйөмләштереү. Йомғаҡлау. | | |