СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по башкирской литературе для 8 класса

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рабочая программа для 8 класса по башкирской литературе

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по башкирской литературе для 8 класса»

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

ОСНОВНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.ТАКТАГУЛОВО

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН



Рассмотрено и принято

на заседании педагогического совета

Протокол №___ от

_______ 20__ г.

Согласовано.

Зам. дир. по УВР_____Раянова Н.Г.

«_____»____________20__г.

Утверждаю.

Директор школы:

__________ Галлямов В.К.

Приказ №____ от

«___»__________20__г.





РАБОЧАЯ ПРОГРАММА ПО БАШКИРСКОЙ ЛИТЕРАТУРЕ

8 класс

ДЛЯ ОБУЧАЮЩИХСЯ ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ




Срок реализации рабочей программы: 20__-20__ учебные годы



  • Рабочая программа учебного предмета «Башкирская литература» составлена с учетом:

  • Примерные образовательные программы по предмету «Башкирская литература». Составитель: М.Б. Юлмухаметов для 5 – 11 классов общеобразовательных организаций с родным (башкирским) языком обучения . Уфа: Китап, 2017г., рекомендованной Министерством Образования Республики Башкортостан.

  • Закона Республики Башкортостан «О Республиканском комплекте учебников для общеобразовательных учреждений» (в ред. №367-з от 03.11.2006 г.)

  • ООП ООО МОБУ ООШ с. Тактагулово – II ступень обучения;


Составитель: Раянова Нурия Гаделяновна



Год составления рабочей программы: 20__ г


1. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре:

«Башҡорт әҙәбиәте» предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:

- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;

- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;

- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

- текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

- үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.

Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;

- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;

- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.

Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

- уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

- һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

- анализлай һәм синтезлай белеү; - сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү; - фекерләй белеү;

Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

- телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

- башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

- дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

- һорауҙар бирә белеү.

2. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе


Илебеҙ алдына ҡуйылған социаль-иҡтисади тормошто үҙгәртеп ҡороу, йәмғиәтте демократлаштырыу һәм гуманлаштырыу бурыстары — ижти­мағи аң үҫешенең юғары этабын билдәләне. Йәмғиәтебеҙ алдында тор­ған шәхес азатлығы, кеше хоҡуғы, законлылыҡты, ғәҙеллекте яҡлау, кеше яҙмышына, уның рухи донъяһына иғтибар йәш быуынды тәрбиәләүҙә милли тел, милли әҙәбиәттәрҙең, тарих, мәҙәниәт кеүек гуманитар фәндәрҙең әһәмиәте айырыуса ҙур булыуын күрһәтә, уның алдына яңы талаптар ҡуя.

Мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыуҙың илебеҙ алдында торған мөһим бурыс­тарҙан һәм әҙәбиәттең донъяны танып белеү, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсәлекле урынынан сығып билдәләнә. Уҡыусыларҙы нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошо­на яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни ки­мәлен күтәреү бурысы хәл ителә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоңиональ-эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһы­нан белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт тәрбиәләү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, фекерләү һәләтлеген, телмәр үҫтереү бурыстары тормошҡа ашырыла.

Әҙәбиәт­те заманса уҡытыу — уны сәнғәттең бер төрө булыу үҙенсәлегенә тәрәнерәк үтеп инеү, шул үҙенсәлектәргә ярашлы итеп уҡытыуҙы күҙ уңында тота.

Әҙәбиәт — ысынбарлыҡты художестволы танып белеү дәреслеге, юғары уй-тойғолар, эстетик зауыҡ тәрбиәләү сараһы.

8-се кластағы туған әҙәбиәт курсы башҡорт әҙәбиәте тарихы­нан, иң күренекле яҙыусылар ижадынан системалы белем бирергә, хал­ҡыбыҙҙың әҙәби-рухи хазиналарын эҙмә-эҙлекле күҙ алдына баҫтырырға һәм уҡыусыны юғары интеллектлы, матур зауыҡлы кеше итеп тәрбиәләргә бурыслы.

8-се класс өсөн башҡорт әҙәбиәте программаһы ошо яҡтарҙы иҫәпкә алып төҙөлдө. 5-8 кластарҙа әҙәбиәт уҡытыу Ғ. Ибраһимов, Б.Бикбай, Ғ.Сәләм, З.Биишева,М.Кәрим, Н.Мусин, Р.Ғарипов, Ғ.Хөсәйенов, Р.Бикбаев, Т.Ғиниәтуллин, Н.Нәжми, Ҡ.Аралбай, Ф.Туғыҙбаева, Ә.Әминев, Р.Ҡамал һәм Х.Назар кеүек яҙыусы-шағирҙарҙың әҫәрҙәрен тарихи хронологик принципта өйрәнеүгә нигеҙләнгән. Был иһә юғары кластарҙа әҙәбиәт өйрәнеүҙең төп принцибы-тарихилыҡ принцибын ҡабул итеүгә әҙерләй.

Бынан тыш программала яҙыусыларҙың биографияһы менән таныш­тырыу ҡарала, әҙәбиәт теорияһының белем күләме билдәләнә, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү дәрестәре, ятлау һәм синыфтан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге бирелә.

Программала төп урынды дәрестә анализлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр алғанлыҡтан, күрһәтелгән сәғәттәрҙең күбеһе әҫәрҙәрҙең тек­сын өйрәнеү өсөн файҙаланыла.

Әҫәрҙе текстуаль өйрәнеү матур әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен аңларға, нәфис һүҙгә мөхәббәт тәрбиәләргә ярҙам итә, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә.

Әҫәрҙәр һайлағанда төп иғтибар юғары кешелек сифаттары тәрбиәләү, шәфҡәтлелек, ғәҙеллек, намыҫлылыҡ кеүек әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен яҡтыртҡан, художество сифаты камил әҫәргә бирелде. Ғ.Ибраһимов, Б.Бикбай кеүек яҙыусылар ижадын үткәндә тарихи дөрөҫлөктө асып биреү, үткәнгә, тормошҡа дөрөҫ ҡараш формалаштырыу бурысы, Р. Бикбаев, Ҡ.Аралбай, Н.Нәжми, Х.Назар ижа­дын өйрәнгәндә кешегә, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт, тыуған ергә, ту­ған телгә һөйөү мәсьәләләрен яҡтыртҡан әҫәрҙәр иғтибар үҙәгенә ҡуй­ылды.

Әҙәбиәт теорияһы мәғлүмәттәре яҙыусыларҙың ижады һәм айырым әҫәрҙәре менән дә, күҙәтеүҙәр менән дә бәйләнештә өйрәнелә.

Яҙыусының мөһим әҫәрен уның бөтә ижады фонында, башҡа әҫәрҙәре менән бәйләнештә өйрәнеү, уны башҡа яҙыусылар ижады менән са­ғыштырыу, уларҙың оҡшаш һәм айырым яҡтарын билдәләү, әҙәби про­цесс контексында ҡарау — әҙәбиәт тарихы курсының мөһим үҙенсәлек­тәренең береһе.

Уҡыусылар әҫәрҙәрҙе уҡып, уларҙың идея йөкмәтке­һен һәм художество үҙенсәлектәрен үҙләштереү менән бергә, әҙәбиәт тео­рияһы буйынса ла белем ала.

Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса һәм тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләй һәм яҙа белеү, һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәтке­һенә һәм яҙма эштәргә план төҙөү, әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу күҙҙә тотола.

Программала телмәр үҫтереү буйынса төп эштәр менән бергә ярҙам­сы эштәр ҙә күрһәтелгән. Телмәр үҫтереү күнекмәләре тел дәрестәрендә лә, әҙәбиәт дәрестәрендә лә алып барыла. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусы­ларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә бәйләп, әҙәби текстарҙы тасуири һөйләү күнегеүҙәре үткәрелә, был күнегеүҙәр өсөн махсус ваҡыт бүленә. Телмәр үҫтереү өсөн бирелгән был сәғәттәрҙә әҙәби текстағы һүҙҙәрҙе асыҡ итеп, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы һәм тейешле темпты һаҡлап уҡырға өйрәнеү маҡсаты ҡуйыла, төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән таныштырыла. Тасуири уҡыу, уҡығанды һөйләп бирә белеү, сағыштырыу, мәҡәл, әйтемдәрҙе һ.б. образлы һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе телмәрҙә урынлы ҡуллана белеү, яҙғанда һәм һөйләгәндә цитаталарҙан файҙаланыу, тәбиғәтте күҙәтеү һәм күҙәткәнде яҙып, һөйләп бирә белеү кеүек эштәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Мәктәпте тормошҡа яҡынайтыу бурысынан сығып, ижади характер­ҙағы эштәргә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҙ иптәштәре, ауыл, ҡала хеҙ­мәтсәндәре араһында сығыш яһай белеүҙәренә, тасуири уҡыу, ятҡа һөйләү оҫталыҡтарын үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтеү күҙ уңында тотола.

Программала класта өйрәнеү өсөн индерелгән әҫәрҙәрҙән башҡа кластан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге лә бирелә. Айырыуса әһәмиәтле әҫәрҙәрҙе класта уҡыу, өҙөктәрен ятҡа һөйләтеү, анализ яһау күнекмәләрен үҫтереү өсөн сәғәттәр бирелә.

Уҡытыу методтарын һайлау һәр бер предметтың йөкмәткеһе һәм үҙенсәлектәре менән билдәләнә. Әҙәбиәт, һүҙ сәнғәтенең бер төрө бу­лып, тормошто художестволы образдар аша сағылдыра, тормош күре­нештәрен, ваҡиғаларҙы эмоциональ буяуҙарҙа һүрәтләй, шуға күрә ул кешенең аңына, интеллектына ғына түгел, бәлки уның эстетик тойғоһона ла тәьҫир яһай.

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәренең маҡсаты балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

         Әҫәрҙәр  тарихи хронологик принципта өйрәнелә.



























3. Дәрес һаны буйынса тематик планлаштырыу


Темалар

Дәрес һаны

Р. Бикбаев, Ә.Моратов

1

Ҡобайырҙар, әйтештәр

2

Ш. Әминев - Тамъяни

1

 “Көрьән” сүрәләре

1

Ғ. Ибраһимов

2

Б. Бикбай

2

Ғ. Сәләм

2

З.Биишева

2

М. Кәрим

2

Н.Мусин

2

Р. Ғарипов

1

Ғ. Хөсәйенов

2

Р. Бикбаев

1

Т. Ғиниәтуллин

3

Н. Нәжми

1

Ҡ. Аралбай

2

Ф. Туғыҙбаева

1

Ә. Әминев                                                       

2

Р. Камал

1

Х. Назар

1

Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү

2

Бөтәһе

            34












  1. Календарь-тематик план


Үткәрелеү ваҡыты

Дәрестең темаһы


Иҫкәрмә

календ.

фактик

1



Р.Бикбаев *Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ*. Ә.Моратов “Башҡортлоҡ”



2



Башҡорт халыҡ ижады. Ҡобайырҙар. *Ай Уралым, Уралым*



3



Ҡобайырҙар тураһында. Әйтештәр



4



Яҙма телмәр үҫтереү. Инша. “Ҡобайырҙарҙа халыҡтың яҙмышы” .



5



Шафиҡ Әминев-Тамъяни “Урал”, *Башҡорт бабаларының тарихы*



6



Мөхәммәт пәйғәмбәр“Ҡөрьән китабы”. Р.Бикбаев*Хәҙистәр*.М.Ямалетдинов*Сүрәләр*



7



Ғ.Ибраһимов. *Кинйә* романы.



8



Ғ.Ибраһимов. *Кинйә* романы.(2-се китап)



9



Б.Бикбай. *Ер* поэмаһы



10



Б.Бикбай. *Ҡаһым түрә* драмаһы



11,12



Ғ.Сәләм.*Шоңҡар* поэмаһы



13,14



З.Биишева. *Һөнәрсе һәм Өйрәнсек*



15



Яҙма телмәр үҫтереү. Инша



16,17



М.Кәрим. *Үлмәҫбай* поэмаһы



18, 19



Н.Мусин. *Йыртҡыс тиреһе*



20



Р.Ғарипов ижады



21,22



Ғ.Хөсәйенов. *Һуңғы тарпан*



23



Р.Бикбаев ижады



24,25



Т.Ғиниәтуллин. *Мәтрүшкә еҫе*



26



*Әсә менән бала*



27



Н.Нәжми ижады



28,29



Ҡ.Аралбаев. *Беҙ - кеше* поэмаһы



30,31



Ә. Әминев. *Ҡытай-город*



32



Ф.Туғыҙбаева ижады



33



Р.Ҡамал *Таня-Таңһылыу*



34



Х.Назар ижады. Китап хаҡында хикәйәт. Йомғаҡлау








Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!