МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ОСНОВНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.ТАКТАГУЛОВО
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Рассмотрено и принято на заседании педагогического совета Протокол №___ от _______ 20 __ г. | Согласовано. Зам. дир. по УВР_____Раянова Н.Г. «_____»____________20 ___г. | Утверждаю. Директор школы: __________ Галлямов В.К. Приказ №____ от «___»__________20 ___г. |
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА ПО БАШКИРСКОЙ ЛИТЕРАТУРЕ
9 класс
ДЛЯ ОБУЧАЮЩИХСЯ ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ
Срок реализации рабочей программы: 20__-20__ учебные годы
Примерные образовательные программы по предмету «Башкирская литература». Составитель: М.Б. Юлмухаметов для 5 – 11 классов общеобразовательных организаций с родным (башкирским) языком обучения . Уфа: Китап, 2017г., рекомендованной Министерством Образования Республики Башкортостан.
Закона Республики Башкортостан «О Республиканском комплекте учебников для общеобразовательных учреждений» (в ред. №367-з от 03.11.2006 г.)
Составитель: Раянова Нурия Гаделяновна
Год составления рабочей программы: 20__ г
1.Уҡыу предметын үҙләштереүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре:
«Башҡорт әҙәбиәте» предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:
- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;
- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
- текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
- үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.
Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;
- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
- уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
- һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
- анализлай һәм синтезлай белеү; - сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү; - фекерләй белеү;
Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
- телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;
- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
- башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
- дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
- һорауҙар бирә белеү.
2. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Халыҡ ижады. Башҡорт халыҡ ижады буйынса VII—VIII синыфтарҙа алған белемдәрҙе ҡыҫҡаса ҡабатлау. Йыр, таҡмаҡ, легенда, ҡобайыр, әкиәт жанрҙарын иҫкә төшөрөү.
Халыҡ ижады (фольклор) тураһында дөйөм төшөнсә. Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт. Улар араһындағы уртаҡлыҡ һәм айырма. Фольклор әҫәрҙәренең тыуыу һәм йәшәү рәүеше. Фольклорҙың әһәмиәте. Фольклорҙа халыҡ педагогикаһының сағылышы. Ауыҙ-тел ижадының яҙма әҙәбиәт үҫешендәге роле.
Башҡорт халыҡ ижады. Уның традицион жанрҙары.
Иң боронғо жанр ҡарыһүҙҙәр (мифтар). Башҡорт ҡарыһүҙҙәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт.
Йола поэзияһы. Уларҙың башҡорт халыҡ йолаһына бәйле төрлө төрҙәре.
Халыҡтың художестволы аңы үҫешендә йырҙарҙың һәм бәйеттәрҙең тотҡан урыны. Уларҙа халыҡтың поэтик тарихының һәм рухи донъяһының сағылышы.
Халыҡ ижадының сәсмә формалары: әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр, көләмәстәр. Уларҙың халыҡ фантазияһын сағылдырыуҙары, жанр үҙенсәлектәре.
Халыҡтың афористик жанры: мәҡәлдәр, йомаҡтар, әйтемдәр. Халыҡ педагогикаһы. Халыҡ хәтере һәм традицион халыҡ институты төшөнсәһе.
Хәҙерге башҡорт фольклоры һәм уның үҫеш тенденциялары. Йыр жанрының киң үҫеш алыуы. Профессиональ сәнғәттә халыҡ йыры.
Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар. Халыҡ ижады эпик әҫәрҙәренең боронғо жанрҙары булыу яғынан ҡобайырҙар. Уларҙың жанр үҙенсәлектәре: йөкмәткенең киңлеге, образдарҙың мөһабәтлеге, тасуирлауҙарҙың гиперболаға бай булыуы, хикәйәләүҙең эҙмә-эҙлеге. Ҡобайырҙа фантастика. Боронғо кешеләргә хас донъяға ҡараштың, тормош фәлсәфәһенең сағылышы.
Ҡобайырҙың жанр формалары һәм төркөмдәре. Тыуған ил тураһындағы ҡобайырҙар. Батырҙар тураһында ҡобайырҙар. Тормош-көнкүреш ҡобайырҙары. Ҡобайыр шиғыры.
«Урал батыр» эпосы. Уның боронғолоғо, мифологик нигеҙе. Төп идеяһы — халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршы көрәште данлау. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының сағылышы. Халыҡ фәлсәфәһе. Боронғо йолаларҙа халыҡ педагогикаһының үҙенсәлекле һүрәтләнеше. Самрау батша иле һәм халыктың ижтимағи идеалы. Әҫәрҙә фантастика һәм реаллек. Урал батыр образында халыҡтың идеалы сағылышы. Урал һәм Шүлгән образдары. Ҡобайырҙың художество үҙенсәлектәре, “Урал батыр” эпосының боронғо донъя мәҙәниәтендә тотҡан урыны.
«Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы. Тарих һәм халыҡ эпосы. Әҫәрҙә нуғай осоро тарихының сағылыш дәрәжәһе. Азатлыҡты яҡлап хандарға ҡаршы көрәш темаһы. Иҙеүкәй образы. Уның йөҙөндә халыҡ үҙенең батырын, ил башлығын күрергә теләүе. Иҙеүкәй менән Мораҙым — ата менән ул мөнәсәбәте, батырлыҡ традициялары, Һабрау — башҡорт халыҡ йырауы. Уның аҡһаҡаллығы. Ватансылыҡ тойғоһо.
Туҡтамыш хан. Хандар, әмирҙәр араһында тәхет өсөн тартыш, янъял. Аҡһаҡ Тимер яуы. Бының эпос сюжетында бирелеш рәүеше.
Эпостың поэтик үҙенсәлектәре. Ҡырҡыу хәл-ваҡиғалар һәм мажаралылыҡ. Әҫәрҙең композицияһы. Теле һәм стиле.
Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте.Боронғо әҙәбиәт. Боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт. Руник төрки ташъяҙмалар. Мәхмүт Ҡашғари һүҙлеге. Ундағы йыр, дастан, мәҡәл үрнәктәре. «Ҡотадгу белек» дастаны. Уғыҙнамә, Ҡорҡут-Ата хикәйәттәре. Башҡорт версиялары.
Башҡортостанда боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт. Әҫәрҙең ҡулъяҙма рәүешендә таралыуы. Китап күсереүсе оҫталар. Боронғо әҙәби әҫәрҙәрҙең «Ҡисса-и Йософ», «Буҙъегет» поэмалары. Уларҙың идея-тематик йөкмәткеһе һәм художестволы үҙенсәлектәре. Авторҙары тураһында. Поэмаларҙың ҡулъяҙма көйө таралыуы. Баҫмалары. Башҡорт халыҡ варианттары.
Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары.
Урта быуаттар төрки әҙәбиәтенең Көнсығыш классик әҙәбиәте менән бәйләнеше. Сәйф Сараи, Хәрәмзи, Хисам Кәтиб дастандары. Уларҙың идея-тематик йөкмәткеһе, тел-стиль, поэтик үҙенсәлектәре.
XVIII быуатта Башҡортостанда азатлыҡ өсөн көрәш һәм уның ауыҙ - тел, яҙма әҙәбиәттә сағылышы. Халыҡ публицистикаһы. Батыршаның батшаға яҙған хаты.
Халыҡ ижады сюжеттарынан файҙаланып яҙылған ҡулъяҙма әҫәрҙәр («Ҡуҙыйкүрпәс»).
Башҡорт әҙәбиәтендә артабанғы дастансылыҡ традициялары («Бәхтиәрнамә», «Буҙйегет»). Сәйәхәтнамә жанры.
Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады. Башҡорт халҡының һүҙ оҫталары йырауҙар һәм сәсәңдәрҙең йәмәғәт тормошонда тотҡан урындары. Уларҙың халыҡ шағирҙары, педагогы, тарихсыһы, ил-йорт аҡһаҡалы булыуы.
Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙар. Уларҙың тормошо һәм ижады тураһында айырым мәғлүмәттәр, риүәйәттәр. Был йырауҙарҙа һүҙ оҫталығы һәм музыкаллек һәләттәренең берләшеүе.
Сәсәнлек сәнғәте. Сәсәндәрҙең йыраусылыҡ традицияларын дауам итеүе. Исемдәре билдәле һәм әҫәрҙәре хәҙергәсә һаҡланған сәсәндәр.
Ҡобағош сәсән. Уның тормошо һәм ижады хаҡында мәғлүмәттәр. «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне» шиғри әйтеше.
Ҡарас сәсән. Тормошо тураһында риүәйәт. «Аҡша батыр менән әйтешкәне» әйтеше.
Ерәнсә сәсән. Тормошо һәм ижады. «Ерәнсә сәсәндең Әбелхайыр ханға әйткәне» әҫәренең идея-эстетик асылы. Ерәнсә сәсән исеме менән таралған көләмәстәр.
Байыҡ сәсән. Биографияһы. Ижади эшмәкәрлеге. Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне. Сәсәндең йәш Салауатҡа һамаҡлап әйткәне. Байыҡ сәсән ижадының халыҡсанлығы, идея юғарылығы. Художество көсө.
Буранбай-Йәркәй сәсән. Тормошо һәм ижады. Ҡурайсылыҡ һәнәре һәм үҙе сығарған йырҙары.
Ишмөхәмәт сәсән. Биографияһы. Ижады.
Ғәбит сәсән. Ишмөхәмәт сәсәндең шәкерте. Эпик жанрҙан торған бай репертуары.
Сәсәндәр ижадында фольклор һәм әҙәбиәт традицияларының сағылышы.
С. Юлаев. «Яу», «Уҡ», «Егеткә», «Һандуғас», «Зөләйха» шиғырҙары. «Салауат телмәре».
Салауаттың тормошо һәм яҙмышы. Салауат — башҡорт халҡының легендар батыры һәм сәсән шағиры. Уның шиғырҙарының һаҡланыу тарихы. Әҫәрҙәренең тематикаһы һәм идея йүнәлеше. Тыуған тәбиғәтте һөйөү, Азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ, кешелеклелек. Шиғырҙарының поэтик үҙенсәлектәре. Салауат ижадында яҙма поэзия һәм фольклор традицияларының берләшеүе. «Салауат телмәре» йәки «Бүгәсәүгә ҡушылып, ир батырға ҡуш булып» тигән ҡобайыр. Уның идея йөкмәткеһе. Салауаттың йырҙары. Башҡорт фольклорында, художестволы әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә Салауат образы. Рус совет әҙәбиәтендә Салауат образын күрһәткән әҫәрҙәр. Әҙәбиәт теорияһы. Тарихи шәхес һәм әҙәби герой. Прототип. Тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр (Степан Злобиндың Салауат Юлаев» романын миҫалға алыу).
XVIII быуат әҙәбиәтендәге йүнәлештәр.Әҙәбиәттәге ике йүнәлеш. Халыҡсан әҙәби йүнәлеш. Дини-рухани йүнәлеш. Дини-рухани йүнәлештең электән килгән тамырҙары. Уның тарихи, социаль ерлеге. Суфыйсылыҡтың был осорҙағы сағылышы. Уның күренекле вәкилдәре. Поэтикалағы традиционлыҡ, поэтик ҡанундар.
Т. Ялсығол-әл-Башҡорди .Тормошо. Сәйәхәттәре. Мәҙәни һәм әҙәби эшмәкәрлеге. «Рисаләи Ғәзизә» китабы. Мәҙрәсәләрҙә уҡыу дәреслеге урынына ҡулланылышы. Китаптың дидактизмы. Жанр формалары. «Тарихнамәи Болғар» әҫәре. Тәүарих жанры традицияларында ижад ителеше. Тарихи-әҙәби үҙенсәлектәре. Әй ырыуы шәжәрәһе тәүарихтың берҙәм өлөшө булып ҡушылыуы.
Ғәбдрәхим Усман. Тормош юлы. Башҡортостандағы ғүмере. Эшмәкәрлеге. Уның тураһында Р. Фәхретдин. Әҙәби ижады. «Ғәүариф эз-заман» («Замана уҡымышлылары»), «Китабы Мөһиммәт эз-заман» («Заманының мөһим хәлдәре китабы») йыйынтыҡтары. Уларҙың тематикаһы, мәғрифәтсел рухы, жанрҙары, поэтик хосусиәттәре. Дидактик поэзия традициялары. Мәдхиә, мәрҫиә жанрҙары. Тәржемә әҫәрҙәре. Ғ. Усман ижадының башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан роле һәм урыны. Уның традицияһын дауам итеүселәр.
XIX быуат әҙәбиәте. XIX быуаттың беренсе яртыһында ижтимағи тормош һәм мәҙәниәт. Халыҡсан ижад йүнәлеше. Мәҙрәсәләр. Уларҙағы дини һәм донъяуи күренештәр.
Суфый шағирҙар. Улар ижадында дини һәм донъяуи мотивтар. Рухани поэзия. XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда мәҙәниәт һәм әҙәбиәт. Мәғариф эшенең торошо. Мәғрифәтселек хәрәкәте. Башҡорт халҡы араһынан ғалимдарҙың күтәрелеп сығыуы (М. Биксурин, С. Күкләшев, М. Иванов).
Башҡортостан һәм рус яҙыусылары. Башҡорт фольклорын йыйыуҙа рус әҙиптәре һәм ғалимдары (Р. Игнатьев, С. Рыбаков, Ф. Нефедов, М. Лоссиевскийҙарҙың хеҙмәттәрен ҡылыҡһырлау).
А. Пушкиндың «Пугачев ихтилалы тарихы» һәм «Капитан ҡыҙы» әҫәрҙәрендә башҡорт халҡы тарихының фажиғәле һәм азатлыҡ көрәше биттәре сағылышы. Л. Толстойҙың «Ильяс», «Кешегә күпме ер кәрәк» әҫәрҙәрендә башҡорт халҡы тормошо кәүҙәләнеше. Был әҫәрҙәрҙә яҙыусының донъяға ҡарашы, М. Салтыков-Щедрин тураһында үткән материалдар менән бәйләү.
Н. Крашенинниковтың тормошо һәм ижадына характеристика. «Үлем сейәләре», «Әсә» хикәйәләре. XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорт әҙәбиәтенең нығына барыуы. Реалистик поэзияның күтәрелеше. Проза әҫәрҙәре. Драматургия башланғыстары.
Ғ. Соҡорой.Тормош юлы. Шәжәрәһе. Уның поэтик яҙмаһы. «Тәуарихи Болгария» әҫәре. Шиғырҙары.
М. Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк», «Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе», «Минең ятҡан урыным — зиндан», «Инсафлыҡ», «Мәжлесенә ҡарай ғына», «Нәсихәт».
Тормошо һәм ижад юлы. Бала һәм үҫмер сағы: мәҙрәсә йылдары. Аҡмулла башҡорттар, ҡаҙаҡтар араһында. Китаптары: «Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе» (1892) һ.б. Аҡмулланың автобиографик әҫәрҙәре. Туҡһанбай ауылында Аҡмулла музейы.
Халыҡты мәғрифәткә өндәү, феодал иҫкелеккә, дини фанатизмға ҡаршы көрәш. Аҡмулла поэзияһының төп идея йөкмәткеһе. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк» шиғыры. Ижадында халыҡ педагогикаһының сағылышы.
Уның шиғырҙарында социаль мотивтар. Йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәрҙе тәнҡитләү. Шағирҙың сатираһы. Шиғырҙарының идея-эстетик көсө.
Аҡмулла — халыҡсан шағир, шиғыр оҫтаһы. Ижадындағы ике поэтик башланғыс — Көнсығыштың классик поэзияһы һәм башҡорт, ҡаҙаҡ фольклоры традициялары. Аҡмулланың сәсәнлек һәләте. Ҡобайыр стилендәге шиғырҙары («Бәхет», «Аттың ниһен маҡтайһың», «Нәсихәт»). «Ҡәнәғәт», «Донъя», «Тиһеңме», «Уяныу», «Бәдбәхеткә һүҙем үтмәҫ» Шиғырҙарында мораль-этик проблемалар. Сәсәндәр, аҡындар менән һүҙ ярышы. Поэтик жанрҙары. Шағир һәм поэзияның ижтимағи бурысы тураһында Аҡмулла. Аҡмулланың ҡаҙаҡ, татар поэзияһы үҫешенә йоғонтоһо. Аҡмулла образының әҙәбиәттә һәм сәнғәттә сағылышы.
М. Өмөтбаев. «Йомран иле», «Ҡайыш менән йүкә», «Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы», «Башҡорттар».
Тормошо, ғилми, әҙәби һәм ижтимағи эшмәкәрлеге. Старшина булып эшләүе. Халыҡ ходатайы. «Йәдкәр» китабы. Өмөтбаев хаҡында рус матбуғаты. Тыуған ауылы Ибраһимда М. Өмөтбаев музейы. Өмөтбаев мәғрифәтсе һәм шағир. Рус телен һәм мәҙәниәтен ныҡлап үҙләштергән эшмәкәр. Башҡортостандың тарихы, этнографияһы, фольклоры буйынса хеҙмәттәре. Өмөтбаев — тәржемәсе. А. Пушкиндың «Баҡсаһарай фонтаны» әҫәрен беренсе булып тәржемә итеүе. Шиғырҙарының тематикаһы. Поэтик эшләнеше. Башҡорт йәмғиәте тормошон сағылдырыу яғынан «Йомран иле» шиғыры. «Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы» шиғырының этнографик белем биреү яғынан әһәмиәте. «Ҡайын илә Йүкә» мәҫәле. Әҫәрҙең идея-художество ҡиммәте. Ҡайын һәм Йүкә образдарының аллегорик мәғәнәһе. Лирик шиғырҙары.
М. Өмөтбаевтың тарихи -этнографик хеҙмәттәре. «Башҡорттар» мәҡәләһе. М. Өмөтбаев ижады тураһында ғалимдар һәм яҙыусылар.
Р. Фәхретдин. «Сәлимә», «Әсмә».Тормошо. Мәҙрәсәлә уҡыуы, уҡытыуы. Дини эшмәкәрлеге: имам, ҡазый, мөфтөй, журналист. «Шура» журналы мөхәррире. Мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Р. Фәхретдин — мәғрифәтсе. Балалар һәм ололар өсөн яҙған нәсихәт китаптары. Ғаилә тәрбиәһе, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләренә арналған йыйынтыҡтары. Уларҙа сағылған мәғрифәтселек ҡараштары. Халыҡ педагогикаһы.
«Аҫар» исемле китаптар серияһы. Башҡорт һәм татарҙар араһынан сыҡҡан уҡымышлылар, дин әһелдәре хаҡында био-библиографик белешмә хеҙмәт булыуы.
Башҡорт әҙиптәренең (Т. Ялсығол, Ғ. Усман, Ә. Ҡарғалы, һ. Сәлихов, Р. Соҡорой, Аҡмулла һ.б.) тормошо һәм ижадтары тураһында мәғлүмәттәр.
Р. Фәхретдин — тарихсы. Уның хеҙмәттәрендә Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихының сағылышы. Ул энциклопедист ғалим.
«Сәлимә» повесы. Уҡымышлы ҡыҙ Сәлимә образы. Авторҙың мәғрифәтселек ҡараштарының һүрәтләнеше. Повестың сюжеты, бүтән образдары. Теле һәм стиле. «Әсмә» повесы. Әҫәрҙең идея-эстетик йөкмәткеһе. Ыңғай образдары (Әсмә, Ғәббәс мулла). Кире образдар. Иҫкелек менән яңылыҡ көрәше. Мәғрифәтселек ҡараштарының тәрәнерәк бирелеше.
Повестың жанр үҙенсәлектәре. Сюжеттағы детектив элементтар. Теле һәм стиле.
Әҙәби әҫәрҙәренең, ғилми хеҙмәттәренең башҡорт мәҙәниәте һәм фәне өлкәһендәге урыны, әһәмиәте.
XX быуат башында әҙәбиәт. XX быуат башында Рәсәйҙә һәм уның бер өлөшө булған Башҡортостанда ижтимағи-сәйәси хәл. 1905 йылғы революциянан һуң Башҡортостанда ижтимағи фекер үҫеше, әҙәби хәрәкәт.
Башҡортостанда милли матбуғаттың тыуыуы. Поэзия, проза жанрҙарының үҫеүе. Драматургияның күтәрелеше (Ф. Туйкин, Ғ. Ниязбаев пьесалары).
Мәғрифәтселек реализмынан тәнҡитле реализмға күсеү. Романтизм күренештәре. Халыҡсан, демократик рухлы яҙыусыларҙың майҙанға сығыуы: 3. Һади, С. Яҡшығолов, Ф. Сөләймәнов, А. Таһиров. Д. Юлтый, Ш. Бабич.
С. Яҡшығолов. «Башҡорт ағаларыма хитап», «Дим буйы».
Тормошо. Данлы, абруйлы нәҫел-ырыуы. Мәҙрәсәлә уҡыу йылдары. 1904 йыл рус-япон һуғышында ҡатнашыуы. Ауылда имам, мәҙрәсәлә мөҙәрис, мөғәллим булып эшләүе. Йәшләй әҙәбиәт менән мауығыуҙары. Матбуғатта баҫылған тәүге шиғырҙары. «Урал» гәзитендә сыҡҡан «Яҙ килеүе» шиғырының символик мәғәнәһе.
«Башҡорт хәлдәре» (1911), «Дим буйы» (1912) тигән шиғырҙар йыйынтыҡтары. Унда шағирҙың 1905—1907-се йылдарҙағы революцияны шатланып ҡаршылауы, ҙур өмөттәренең сағылышы. Башҡорттарҙың хәле, ер мәсьәләләр, мәғрифәт эше тураһында уйланыуҙары.
«Башҡорт ағаларыма хитап» шиғыры. Туған халҡының вайымһыҙлығы, наҙанлығы хаҡында борсолоуы. Шағирҙың мәғрифәтселек ҡараштары. Был осорҙа башҡорт әҙәбиәтендәге хитап жанры традицияларының дауам итеүе. «Дим буйы» шиғыры. Туған тәбиғәттән, башҡорттарҙы ерҙәренән яҙҙырыуға ҡаршы мотивтар.
Шағир поэзияһында башҡорт халҡының боронғо тормошон һәм хәҙерге хәлен тасуирлау үҙенсәлектәре. Поэзияһындағы төрлө жанрҙар. Мәҫәлдәр. Рус поэзияһы өлгөләренән өйрәнеүе.
Ф. Сөләймәнов. «Башҡорт моңо», «Тимербай ҡурайсы».
Тормош юлы. Даусан, батыр ата-бабалары. Мәктәп, мәҙрәсәләрҙә уҡыу йылдары. Мөғәллимдәр мәктәбен тамамлауы. Башҡортостанда, Ҡаҙағстанда мөғәллимлек эше. 1917 йылда башҡорт азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы. Башҡорт хөкүмәте органдарында эшләүе. 1920 йылда Урта Азияға, аҙаҡ сит илдәргә эмиграцияға китеүе. Көнбайыш Европа илдәрендә, 1925 йылдан Төркиәлә йәшәүе, Стамбул, Анкара институттарында һәм университетында уҡытыуы, фәнни эш менән шөғөлләнеүе. Әҙәби ижады. Шиғырҙарындағы милли тойғолар («Йәйләүҙе һағынғанда», «Батыр» һ.б.) «Башҡорт моңо» шиғыры. Туған халҡының ауыр яҙмышы хаҡында уйланыуҙары. Башҡорттарҙың тарихы һәм XX быуат башындағы тормошо тураһындағы хикәйәләре: «Башҡорт йәйләүендә», «Ил өсөн», «Ҡасҡын», «Үләт» һ.б. Фольклорҙан килгән мотивтар. Романтик элементтар. «Тимербай ҡурайсы» хикәйәһе. Тимербайҙың аяныслы яҙмышы. Уның аша башҡорт халҡы яҙмышына ишара яһау. Пессимистик уй-тойғоларҙың сәбәбе. Халыҡ һәләкәттән ҡотолор өсөн хәрәкәтләнергә, үҙ азатлығы өсөн көрәшергә тейеш тигән идеяның бүтән хикәйәләрендә ҡуйылышы (Ил өсөн» һ.б.). «Салауат батыр» пьесаһының ошо азатлыҡ идеяһын ҡуйыуы һәм башҡорт хәрәкәттәрен һүрәтләү йүнәлешендә әһәмиәте. Милли батырыбыҙ образын сәхнәгә сығарған тәүге пьеса булараҡ әһәмиәте. Уның артабанғы традициялары.
Ф. Сөләймәнов - А. Инандың әҙәби-ғилми мираҫының халыҡ-ара әһәмиәте.
М. Ғафури. «Себер тимер юлы йәки милләттең хәле», «1906 йылдан 1907 йылға васыят», «1907 йылдың яуабы», «Бөтһөн һуғыш!», «Икмәк», «Ант», «Аждаһа», «Бир ҡулыңды», «Шағирҙың алтын приискыһында».
Тормошо. Белемгә ынтылышы. Троицк, Ҡазан, Өфө мәҙрәсәләрендә белем алыуы. Бөтә тормошо, эшсәнлеге Башҡортостанда үтә. Ижади эшмәкәрлегенә 1924 йылда 20 йыл тулыу байрамы. Уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелеүе. Башланғыс ижады, унда мәғрифәтселек идеяларының сағылышы. («Себер тимер юлы...») Тәүге хикәйәләрендә ҡала һәм ауыл ярлыларының фәҡир тормошон реалистик сағылдырыу («Фәҡирлектә үткән тереклек»).
1905 йылғы революцияға шағирҙың синфи, идеологик көрәш күҙлегенән ҡарауы. «1906 йылдан 1907 йылға васыят», «1907 йылдың яуабы» шиғырҙарында азатлыҡты данлауы, батшалыҡты ҡолатырға саҡырыуы.
1907—1910 йылдарындағы ижадында социаль тигеҙһеҙлекте күрһәтеүе, мәҫәл жанрына мөрәжәғәт итеүе («Энә менән еп», «Һарыҡты кем ашаған?»)
Беренсе донъя һуғышы йылдарындағы ижадының төп идея мотивтары: һуғышҡа ҡаршы өндәү, ирек өсөн көрәшергә саҡырыу («Ул кем?» «Көс», «Бөтһөн һуғыш!»...)
Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы йылдарындағы ижадының совет идеологияһы менән һуғарылыуы. «Хөрриәт иртәһе», «Инҡилап», «Аждаһа», «Ант» шиғырҙарында революцияны данлауы, яңы йәмғиәт ҡоролошон яҡларға саҡырыуы.
М. Ғафуриҙың милли опера тыуҙырыу өлкәһендәге тәүге аҙымдары. (1926-1930 йылдарҙа, С. Ғәбәши, Ғ. Әлмөхәмәтов, Виноградов менән берлектә «Эшсе» операһын яҙыуы).
«Шағирҙың алтын приискаһында» повесы, уның автобиографик характерҙағы әҫәр булыуы. Повеста иҫке йәмғиәт шарттарында йәшәгән эшселәрҙең, шәкерттәрҙең ауыр тормошон сағылдырыу. Әҫәрҙең образдар системаһы. Зиннәт, Мәжит, Фәйзулла, Шакир, Лотфулла кеүек шәкерттәрҙең белемгә ынтылышы, ауырлыҡтар алдында баш эймәүе. Сәлим, Сибғәт бабайҙар, ҡарауылсы ҡарт, ат башы ҙурлығы алтын тапҡан башҡорт эшсеһе, ҡаҙаҡ егеттәре образдары. Ауыр тормош һөҙөмтәһендә һаулыҡтары ҡаҡшаған, физик яҡтан зәғифләнгән эшселәрҙең рухи ныҡлығын, киң һәм саф күңелле кешеләр булыуын асыу.
Прииск хужалары Закир һәм Шакир Рәмиевтар, управляющийҙар, штейгерҙарҙың тупаҫлығы, эрелеге, кешеләр ғүмере менән иҫәпләшмәй байлыҡ артынан ҡыуыуҙары. Әҫәрҙә синфи көрәш юлы менән генә эшселәрҙең үҙ хоҡуҡтарын яулап алыуы мөмкин, тигән идея үткәрелеүе.
Әҙәбиәт теорияһы. Әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты. Образды асыусы саралар (портрет, автор характеристикаһы, телмәр характеристикаһы). Художество методы. Реализм, тәнҡитле реализм хаҡында ҡабатлау.
Ш. Бабич. «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?», «Бер минут», «Көрәшеп үткәр ғүмереңде», «Көтәм», «Йәшәһен эшселәр!», «Ҡурайҡайға», «Башҡортостан», «Салауат батыр», «Көтмәҫтән», «Яҙғы йыр», «Башҡорт халҡына көйлө хитап», «Беҙ». Шәйехзада Бабичтың тормошо һәм ижад юлы. Ғәлиә мәҙрәсәһендә укыуы. Мөғәллимлеге, ижтимағи, журналистик эшмәкәрлеге. 1917 йылда башҡорттарҙың азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китеүе. 1914—1915 йылдарҙағы поэзияһы. Социаль тигеҙһеҙлектән зарланыу. Шағирҙың программаһы әһәмиәтендәге «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?» шиғырҙары, «Ярлы, меҫкен, ҡыҙғаныс» халыҡҡа теләктәшлек күрһәтеү яғынан «Бай һәм ярлы» шиғыры. Ш. Бабич — романтик. «Бер минут», «Әйҙә, милләт», «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде» шиғырҙарының төп идея мотивтары — халыҡты аң- белемле итеү теләге менән, уны тиҙҙән яҡты тормошло итеп күреү идеалы менән яныу. Шағир поэзияһында романтизм. Һуғыш осоронда шағирҙың күңел төшөнкөлөгө күренештәре («Аптыраған минуттар», «Әйҙә, күңелем»). Бабич — сатирик. Уның революцияға тиклем яҙылған сатирик әҫәрҙәренән «Ҡандала» балладаһы, «Ғазазил» поэмаһы һәм «Китабеннас» тигән эпиграммалары. Уларҙың идея йөкмәткеһе һәм художество формаһы.
Шәйехзада Бабичтың башҡорт әҙәбиәте тарихында тотҡан урыны.
Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төҙөлөшө тураһында VII—VIII кластарҙа үтелгәндәрҙе йомғаҡлау, системалаштырыу һәм тәрәнәйтеү. Шиғырҙа ритм һәм рифма. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләште
3. Дәрес һаны буйынса тематик планлаштырыу
№ | Темалар | Дәрестәр һаны |
1 | Инеш | 1 |
2 | Халыҡ ижады | 4 |
3 | Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте | 2 |
4 | Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады | 1 |
5 | С. Юлаев | 1 |
6 | Т. Ялсығол-әл-Башҡорди. Ғәбдрәхим Усман. | 1 |
7 | XIX быуат әҙәбиәте. Ғ. Соҡорой | 1 |
8 | М. Аҡмулла | 1 |
9 | М. Өмөтбаев | 1 |
10 | Р. Фәхретдин | 2 |
11 | XX быуат башында әҙәбиәт | 1 |
12 | С. Яҡшығолов | 1 |
13 | Ф. Сөләймәнов | 2 |
14 | М. Ғафури | 2 |
15 | Ш. Бабич | 2 |
16 | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау | 4 |
17 | ТҮ | 6 |
| Бөтәһе | 33 |
№ | Үткәрелеү ваҡыты | Дәрестең темаһы | | Иҫкәрмә |
календ. | фактик |
1 | | | Художестволы әҙәбиәт. Халыҡ ижады. | | |
2 | | | Башҡорт халыҡ ижады. Традицион жанрҙары.Халыҡ ижадының сәсмә формалары. | | |
3 | | | Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар. | | |
4 | | | “Урал батыр” эпосы. | | |
5 | | | “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы. | | |
6 | | | Боронғо һәм урта быуаттар әҙәбиәте.Болғар осоро әҙәбиәте.Ҡол Ғәли. “Ҡисса-и Йософ”. | | |
7 | | | Урта быуаттар әҙәбиәте.Батыршаның батшаға яҙған хаты. | | |
8 | | | Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады. | | |
9 | | | Тест һорауҙарына яуап алыу. Үтелгәндәрҙе йомғаҡлау. | | |
10 | | | Салауат Юлаевтың тормош һәм яу юлдары. | | |
11,12 | | | ТҮ.Салауат Юлаев ижады буйынса инша. | | |
13 | | | Хаталар өҫтөндә эш. XVIII быуат әҙәбиәтендәге йүнәлештәр. Тажетдин Ялсығол Әл-Башҡорди.Ғәбдрәхим Усман. Тормош һәм ижад юлдары. | | |
14 | | | XIX быуат әҙәбиәте. Һибәтулла Сәлихов.Ғәли Соҡорой. Тормош һәм ижад юлдары. | | |
15 | | | Мифтахетдин Аҡмулла. Тормош һәм ижад юлы. Шиғырҙары һәм уларҙың поэтик үҙенсәлектәре. Аҡмулланың әҙәбиәттәр тарихындағы урыны һәм роле. | | |
16 | | | Тест һорауҙарына яуап алыу. Үтелгәндәрҙе йомғаҡлау. | | |
17 | | | М. Өмөтбаев.Тормош юлы. Ғилми-ағартыу эшмәкәрлеге. Әҙәби эшмәкәрлеге. | | |
18 | | | Риза Фәхретдинов. Тормош һәм ижад юлы.Ғилми-ағартыу эшмәкәрлеге. | | |
19 | | | Риза Фәхретдиновтың әҙәби эшмәкәрлеге. Кластан тыш уҡыу. “Тәрбиәле бала” | | |
20, 21 | | | ТҮ.Инша. XIX быуаттағы башҡорт мәғрифәтселәре һәм уларҙың эшмәкәрлеге. | | |
22 | | | Хаталар өҫтөндә эш. Иншаларға анализ яһау. XX быуат башындағы әҙәбиәт. | | |
23 | | | Сафуан Яҡшығолов. Тормошо һәм ижады. | | |
24 | | | Фәтхелҡадир Сөләймәнов. Тормош һәм ижад юлы. Әҙәби эшмәкәрлеге. | | |
25 | | | Фәтхелҡадир Сөләймәнов. “Салауат батыр” драмаһы. Ғилми эшмәкәрлеге. | | |
26 | | | Тест һорауҙарына яуап алыу. Үтелгәндәрҙе йомғаҡлау. | | |
27 | | | Мәжит Ғафури. Тормош һәм ижад юлы. 1917 йылға тиклемге ижады һәм 1917 йылдан һуңғы әҙәрҙәре. | | |
28 | | | Мәжит Ғафури. “Шағирҙың алтын приискыһында”.Әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты. Художество методы. | | |
29, 30 | | | ТҮ.Мәжит Ғафури ижады буйынса инша. | | |
31 | | | Хаталар өҫтөндә эш. Шәйехзада Бабич. Тормош һәм ижад юлы. Башланғыс һәм 1914 – 1916 йылдарҙағы ижады. | | |
32,33 | | | Шәйехзада Бабичтың Февраль революцияһынан һуң яҙған әҫәрҙәре.Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төҙөлөшө. Тест һорауҙарына яуап.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | | |