СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по башкирскому языку для 1-4 классов

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рабочая программа по башкирскому языку для 1-4 классов

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по башкирскому языку для 1-4 классов»

1.“Башҡорт теле” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре.


Башланғыс мәктәптең беренсе класында тәү башлап башҡорт телмәрен тыңларға, ишетергә,һөйләргә һәм уҡырға, яҙырға өйрәтеү; башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнеү һәм уҡыу процесында социаль тәжрибә туплау, әхлаҡи тәрбиә биреү уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.Башҡорт грамотаһына өйрәтеү һәм башҡорт телен өйрәнеү түбәндәге маҡсаттарҙы ҡуя:

- тыңлау( ишетеү), һөйләү, уҡыу һәм яҙыу күнекмәләренә эйә булыу;

-лексика, фонетика, грамматика, синтаксис өлкәһендә башланғыс тел төшөнсәләрен, күренештәрен, ҡанундарын үҙләштереү;

-башҡорт телендә-республиканың дәүләт телендә-аралашырға, үҙ-ара мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү;

-башҡорт теле аша халыҡтың мәҙәниәтен(ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, ауыҙ-тел ижадын) өйрәнеү һәм үҙләштереү;

Яңы быуын стандарттарының талаптарына ярашлы, бала, башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән, уңышлы уҡыусы һәм социаль йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе туплаған эшмәкәр кеше сифаттарына эйә булған шәхес итеп тәрбиәләнергә тейеш.

1-се класс

«Башҡорт теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

Предмет буйынса белем алыуҙа

-һүҙҙәрҙе мәғөнәүи яҡтан төркөмләргә (предметтың атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр);

-һөйләм төрҙәрен билдәләргә (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡырға; һөйләмде дөрөҫ яҙырға (баш хәреф, аҙағында — тыныш билдәләре);

-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе айыра, таный белергә; һөйләм­де күсереп яҙғанда ярҙамсы һүҙҙәрҙе (да-дэ, та-тэ, ла-лә; ғына-генә, 'кына-кенә) билдәләргә һәм дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;

-предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәргә айыра белергә; кешенең исемен, фамилия­һын, ер-һыу атамаларын, хайуан ҡушаматтарын баш хәрефтән яҙырға;

-өндәрҙе һуҙынҡы, тартынҡыларға айырырға, нәҙек-ҡа- лын һуҙынҡыларҙы, парлы яңғырау-һаңғырау, парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы дөрөҫ билдәләргә, график рәүештә тамғаларға;

-һүҙҙең (3—4, 5—6 өндән торған) өн моделен төҙөргә;

6—7, 7—8 һөйләмдән торған (30—35 һүҙ) тексты күсереп яҙырға; 25—30 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә;

-һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә;

о — ө, уу, э (һүҙ башы) хәрефтәре; йә, Сш, йу, йе (һүҙ уртаһы) йо, йы ҡушымсалары булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға; һүҙ башын­да я, е, ё, ю хәрефтәре менән булған 2—3, 3—4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға; тартынҡы өндөң аҙағында килгән нәҙеклек билдәһен (ь) рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә (3—4, 4—5 хәреф­ле) дөрөҫ яҙыу.

Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә

-уҡытыусыға, класташына, өлкәндәргә үтенес менән өндә­шергә;

-уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағышты­рырға, анализларға һәм һығымта яһарға;

-аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға, яуап бирергә; һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә, үҙеңдекен — яҡларға;

диалог, монолог ҡора белергә

-мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә;

алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға;

-мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға;

-парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә; эште планлаштырырға, уны тормошҡа ашырырға;

3—4, 4—5 һөйләмдән торған иғлан, ҡотлау, белдермә (запис­ка) яҙабелергә.

Шәхси сифаттарҙы үҫтереүҙә

-уҡыу процесында белем алыуға яуаплы ҡарарға; тиҫтерҙәре» уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарарға;

-Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында ҡайғыртыуса булырға;

һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.

2-се класс

1. Предмет буйынса белем алыуҙа

һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмләргә. Уларға тейешлеһорау ҡуйырға. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдереүсе һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә урынлы ҡулланырға;

-һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә һәм уны хәрефтәр менән яҙырға;

-һөйләмдәр төҙөргә (телдән һәм яҙма), уларҙы тейешле һүҙ өҫтәп тулыландырырға;

-һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр, өндәү, һорау һөйләмдәргә айырырға. Уларҙы тейешле интонация менән уҡырға;

-һөйләмдең эйәһен, хәбәрен (баш киҫәктәрен) айыра белергә;

-башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанундарын, ҡағиҙәләрен үҙләштерергә: У уҮу, ОоӨө, Ээ(е), Ыы хәрефле һүҙҙәр, һүҙҙә йә. йө, йу, ие (һүҙ уртаһы), йо, йы ҡушымсалары, һүҙ башында Яя, Ее, Ёё, Юю хәрефтәре, һүҙ башында В хәрефе, ярҙамсы һүҙҙәрҙең (һәм, менән.; дадә, ҙаҙә; татә, лалә; гынагенә, -эсынакенә) айырым яҙылышы. Һөйләм аҙағында тейешле ты­ныш билдәһе (нөктә, һорау, өндәү) ҡуйырға. Кеше исем-фамилия­ларын, хайуан ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын һәм һөйләмдең башындағы һүҙҙе ҙур хәрефтән яҙырға;

8—10 һөйләмдән торған (35—40 һүҙ) тексты күсереп яҙырға;

30—35 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә; һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә;

-тексты аңлы уҡырға һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәргә. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәргә;

-уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашырға.

2. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә

-үҙ аллы уҡырға, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллашты­рырға: белемде, мәғлүмәтте эҙләү күнекмәләре булдырырға (һорау, белешеү, мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш һ. б.); тикшеренеү-эҙләШ неү эшен планлаштырырға; парлап, төркөмләп, команда менән эшләргә;-алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәргә;-билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ. б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәргә;-диалог ҡорорға, уҡыу материалын тикшерергә, анализларға;һығымта яһарға;

-мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнергә: әңгәмәсене тыңлай, хуплай белергә, аңламағаныңды итәғәтле итеп һорашырға, яуап алырға һәм рәхмәтеңде белдерергә; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңла­йышлы итеп еткерергә, уны яҡлай белергә.

3. Шәхси сифаттарҙы үҫтереүҙә

-үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға, ата-әсәһенә ҡарата ихтирамлы булырға;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-Тыуған илде яратырға; ерҙе, телде һаҡларға;

-һаулыҡты һаҡларға;

-тиҫтерҙәреңә, уҡытыусыларға, яҡындарыңа, мәктәп хеҙмәт­кәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға.

3 –сө класс

1. Предмет буйынса белем алыуҙа

-һүҙҙең өн моделенә ярашлы һүҙ уйлап табырға;

-һүҙҙең өлөштәрен (тамыр һәм ялғау, яһаусы ялғау һәм яһалма һүҙ) айырырға;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙе танырға. Уларҙы башҡа оҡшаш һүҙҙәрҙән айырырға;

-тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр, парлы-парһыҙ, яңғырау-һаңғырау, сонор тартынҡы өндәр, һүҙҙә сиратлашып килеүсе тартынҡылар тураһында һөйләй белергә;

-һүҙгә фонетик анализ яһай белергә;

-ҡушма һүҙҙәрҙе танырға, уларҙың дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;

-үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе танырға һәм уларға дөрөҫ ялғау ҡуша белергә;

-һүҙ төркөмдәрен (предметтың атамаһын, билдәһен хәрәкәтен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе) таба белергә;

-һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белергә;

-сюжетлы һүрәт, һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында хикәйә, әкиәт ижад итергә;

2. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә

-үҙ аллы белем алырға, мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә;

-дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә; дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тоторға ( һәм тормошҡа ашырырға, эште дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға;

-эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә;

-тиҫтерҙәрең һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшергә, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә;

-эшләгән эшеңде дөрөҫ баһаларға, кәрәк икән, төҙәтмәләр ин­дерергә.

3. Шәхси сифаттарҙы үҫтереүҙә

-үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

-тиҫтерҙәреңә, уҡытыусыларыңа, ата-әсәгә, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ихтирамлы булырға;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-Тыуған илде яратырға; ерҙе, телде һаҡларға;һаулыҡты нығытырға;

-ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урында­рында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;

-кеше менән аралашыу этикетын үҙләштерергә;

4-се класс

1. Предмет буйынса белем алыуҙа

-өндәрҙе төркөмләргә, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар таблицаһына таянып, уларға тулы характеристика бирергә;

-һүҙ төркөмдәрен мәғәнәһе һәм һорауы буйынса айыра гә;

-өйрәнелгән орфограммаларҙы эсенә алған, 70—80 һүҙҙән торған тексты каллиграфия талаптарына ярашлы грамоталмя; белергә;

-һүҙҙе яһалышы һәм һүҙ төркөмдәре буйынса тикшерә бш гө, һүҙгә фонетик һәм морфологик анализдар эшләргә; 1

-һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынёащ ләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмдемәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белергә;

-70—80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙырға, инша ижад итергә, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғалар эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белергә.

2. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә

-уҡыу процесына яуаплы ҡарарға, маҡсат ҡуя, әште план­лаштыра белергә, уҡыу мәсьәләләрен сисә белергә;

-теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт тупларға, эҙлә­неү эше альш барырға, уның буйынса презентация эшләй белергә;

-мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына әйә бу­лырға, үҙ итергә, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышырға, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белергә;

-билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик мини­мумын үҙләштерергә һәм телмәрҙә ҡуллана белергә.

3. Шәхси сифаттарҙы үҫтереүҙә

-үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарарға;

-мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-һаулыҡты һаҡларға; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәт­кәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;

-Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, уларҙы һаҡларға, халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнер­гә, таратырға.



2.Уҡытыу программаһының йөкмәткеһе


1 класс

Әлифбаға тиклемге осор

1. Предмет. Тирә-йүндәге предметтарҙы өйрәнеү. Улар тураһында түбәндәге алгоритм буйынса һөйләү:

- предметтың исеме (аталышы);

- предметтың формаһы (йомро, түңәрәк, оҙонса, шаҡмаҡ, квадрат, тура дүртмөйөш, өсмөйөш, ялпаҡ һ. б.);

- предметтың тышҡы торошо (шыма, ҡытыршы, йомшаҡ, ҡаты һ. б.);

- предметтың төçө;

- предмет нимәнән эшләнгәнен билдәләү;

- предметтың тормошта ҡулланылышы.

Предметты өйрәнеү, күҙәтеү. Уны башҡа объект менән сағыштырыу, уға оҡшаш объекттар табыу. Уларға хас оҡшаш һыҙаттарҙы билдәләү. Объекттың төп, үҙәк үҙенсәлектәрен табыу, билдәләү. Уларҙы ваҡ, төп булмаған үҙенсәлектәрҙән айыра белеү. Предмет һәм уға ҡағылышлы күренеш буйынса үҙ фекеренде белдереү.

Предметты өйрәнеү ысулдарын табыу, билдәләү һәм һығымта яһау (предметты өйрәнеү ысулы — уны ҡулдар менән тотоп ҡарау, күҙҙәр менән күреү). Фекерләү, аң-зиһен формалаштырыу ысулдарын (күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау, баһалау, йомғаҡлау) үҙләштереү.

2. Һүҙ тураһында төшөнсә.

а) Һүҙ. һүҙҙең исем атау функцияһы. Уның телмәрҙәге әһәмиәте. Һүҙҙең әйтелешен тыңларға һәм ишетергә өйрәнеү, уны күҙәтеү. Һығымта: һүҙҙе әйтәбеҙ һәм ишетәбеҙ.

б) Предметтың исемен белдергән һүҙҙәр. Предмет - һүҙҙәр. Уларҙы символик тамғалау. Предмет - һүҙҙәр йыйыу, һүҙ төркөмө.

Сюжетлы һүрәт. «Мажаралы футбол». «Спорт» темаһына ҡағы­лышлы предмет - һүҙҙәр туплау. Ул һүҙҙәрҙе ҡулланып, һүрәт буйынса һөйләшеү ҡороу, уларҙы баланың лексиконына индереү. һүрәттәге сюжетҡа оҡшаш ситуацияларҙа юмор, шаяртыу элементтарын ҡулланыу; сетерекле, көтөлмәгән хәл - ваҡиғаларҙан сығыу юлдарын таба белергә өйрәтеү. Һаулыҡ һаҡлау, спортка ылыҡтырыу мәсьәләләренә әһәмиәт биреү.

в) Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Хәрәкәт - һүҙҙәр. Улар­ҙы символик тамғалау. Һүҙбәйләнеш (предмет - һүҙ + хәрәкәт - һүҙ: уҡыусы яҙа, бала уйнай, ямғыр һибәләй һ. б.

Сюжетлы һүрәт менән эш. «Хәрәкәттә бәрәкәт». Балаға һәр кем үҙенсә матур булыуын күрһәтеү. Үҙ - үҙеңде яратырға, тышҡы ҡиәфәтең, һаулығың тураһында ҡайғыртып йәшәргә кәрәклеген аңғартыу. Хәрәкәт организм өсөн файҙалы икәнен төшөндөрөү.

г) Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Билдә - һүҙҙәр. Улар­ҙы символик тамғалау. һүҙбәйләнеш (билдә - һүҙ + предмет - һүҙ: матур һүрәт, һипкелле ҡыҙ, уңған әсәй, япраҡлы ағас; билдә - һүҙ + хәрәкәт - һүҙ: яй йүгерә, ҡапыл ырғыны, матур яҙа, шәп уҡый, күп һөйләй, насар күрә һ. б.

Сюжетлы һүрәт менән эш. «Көҙгө урманда». Көҙгө урманды һүрәтләп һөйләгәндә билдә - һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләү. һөйләм һыҙмаһына ярашлы көҙ тураһында телдән инша төҙөү (2—3, 3—4 һөйләм).

Тикшереү эше. Балаларҙың һүҙ төркөмдәрен нисек үҙләштереүҙәрен күҙаллау. Предмет - һүҙҙәр, хәрәкәт - һүҙҙәр, билдә - һүҙҙәр әйтеп, һүҙ схемаларын төшөртөү (ҡалаҡ, сынаяҡ, айыу, ҡуян, сейә, алма, саған, уçаҡ; тора, бешерә, иләй, түгә, бара, илай, һанай; тоҙло, еүеш, һыуыҡ, һөйкөмлө, егәрле һ. б.; малай бейей, апай һөйләй, ел иçә, ҡыҙыл сәскә, йомшаҡ ҡул, сәнскеле үлән, һимеҙ һарыҡ, ҡурҡаҡ ҡуян, ҡысҡырып һөйләй, аҙ яҙған, матур кейенгән һ. б.

3. Һөйләм.

һөйләм тураһында төшөнсә. һөйләмдең һыҙмаһы. һөйләмдең башы. һөйләмдең аҙағында тыныш билдәләре (нөктә, һорау,өндәү).

Бәләкәс һәм ҙур һөйләмдәр. (Көҙ килде. Матур көҙ килде. һөйләмде киңәйтеү, тулыландырыу. һөйләмгә һүҙ өçтәү тамғаһы.

Сюжетлы һүрәт. «Ҡоштар менән хушлашыу». Көҙгө күренештәргә иғтибарлы булырға, ҡоштар тормошо, көҙөн тыуған яҡтары менән хушлашыу күренештәрен күҙәтергә күнегеү һәм күргән-белгәндәргә таянып һөйләү, тәбиғәт матурлығы аша баланың эске психик торошон ыңғай яҡҡа көйләргә, унан көс - энергия алырға өйрәтеү.

4. Ярҙамсы һүҙҙәр.

а) Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре. Улар менән һөйләмдәр төҙөү.

б) Да-дә, та-тә, ҙа-ҙә, ла-лә ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе һөйләм һыҙмаһында тамғалау.

в) Ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе һөйләм һыҙмаһында тамғалау.

Сюжетлы һүрәт. «Бесәй менән булған мажара». Бесәй менән булған мажараларҙы эҙмә-эҙлекле итеп тасуирлап һөйләргә; мәрәкәле, ҡыҙыҡ күренешкә юмор, шаярыу менән ҡарарға күнегеү, кешенең һиңә ҡарата әйтелгән шаяртыу һүҙҙәрен аңлай белеү.

Тикшереү эше. һөйләмде тыңлау, ишетеү һәләтен һәм һыҙма ярҙамында күрһәтеү күнекмәләренең кимәлен күҙаллау. һөйләм әйтеү һәм уның һыҙмаһын һыҙҙырыу. (Әсмә сәсен урә. Әсмәнең күлдәге матур ғына. Ул сәсен тарай ҙа тарай.

5. Һүҙ һәм өн.

а) Өн тураһында төшөнсә. һүҙҙе тыңлау. һыҙма ярҙамында һүҙҙә һәр өндөң урынын билдәләү - һүҙҙең өн моделен төҙөү. Өн модель буйынса һүҙҙе укыу. Һүҙҙең өн моделенә ярашлы һүҙҙәр уйлау, уны моделгә урынлаштырып ҡысҡырып укыу.

Сюжетлы һүрәт. «Йәшенмәк уйнағанда». Телмәр үçтереү. Уйнағанда һанашмаҡтар ҡулланыу.

б) Өндәрҙе тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәргә айырыу. Өндәрҙе күҙәтеү, тикшеренеү эше үткәреү һәм уларҙы айырыу ысулдарын, юлдарын билдәләү. Балалар тарафынан асыласаҡ ысулдар: өндө ҡысҡырып әйтеп тыңлау һәм өн әйтелгән мәлдә ҡаршылыҡ осрау-осрамауын тойомлау. Өндө әйткәндә ауыҙ ҡыуышлығынан өрөлгән һауаға ҡаршылыҡ ҡуйылыу осраҡтарын күҙәтеү: ирендәр ҡымтыла, тел аңҡауға йәбешә, аçҡы һәм өçкө рәт тештәр тоташа. Шулай итеп үпкәнән өрөлгән һауаға ҡаршылыҡ тыуа. Тимәк, әйтелгән өн тартынҡы, уны һуҙып әйтеп булмай. Өндө әйткәндә үпкәнән өрөлгән һауа ҡаршылыҡҡа осрамай иркен сыҡһа, өн — һуҙынҡы. Тартынҡы, һуҙынҡы өндәрҙе айырып тамғалау (тартынҡы — шаҡмаҡ, һуҙынҡы — түңәрәк).

Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. һүҙҙе ижеккә бүлгәндә эш итеү ысулдарын асыу (ритмлап ҡул сабыу, ҡәләм менән партаға һуғыу, аяҡ тибеү, эйәккә ҡул һыртын ҡуйып тойомлау һ. б.), һүҙҙең өн моделендә уны символик рәүештә ижеккә бүлеү. һүрәт менән эш. Телмәр үçтереү. «Ҡымыҙ — файҙалы эсемлек». Ата-бабаларҙың кәсеп-һөнәрҙәре менән танышыу, өйрәнеү.

Баçым. Баçым һүҙҙең аҙаҡҡы ижегенә төшә. Башҡорт телмәре музыкаль һәм яғымлы. Телмәр үçтереү. «Өйөрҙә бер күк ҡолон, ҡойроғо — бөҙрә толом». Һүрәтләү саралары (сағыштырыу): мороно ебәк бәрхәт, күҙҙәре янар йондоҙ, ҡойроғо бөҙрә толом, тояҡтары нескә талдай, ҡолаҡтары ҡайсы төçлө һ. б.

в) Нәҙек һәм ҡалын өндәр.

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу, һығымта яһау. Саф башҡорт һүҙенең беренсе ижеге нәҙек әйтелешле булһа, ҡалған ижектәре лә нәҙек әйтелешле. Саф башҡорт һүҙенең тәүге ижеге ҡалын булһа, ҡалған ижектәре лә ҡалын. Ҡалын, нәҙек өндәрҙе айырып тамғалау (ҡалын өндәр — зәңгәр, нәҙек өндәр - һары төçтә). һүҙҙәрҙе өн моделе буйынса уҡыу.

г) Һаңғырау һәм яңғырау тартынҡылар.Пар тартынҡылы һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу. Шау (һаңғы­рау) йәки тауыш (яңғырау) ярҙамында яһалған өндәр. һаңғырау һәм яңғырау тартынҡыларҙы тамғалау.

Әлифба осоро

Хәреф — өндөң тамғаһы. Алфавит.

Бик борон яҙма телмәр булмағанда кешеләр нисек аралашҡан? Алфавиттың хәрефтәрен өйрәнеү кәрәкме? Ни өсөн?

[ә] өнөн тамғалау. Әә хәрефе. Әә хәрефен яҙыу. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып укыу («тишекле» укыу): шәм, тәм, ләм, мәл, һәм, кәм, сәй, әсәй, әтәс, Әнәс, Әсмә, әрем, кәмә, кәзә, бәлә.

Телмәр үçтереү. «Күл буйында».

[а] өнөн тамғалау. Аа хәрефе. Аа хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу(«тишекле» уҡыу): ал, ат, аш, ас, аҡ, ай, ала, ата, аша, аса, аға, баш, таш, ҡаш, ҡар, май, бай, шар, зар, тар, атай, ағай, апай, ашай, арый, арыш, алҡа, арпа, алма, арҡа, бара, бала, тала, ҡала.

[ө] өнөн тамғалау. Өө хәрефе. Өө хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙен моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): өс, өт, өй, өн, өр, һөй, йөй, сөй, көй, көн, төн, өкө, бөрө, көлтә, төйөн, бөйөк, төлкө, бөркөт, һөлөк.

[о] өнөн тамғалау. Оо хәрефе. Оо хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): он, ос, оло, ошо, оро, ҡош, тоҙ, боз, ҡор, тор, ойоҡ, осоҡ, отош, ҡоро, һоро, орсоҡ, борон, болон, ҡором, ҡорот, толом, морон, солон, ҡозоҡ. Һуҙынҡылар таблицаһын төҙөү.

[ү] өнөн тамғалау. Үү хәрефе. Үү хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): үр, үт, үç, үрә, үтә, үçә, бүл, күл, сүл, күс, үлән, һүз, үгеҙ, үтек, бүре, бүләк, күнәк, йүләр, йүтәл, гүзәл. Телмәр үçтереү. «Себештәрем, бәпестәрем». [у] өнөн тамғалау. Уу хәрефе. Уу хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): уй, уҡ, ун, ур, ул, ут, ус, ура, ута, ҙур, ҡура, тура, бура, Урал, уçал, уçаҡ, ураҡ, усаҡ, утын, упҡын, урғыс, урман, уңған, уртаҡ.

[л] өнөн тамғалау. Лл хәрефе. Лл хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: ал, ул, ала, оло, ләлә; Ләлә ал — ала. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишек­ле» уҡыу): ал, ул, ил, ала, илэ, оло, пул, тул, бил, кул, Ләлә, алты, алҡа,иләк, улән, олон, өлөш, илек.

[м] өнөн тамғалау. Мм хәрефе. Мм хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: мал, мул, мәл, ләм; Ул алма ала. Һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): мал, мәл, мул, ләм, өмә, алма, Милә, миләш, Морат.

Тартынҡылар таблицаһын төҙөй башлау. [т] өнөн тамғалау. Тт хәрефе. Тт хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: таш, тул, тиш, ата, ута, утә, отам, тота; Милә, тутәл ута). һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): ат, ут, ит, от, өт, ут, тал, тәм, тут, тот, тир, таш, туш, төш, ата, ута, өтә, утә, тора, тара, таба, тала, тирә, тугә, тубә, тибә, тота, төшә, тишә, тана, торба, торна, төлкө, тирмә, тишек, төтөн, тирәк, тутәл. Телмәр үçтереү. «Төлкө менән торна» әкиәте.

[ш] өнөн тамғалау. Шш хәрефе. Шш хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: шәл, шул, ошо, таш, төш, тишә, тушә; Урал, аш аша. Һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): шат, шар, шәл, шәп, шом, таш, ҡаш, баш, биш, туш, буш, ҡуш, йәш, ошо, аша, шама, шыма, тишә, шешә, бешә, тушә, таша, төшә.

[б] өнөн тамғалау. Бб хәрефе. Бб хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: бал, убә, бил, бөтә, бәлә, бала; Булат бал ала. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): баш, бал, бил, боç, баз, бит, биш, бала, бәлә, булә, була, бура, бөрө, баҡа, башҡа, батша, балта, болот, болон, болан, буран, бишек, бесәй, Булат, Банат, Бикә, Борай, Баймаҡ.

Телмәр үçтереү. «Бал».

[р] өнөн тамғалау. Рр хәрефе. Рр хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: ур, ир, өр, ара, ура, рәт, урт, тура, төрә; Турат арба тарта. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): ур, ур, өр, урә, ура, бэр, бар, бөр, бор, бур, бара, бора, бөрә, бура, урам, урәм, ураҡ, арыш, арык, арпа, арҡа, тара, төрә, тура, турә, Урал.

Телмәр үçтереү. «Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр».

[и] өнөн тамғалау. Ии хәрефе. Ии хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: ил, иш, биш, тишә, бирә, тирмә, шишмә; Рәшит ат ашата. Эмир тутәл у тар. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): ирек, ишәк, имән, иләк, ирен, иген, итек, исем, тирәк, кишер, тишек, шишмә, Илһам, Илнур, Илузә.

Телмәр үçтереү. «Икмәк бөтә нәмәгә баш».

[н] өнөн тамғалау. Нн хәрефе. Нн хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: ун, ин, өн, он, инә, ана, нур, төн, тин, мин; Нөгөш матур. Имән матур була. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): нисә, ниңә, нимә, банан, менән, Нәркәс, Нәғим, Нәбир, Нәсих.

[ң] өнөн тамғалау. ң хәрефе. ң хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: аң, уң, иң, өң, таң, тиң, туң, шаң, моң, моңло; Был буре өңө. Булмәләмоң тарала. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): моңаана, аңлы, миңае, тиңдәш, мөңрәй.

[с] өнөн тамғалау. Сс хәрефе. Сс хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: асам, сисә, сурә, сөсө, Сура, Сәлим, Солтан; Сабир ситән урә. Әсмә сәләм бирә. Сура улән сәсә. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу):сәскә, сәсәк, сукеш, саған, сабаҡ, сыбар, суҡыш, асыш, Сэғит, Сәрмән, Сәфәр.

Телмәр үçтереү. «Сыбар тауыҡ» әкиәте.

[э] өнөн тамғалау. Ээ(е) хәрефе. Ээ(е) хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: эсә, эре, энә, элә, эшсе, эңер, тел, бел, бер, сер, белем; Эт өрә. Себеш үлән тарта. Эңер иртә төшә. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): эçе, эйә, эйәр, эйәк, эсәк, кеше, серек, бесәй, кесе.

[ы] өнөн тамғалау. Ыы хәрефе. Ыы хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: ысын, арыш, алыш, урын, мышы, тырыш; Сыртлан тырыш бала, һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): ҡыш, йыр, ышыҡ, ысыҡ, ҡыҙыл, ҡыҙыҡ, быйыл, муйыл, быйма.

Телмәр үçтереү. «Бал ҡорттары».

[з] өнөн тамғалау. Зз хәрефе. Зз хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар [з] - [с].

Телмәр үçтереү. «Ике кәзә» әкиәте.

[й] өнөн тамғалау. Йй хәрефе. Йй хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү. Йә, йө, йу ҡушымсалары менән нәҙек һүҙҙәр төҙөү: йәй, йәйә, бейә, сейә, йәмле, йәшел, йөрөй, мөйөш, йутәл, йунсел. Йо, йы ҡушым­салары менән ҡалын һүҙҙәр төҙөү: йомро, йыр, йыл. Йе ҡушымсаһы һүҙ уртаһында һәм һүҙ аҙағында: тейеш, тейен, бейе, мейе, әсәйем, өләсәйем, бесәйем, инәйем.

[г] өнөн тамғалау. Гг хәрефе. Гг хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

[к] өнөн тамғалау. Кк хәрефе. Кк хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү. Парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар [г] - [к].

[ҡ] өнөн тамғалау. Ҡҡ хәрефе. Ҡҡ хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙ­ҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «Нисәү минең бәпесем?»

[ғ] өнөн тамғалау. Ғғ хәрефе. Ғғ хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү. Парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар [г] - [ҡ].

Телмәр үçтереү. «Катоктағы мажара».

[ҙ] өнөн тамғалау. Ҙҙ хәрефе. Ҙҙ хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

[ç] өнөн тамғалау. ç хәрефе. ç хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү. Парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар [ҙ] - [ç].

Телмәр үçтереү. «Ҡомһоҙ эт» әкиәте.

[һ] өнөн тамғалау. һһ хәрефе. һһ хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «һаумыһығыҙ!» тип өндәшәм һәр кешегә».

[х] өнөн тамғалау. Хх хәрефе. Хх хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «Эш һөймәгән көн итмәç».

[йа] өндәрен тамғалау. Һүҙҙә й һәм а хәрефтәренең бер ваҡытта ла йәнәш яҙылмауы. [й] һәм [а] өндәре, йәғни [йа] өндәре ишетелгән ерҙә я хәрефе яҙылыуы. Яя хәрефе — ике өндө белдергән хәреф. Яя хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «Яҡшы һүҙ — йән аҙығы».

[йэ] өндәрен тамғалау. һүҙҙә й һәм э хәрефтәренең бер ваҡытта ла йәнәш яҙылмауы. [й] һәм [э] өндәре, йәғни [йэ] өндәре ишетелгән ерҙә е хәрефе яҙылыуы. Ее хәрефе - ике өндө белдергән хәреф. Ее хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «Кешенең матур сифаттары».

[йу] өндәрен тамғалау. Һүҙҙә й һәм у хәрефтәренең бер ваҡытта ла йәнәш яҙылмауы. [й] һәм [у] өндәре, йәғни [йу] өндәре ише­телгән ерҙә ю хәрефе яҙылыуы. Юю хәрефе — ике өндө белдергән хәреф. Юю хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «Йылҡы малы».

[у], [ү] өндәрен тамғалау. һүҙҙең уртаһында, аҙағында у, ү хәрефтәренең яҙылыуы (тау, шау, тәу, белеу, тауыҡ, еуеш һ. б.), һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «Йәйләүҙә».

[п] өнөн тамғалау. Пп хәрефе. Пп хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙ­ҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «Терпе» әкиәте.

[д] өнөн тамғалау. Дд хәрефе. Дд хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «Тапҡыр ҡомаҡтар».

[ж] өнөн тамғалау. Жж хәрефе. Жж хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «Ҡарға менән ҡыçала».

[в], [у], [ү] өндәрен тамғалау. Вв хәрефе. Вв хәрефен яҙып өйрәнеү. [үәғәҙә], [уаҡыт] тип әйтәбеҙ, «вәғәҙә», «ваҡыт» тип яҙабыҙ. Вв хәрефе рус теленән ингән һүҙҙәрҙә: ваза, вагон, вокзал, Волга, вышка, диван, велосипед, һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

[ф] өнөн тамғалау. Фф хәрефе. Фф хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «Бесәй ҙә балыҡ тота».

Нәҙеклек (ь) һәм ҡалын (ъ) айырыу билдәләре. Һүҙҙә ья, ъя тамғалары. Рус теленән һәм башҡа сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә нәҙеклек билдәһе (ь): альбом, бинокль, лагерь, мебель, нефть, коньки, пальто, фасоль, фонарь, февраль, апрель, июнь, июль, сентябрь, октябрь, ноябрь, декабрь.

Телмәр үçтереү. «Буранлы ҡыш».

[ц] өнөн тамғалау. [ц] өнө һәр саҡ ҡалын әйтелешле. Цц хәрефе. Цц хәрефе сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә: цирк, цифр, цинк, циркуль, концерт, мотоцикл, һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Телмәр үçтереү. «Циркта».

[щ'] өнөн тамғалау. [щ'] өнө һәр саҡ йомшаҡ әйтелешле. Щщ хәрефен яҙып өйрәнеү. Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә щ хәрефе: щи, борщ, плащ, щётка, һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

[ч'] өнөн тамғалау. [ч'] өнө һәр саҡ нәҙек әйтелешле. Чч хәрефен яҙып өйрәнеү. Чч хәрефе һүҙҙәрҙә: чабан, врач, Чапаев, Учалы. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

[й'о] өндәрен тамғалау. [й'] һәм [о], йәғни [й'о] өндәре ишетелгән ерҙә ё хәрефе яҙылыуы. ёлка. Её хәрефе — ике өндө белдергән хәреф. ё — рус һүҙҙәрендә тартынҡыны йомшаҡ итеп әйттереүсе тамға: [шахт'ор], [л'отч'ик], [л'ифт'ор], [лар'ок]. Её хәрефен яҙып өйрәнеү. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Алфавит. Алфавит хәрефтәренең әйтелеше: Аа [а], Бб [бы], Вв [вы], Гг [гы], Ғғ [ғы], Дд [ды], Ҙҙ [ҙы], Ее [йе], Её [й'о], Жж [жы], Зз [зы], Ии [и], Йй [йы], Кк [кы], Ҡҡ [ҡы], Лл [лы], Мм [мы], Нн [ны], ң [ңы], Оо [о], Өө [ө], Пп [пы], Рр [ры], Сс [сы], ç [çы], Тт [ты], Уу [у], Үү [ү], Фф [фы], Хх [хы], һһ [һы], Цц [це], Чч [че], Шш [шы], Щщ [ща], ъ (ҡалын айырыу билдәһе), Ыы [ы], ь (нәҙеклек билдәһе, нәҙек айырыу билдәһе), Ээ [э], Әә [ә], Юю [йу], Яя [йа].

Алфавиттың ҡулланылышы: кластағы уҡыусыларҙың фамилиялары исемлеген алфавит буйынса төҙөү, китапхана кәштәләренә китаптарҙы яҙыусыларҙың фамилияларын алфавит тәртибенә яраҡлаштырып ҡуйыу, һүҙлек һүҙҙәренең алфавит буйынса урынлаштырылыуы.

Башҡорт теле

1. Алфавит. Алфавитта хәрефтәр һаны, тәртибе. Алфавиттың тәғәйенлә-неше. Алфавитты ҡулланыу. Алфавит хәрефтәрен дөрөç яҙыу.

2. Хәреф һәм өн. Һүҙҙәге һуҙынҡы, тартынҡы өндәрҙең айырмаһын билдәләү һәм улар тураһында ҡыçҡа мәғлүмәт биреү, һөйләй белеү. Хәреф. Уның функцияһы.

а) Һуҙынҡы өндәр.

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар таблицаһы.

*

Ә

Ө

Ү

э(е)

И

**

А

О

У

Ы

Бер һуҙынҡы хәреф менән генә айырылыусы һүҙҙәр төҙөү һәм әйтеп яҙыу: ай — уй, ҡар ҡыр, бай бәй, бил — был, тор — тор, һут — һут, ҡаш — ҡуш, мал мәл, арыш — алыш, урам — ураҡ, көрәк — кәрәк һ. б. һүҙҙә бер генә хәрефте алмаштырыу менән мәғәнәнең үҙгәреүе.

Күсереп яҙыу.

б) Тартынҡы өндәр. Тартынҡы хәрефтәр таблицаһы.

□* □**

Б

В

Г

Ғ

ж

д

ҙ

3

й

р

л

м

н

н

-

□* □**

П

Ф

к

Ҡ

ш

т

Ç

С







X

Һ

Тартынҡы өндәр нәҙек һуҙынҡылар уратылышында. Тартынҡы өндәр ҡалын һуҙынҡылар уратылышында. һүҙҙә бер генә тартынҡы хәрефте алмаштырыу менән мәғәнәнең үҙгәреүе: бар — пар, Нал — тал, йыл — ҡыл, мул — ҡул, шар — шат, таш — тап, суп — сүл, көр — көс, күсә — күбә, ҡыҙыҡ — ҡыйыҡ, тараҡ ҡараҡ, йәмле — йәнле, Налам — ҡалам, тырыш — шырыш һ. б.

Күсереп яҙыу.

3. Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.Башҡорт теленең төп законына ярашлы һүҙҙәр йыйыу: һүҙҙенберенсе ижеге нәҙек булһа, башҡа ижектәре лә нәҙек (нәҙек һүҙ), ә беренсе ижеге ҡалын булһа, башҡа ижектәре лә ҡалын (ҡалын һүҙ). һүҙҙе дөрөç күсереп яҙыу.

4.Баш хәреф

Кешенең исем-шәрифтәре. Хайуан ҡушаматтары. Ер-һыу атамалары.

5. о — ө, у — ү хәрефтәре менән һүҙҙәр.

о — ө, у — ү хәрефтәре менән һүҙҙәр йыйыу, уларҙы яҙып өйрәнеү. һөйләм күсереп яҙыу.

6. Һүҙҙә [э] өнөн хәрефтәр менән тамғалау.

Э хәрефенең һүҙ башында ғына яҙылыуы,[э] өнөнөң һүҙ уртаһында е хәрефе менән тамғаланыуы.

7. Йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһы), но, йы ҡушымсалары менән һүҙҙәр йыйыу, уларҙы яҙып өйрәнеү .

Йе ҡушымсаһы һүҙ уртаһында һәм һүҙ аҙағында: тейеш, бейек, кейек, кейем, мейес, мейе, бейе, әсәйем, өләсәйем, бесәйем.

8. һүҙҙә [й] өнөн хәрефтәр менән тамғалау: [йа] - я, [йу] - ю, [йэ] — е

9. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәре.

Я, е, ё, ю — рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә тартынҡыларҙы йомшартыу тамғаһы (кухня, телефон, шахтёр, тюль һ. б.).

Яя, Юю хәрефтәре ҡалын, Ее хәрефе нәҙек һүҙҙәрҙә яҙылыу,. Её хәрефе рус һүҙҙәрендә яҙыла.

10. Һүҙ төркөмдәре.Предметтың атамаһын беддергән һүҙҙәр. Предметтың хәрәкә-тен белдергән һүҙҙәр. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.

Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән; ла-лә, да-дә, та-тә; ғына-генә, ҡына-кенә.

Телмәр үçтереү. Сюжетлы һүрәттәр буйынса бәләкәс хикәйәләр төҙөү. һөйләмдәр тәртибе боҙоп бирелгән текстың һөйләмдәрен тәртипкә килтереү.

5 — 6 һөйләмдән торған тексты күсереп яҙыу.

11. Һөйләм .һөйләмдең башы, аҙағы. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре (нөктә, һорау, өндәү).

Һөйләмгә һүҙ өçтәү, мәғәнәһен киңәйтеү. Һөйләмде күсереп яҙыу ҡағиҙәһен өйрәнеү.

2 класс

1. Графика. Хәреф һәм өн. Я, е, е,ю хәрефле һүҙҙәр. Һүҙҙең өн моделе менән тамғаланышы. Уларҙың хәреф менән яҙылынышы. График тамғалар: һүҙҙәр араһында ара ҡалдырыу, юлдан-юлға күсереү тамғаһы (дефис), ҡыҙыл юл (абзац)2. Морфология. Һүҙ төркөмдәре .Предмет атамалары. Кем һәм нимә һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уның мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланышы. Кешенең исем-фамилияһын, хайуандарҙың ҡушаматтарын, ер-һыу аталарын белдереүсе һүҙҙәр. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.Уларҙың мәғәнәһе. Ни эшләй.(бөгөн, хәҙер, ошо мәл). Ни эшләне(кисә), ни эшләр(иртәгә, киләсәктә), һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр.Уларҙың мәғәнәләре. Ниндәй һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәр-һәм, менән, да, ҙа, ла, лә, ҡына-кенә, ғына-генә. Уларҙың айырым мәғәнә аңлатмауы. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы.

3. Һүҙъяһалыш.Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу( тамыр, ялғау төшөнсәһе бирелмәй).

4. Синтаксис.Һөйләм, һүҙбәйләнеш, һүҙ.Һөйләмде әйтеү маҡсаты. Һөйләмдә интонация. Хәбәр һөйләм. Һорау һөйләм. Өн һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. Эйәрсән киҫәктәр.5. Орфография, интонация. Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Ҙур хәреф. Һөйләм башы. Кеше исем- шәрифтәре. Хайуан ҡушаматтары. Ер-һыу атамалары. Ике кешенең һөйләшеүен диалог формаһында яҙыу. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре.У-ү, о-ө, э, ы хәрефле һүҙҙәр. Йә, йө, йү, йе, йы ҡушымсалы һүҙҙәр. Ике өндө белдергән хәрефле (я, ю, е, е) һүҙҙәр. Һүҙ башында(уы), (уэ) өндәре (в хәрефе).6. Телмәр үҫтереү. Аралашыу ситуацияһы.Уға ярашлы һөйләшеү ҡороу.Текст.Тексты таныу.Текстың исеме, уның һөйләмдәренең мәғәнәүи бәйләнеше.Текст абзацтары һәм уның мәғәнәүи эҙмә-эҙлелеге. Текст төҙөү. Диалог.Монолог( үҙ аллы һөйләнеү).сығыш яһау, иғлан эшләү,доклад). Аралашыу этикеты(сәләм биреү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт белдереү, үтенес менән өндәшеү).7. Универсаль эш төрҙәрен өйрәнеү.Үҙ аллы белем алыу оҫталығына өйрәнеү.Уҡыу эшмәкәрлеге(маҡсатты күҙаллау, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу, эште планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһе , эҙләнеү эше, рефлексия, контроль). Уҡыу диалогы. Аралашыу мәҙәниәте.

3 класс

1. Фонетика һәм орфоэпия. Өндәр һәм хәрефтәр. Өндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙө тартынҡыларҙың сиратлашыуы {китап – ки табы, ҡалаҡ- ҡалағы). Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. Һүҙҙәргә фонетик анализ.

2. Һүҙ составы.Һүҙ составы (тамыр һәм ялғауҙар). Тамырҙаш һүҙҙәр. Уларҙың тамыры. Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. һүҙьяһалыш. Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Ҡабатлау юлы менән йәки парлап яһалған ҡушма һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡушма һүҙҙәрҙә ҡалын (ъ) һәм нәҙек (ь) айырыу билдәләренең яҙылышы. Һүҙҙәргә составы буйынса анализ. Һүҙ төҙөлөшө. Һүҙҙең тамыры. Тамыр нигеҙле һүҙҙәр. Һүҙ нигеҙе тураһында төшөнсә. Яһалма һәм ҡушма һүҙҙәр. Ялғауҙар.

3. Орфография һәм пунктуация. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы. Ялғау ҡушылғанда бер иш тартынҡыларҙың килеп сығышы. Тамыр һүҙҙәрҙәге о-ө, ы-е хәрефтәренең ялғау ҡушҡанда ла һаҡланыуы. О-ө, ы-е хәрефтәренең тамыр һүҙ­ҙәрҙә яҙылмау осраҡтары (тупраҡ, япрағы). Нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың яҙылышы. Грамоталы күсереп яҙыу. Диктант, өйрәтмә изложение, мини инша.

4. Морфология. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Предмет атамаһы. Уны һөйләмдә ҡулланыу. Исемдең һорауҙары. Яңғыҙлыҡ исемдәр. Кешенең исем-фамилияһының, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының, китап һәм газета-журнал исемдәренең ҙур хәреф менән яҙылышы.Билдәне белдергән һүҙҙәр. Уларҙың исем алдынан килеүе, телмәрҙәге әһәмиәте.Хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр. Һөйләмдә уларҙы таныу, дөрөҫ һорау ҡуйыу. Был һүҙҙәрҙең һөйләмдә хәбәр ролен үтәүе.

Ярҙамсы һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

5. Синтаксис. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе таныу, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. һөйләү маҡсатына ҡарап, һөйләмде өс төргә бүлеү: хәбәр, һорау һәм өндәү. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ.

6. Лексика. Һүҙҙәрҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Синонимдар, антонимдар, омонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен аңлатыу, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

7. Телмәр һәм уның төрҙәре. Һөйләү телмәре. Диалог. Әңгәмәсе менән диалог ҡороу. Аралашыу оҫталығын шымартыу. Монолог. Уны һөйләү оҫталығы (логик эҙмә-эҙлелек һәм тасуирилыҡ). Эске телмәр.

Хикәйә. Әкиәт. Шиғыр. Тексты логик яҡтан тамамланған өлөштәргә бүлеү.

Уларға исем ҡушыу (план). Абзац. Ҡыҙыл юл. Бәләкәй күләмле хикәйәләр (текст) ижад итеү. Тексҡа ҡарата ҡыҫҡа баһалама яҙыу. Әкиәт. Әкиәт ижад итеү. Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү. Шиғырҙы күсереп яҙыу үҙенсәлектәре.

Телмәр үҫтереү. Телмәр мәҙәниәте. Темаға ярашлы тәбиғәт күренештәре, тормош-көнкүреш, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында ҡыҫҡа текст төҙөү. Бирелгән нигеҙ һүҙҙәр ярҙамында текст төҙөү.

Тексҡа план төҙөү. Текстың өлөштәре һәм һөйләмдәр араһында мәғәнәүи бәйләнеш булдырыу. Текстың темаһы, төҙөлөшө (инеш, төп өлөш,йомғаҡлау).Әҙер йәки коллектив төҙөлгән план буйынса текст төҙөү. Тәҡдим ителгәнтекст буйынса изложение (50-60 һүҙ) яҙыу. Хикәйә һәм инша яҙыу (65-70 һүҙ). Әкиәт төҙөү.

4 класс

1. Фонетика һәм орфоэпия. Ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар, өн һәм хәреф тураһындағы белемдәрен системаға һалыу. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең үҙенсәлекле әйтелеше (орфоэпия). Һүҙгә тулы фонетик анализ.

2. Һүҙ составы (морфемика). Һүҙ составы ( тамыр, ялғау). Тамырҙаш һүҙҙәр. Яһаусы (суффикс), үҙгәртеүсе ялғауҙар. Тамырға ялғау ҡушыу юлы менән һүҙ яһау(һүҙьяһалыш). Һүҙ составына анализ.

3. Орфография һәм пунктуация. Башҡорт теле орфограммаларын системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙырға, диктант, изложение, инша һәм башҡа тикшереү эштәрен үтәй алырға бурыслы.

4. Синтаксис. Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәргә айырыу. Һөйләмдәрҙең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксис анализ.

5. Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.Исем. Исемдең предметты атау функцияһы. Исемдең һорауҙары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан менән үҙгәреше. Исемдең эйәлек заты һәм килеш менән үҙгәреше. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Исемгә морфологик анализ.Алмаш. Уның төркөмсәләре. Зат алмаштары. Килеш менән үҙгәреүе. Һорау һәм күрһәтеү алмаштары. Алмашҡа морфологик анализ.Сифат. Тамыр һәм яһалма сифаттар. Сифаттың үҙгәреүе. Сифат дәрәжәләре. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифатҡа морфологик анализ.Ҡылым. Ҡылымдың яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма ҡылымдар. Ҡылымдың үҙгәреше (заман, зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ). Үткән заман ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ, шаһитлы-шаһитһыҙ формалыра. Хәҙерге заман ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалыры. Киләсәк заман ҡылымдарының төрҙәре(эш-хәрәкәттең үтәлеүенә икеләнеү, мотлаҡ ышандырыу). Ҡылым һөйкәлештәре. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары. Уларҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Шарт һөйкәлеше, теләк һөйкәлеше ҡылымдары. Ҡылымға морфологик анализ.Һан. Ябай һәм ҡушма һандар. Һүҙ төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы. Һанға морфологик анализ.

6. Лексика. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Һүҙҙең күп мәғәнәлеге. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар. Синонимдар. Антонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр. Уларҙың телмәрҙә ҡулланыу.

Телмәр үҫтереү. Бәйләнешле телмәр. Текст. Уның мәғәнәүи өлөштәре. Абзац. Ҡыҙыл юл. Идея-тематик йөкмәтке. Текст йөкмәткеһенең планын төҙөү. Тексты һөйләү. Инша, изложение. Телмәр этикеты.



3. Тематик планлаштырыу

Разделдар(сәғәттәр һаны)

Класс(сәғәттәр)

I

II

III

IV

Хәреф өйрәнеүгә тиклемге осор (24)

24




Хәреф өйрәнеү осоро (72)

72




Графика (20)

12

8



Фонетика һәм орфоэпия (35)

10


15

10

Һүҙъяһалыш (30)



25

5

Синтаксис (35)


23

12


Морфология (87)

6

16


65

Лексика (11)

4



7

Орфография һәм пунктуация (64)


34

30


Аралашыу (10)


10



Телмәр үҫтереү (17)


7

10


Үтелгәнде ҡабатлау (33)

8

4

6

15

Телмәр һәм уның төрҙәре (38)



38


Бөтәһе (442)

136

102

136

102









Календарь – тематик планлаштырыу




Д2ресте8 тема3ы

С242т

План.дата

Ф.дата

И9к2рт

1

Һаумы м2кт2п!

1

3.09



2

Ни62р и9емд2?Ним2л2р6е онот7анмын?

1

6.09



3

Һ0йл2м а6а4ында тыныш бидд2л2ре

1

8.09



4

һ0йл2мд2 тыныш билд2л2ре

1

10.09



5

Кешене8 исем-фамилиялары

1

11.09



6

Кешене8 исем-фамилиялары .Хайуан 7ушаматтары

1

14.09



7

«62би 292р, китап исемд2ре

1

16.09



8

Г2зит-журнал, телерадиотапшырыу6ары исемд2ре

1

18.09



9

Ер- 3ыу атамалары

1

21.09



10

Тикшере1 эше

1

23.09



11

Баш7орт телене8 т0п законы

1

25.09



12

Н26ек 32м 7алын 3у6ын7ылар

1

28.09



13

К06 тура3ында инша4а 26ерлек

1

30.09



14

Инша«Та8 7алдыр4ыс к1ренеш»

1

2.10



15

Тартын7ы 0нд2р.Парлы 32м пар3ы6,я84ырау 32м тартын7ылар

1

5.10



16

Танау тартын7ы 0нд2ре

1

7.10



17

[К-г],[7-4],[п-б]0нд2рене8 сиратлашыуы

1

9.10



18

Тикшере1 эше

1

12.10



19

Сит телд2р62н 16л2штерелг2н 31662р

1

14.10



20

Сит телд2р62н 16л2штерелг2н 31662р 62 7алын 32м н26ек 2йтелешле ижект2р6е8 7атнаш киле1е

1

16.10



21

Рус телен2н 16л2штерелг2н 31662р62 ял4ау 7ушыу 16енс2лект2ре

1

19.10



22

Рус телен2н 16л2штерелг2н 31662р62 ял4ау 7ушыу 16енс2лект2ре

1

21.10



23

Сит телд2р62н 16л2штерелг2н 31662р62 ял4ау6ар

1

23.10



24

Чч,Щщ,Цц,Ёё х2рефле 31662р

1

26.10



25

Ике 0нд0 белдере1се х2рефт2р

1

28.10



26

Ике 0нд0 белдере1се х2рефт2р

1

30,10



27

Яя,Ее,Юю х2рефле 31662р

1

6,11



28

Яя,Ее,Юю х2рефле 31662р

1

9.11



29

Яя,Ее,Юю х2рефле 31662р

1

11.11



30

Тикшере1 эше

1

13.11



31

Һ16 нисек я3ала

1

16.11



32

Һ16ья3алыш.

1

18.11



33

Ял4ау т0р62ре

1

20.11



34

Һ16 я3аусы 32м 16г2рте1се

1

23.11



35

Һ16 я3аусы 32м 16г2рте1се

1

25.11



36

Һ16 я3аусы 32м 16г2рте1се

1

27.11



37

Тикшере1 эше

1

30.11



38

«йтелг2нс2 я6ылмай тор4ан 31662р

1

2.12



39

Тамырында ла .ял4ауында ла о!Тамырында ла .ял4ауында ла 0!

1

4.12



40

Тамырында ла .ял4ауында ла о!Тамырында ла .ял4ауында ла 0!

1

7.12



41

Тамырында ла .ял4ауында ла о!Тамырында ла .ял4ауында ла 0!

1

9.12



42

Тамырында ла .ял4ауында ла о!Тамырында ла .ял4ауында ла 0!

1

11.12



43

?уш тартын7ылы 31662р

1

14.12



44

?уш тартын7ылы 31662р

1

16.12



45

?уш тартын7ылы 31662р

1

18.12



46

?уш тартын7ылы 31662р

1

21.12



47

?уш тартын7ылы 31662р

1

23.12



48

?уш тартын7ылы 31662р

1

25.12



49

Тикшере1 эше

1

28.12



50

?ушма 31662р.Улар6ы8 я3алышы

1

15.01



51

?ушма 31662р.Улар6ы8 я3алышы

1

18.01



52

?ушма 31662р62 ь 32м ъ 7асан я6ыла?

1

20.01



53

?ушма 31662р62 ь 32м ъ 7асан я6ыла?

1

22.01



54

Һы6ы7са аша я6ылыусы 7ушма 31662р

1

25.01



55

Һы6ы7са аша я6ылыусы 7ушма 31662р

1

27.01



56

Һы6ы7са аша я6ылыусы 7ушма 31662р

1

29.01



57

?ушма 31662р6е8 я3алышы

1

1.02



58

Тикшере1 эше

1

3.02



59

Һ0йл2м.Баш 32м эй2рс2н ки92кт2р

1

5.02



60

Һ0йл2м.Баш 32м эй2рс2н ки92кт2р

1

8.02



61

Һөйл2мд2 31662р б2йл2неше

1

10.02



62

Текст

1

12.02



63

Һ16б2йл2нешт2р.К1см2 м242н2ле 316б2йл2нешт2р

1

15.02



64

Тикшере1 эше

1

17.02



65

Телм2р т0р62ре.№0йл21 телм2ре.Монолог

1

19.02



66

Һ0йл21 телм2ре.Монолог

1

22.02



67

Һ0йл21 телм2ре.Монолог

1

24.02



68

Һ0йл21 телм2ре.Диалог

1

26.02



69

Һ0йл21 телм2ре.Диалог

1

29.02



70

№0йл21 телм2ре.Диалог

1

2.03



71

Тикшере1 эше

1

4.03



72

Я6ма телм2р. Текст

1

7.03



73

Я6ма телм2р. Текст

1

9.03



74

Я6ма телм2р. Текст

1

11.03



75

Я6ма телм2р.Инша,изложение

1

14.03



76

Я6ма телм2р.Хат,к0нд2лек

1

16.03



77

Я6ма телм2р.Ши4ыр.»ки2т.Хик2й2

1

18.03



78

Я6ма телм2р.Ши4ыр.»ки2т.Хик2й2

1

21.03



79

Ши4ыр нисек я6ыла?

1

23.03



80

Ши4ыр нисек я6ыла?

1

4.04



81

Ши4ыр нисек я6ыла?

1

6.04



82

Я6ма телм2р.»ки2т

1

8.04



83

»ки2т ижад ите1

1

11.04



84

»ки2т ижад ите1

1

13.04



85

»ки2т,хик2й2 ижад ите1

1

15.04



86

Я6ма телм2р. Хик2й2

1

18.04



87

Хик2й2 ижад ите1

1

20.04



88

Хик2й2 ижад ите1

1

22.04



89

Телм2р т0р62ре.А7ыллы текстар.Б2л2к2й к1л2мле жанр т0р62ре

1

25.04



90

Б2л2к2й к1л2мле жанр т0р62ре.)лк2нд2р6е8 2йтк2не

1

27.04



91

Тап7ыр м242н2ле 31662р

1

29.04



92

)л2с2йемде8,олатайымды8 2йтк2не

1

2.05



93

)л2с2йемде8,олатайымды8 2йтк2не

1

4.05



94

Ололар 316ен2 7ола7 3ал,унан 16е82 а7ыл ал.!

1

6.05



95

Ололар 316ен2 7ола7 3ал,унан 16е82 а7ыл ал.!

1

9.05



96

Тикшере1 эше

1

11.05



97

Һаумы й2мле й2й !

1

13.05



98

һо7ланам мин й2йге матурлы77а!

1

16.05



99

Й2йге каникулда т2би4атте 7ай4ыртып….

1

18.05



100

Каникулда 1т2лерг2 тейеш х21е9ф3е6лек 7а4и62л2ре

1

20.05



101

Тикшере1 эше ,анализ

2

23.25,05



102

Йом4а7лау

3

27.30,31.05









17



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!