СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по башкирскому языку для 6 класса

Нажмите, чтобы узнать подробности

Предлагается рабочая программа по башкирскому языку для 6 класса на учебный год

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по башкирскому языку для 6 класса»


Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы

муниципаль районы хакимиәте Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы





Ҡаралған: Килешелгән:

МБ ултырышында УТЭ буйынса директор

урынбаҫары

______/Г.Х.Исламова/ ________ /З.Ә.Нәсибуллина/

Протокол № Протокол №

« » август 2019 й. « » август 2019 й.












Раҫлайым:

Үрнәк урта мәктәбе

директоры _______

/Р.М.Мәзитова /

Приказ №

« » август 2019 й.







2019 – 2020 уҡыу йылына

6-сы класс өсөн

башҡорт теленән

эш программаһы







Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Зиннәтуллина Айгөл Рвинат ҡыҙы












АҢЛАТМА ЯҘЫУ



Эш программаһы түбәндәге норматив–хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:


  • Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 й. приказ №273-ФЗ.

  • Дәүләт стандарттарының урта дөйөм белем биреү Федераль компоненты

  • ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

  • Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр һәм СанПин нормативтары 2.4.2.2821-10 буйынса РФ баш санитар табибы постановлениеһы менән 29.12.2010 й. раҫланған приказ №189 «Дөйөм белем биреү ойошмаларында белем биреүҙе ойоштороуҙа санитар-эпидемиологик талаптар»; 

  • Башҡортостан Республикаһының ”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 й. приказ №696-3

  • ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 й. приказ

№216-3 (28.03.2014 йылдың үҙгәрештәре менән);

  • Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11-се кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программалары / [авт.-төҙ.: В. И. Хажин, Ә. Х. Вилданов, М. И. Ҡарабаев, З. Р. Әминева, Ф. Ә. Аҡҡужина].-Өфө: Китап, 2017. 104 бит.

  • Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының Федераль компоненты төп белем биреү программаһы;

  • Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының 2019-2020 уҡыу йылына “Уҡыу планы”;

  • Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының Уставы;

  • Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының эш программаһы тураһындағы положениелар (белем биреү стандарттарының Федераль компоненты).

  • Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының китапхана фонды.


Маҡсаттар һәм бурыстар:


  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  • Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  • башланғыс кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  • Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.



Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:


  1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  3. бәйләнешле текст менән эшлэргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.

Уҡытыу кимәле: базис.

Уҡыусы белергә тейеш:


  • йәмғиәт тормошонда телдең ролен, башҡорт теленең әһәмиәтен белергә;

  • фонетика, телмәр өндәре, ижек, һүҙ баҫымы, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

  • өндәрҙең бер-береһенә оҡшашыуы (сингармонизм) төшөнсәләре;

  • орфоэпия (дөрөҫ әйтелеш), төп орфоэпик норма төшөнсәләре;

  • графика; алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыу төшөнсәләре;

  • орфография (дөрөҫ яҙылыш), һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы, һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың һүҙҙең тамырында, ялғауҙа, һүҙ араһында яҙылышы һәм әйтелеше, һүҙҙе юлдан юлға күсеререргә;

  • лексика; һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синонимдар, антонимдар, омонимдарҙы белергә;

  • телмәр төрҙәре (типтары): хикәйәләү, тасуирлау (һүрәтләү), хөкөм сығарырға (мөнәсәбәт белдереү);

  • текстың төп фекерен, автор нимә әйтергә теләгәнен билдәләй белергә; текстың башланышын һәм тамамланышын күрһәтә белергә; өлгөгә ҡарап диалогтар төҙөргә;

  • төрлө мәғлүмәт саралары менән эшләргә (һүҙлектәр, белешмәләр); диалогта йә бәхәстә ҡатнашырға;

  • билдәле бер тема буйынса өҫтәлмә материал табырға һәм сығыш яһарға;

  • иншалар, яттан шиғыр һөйләүселәр конкурстарында ҡатнашырға.













УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ


Беҙҙең мәктәп – 5 сәғәт

1 сентябрь - Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. "Беҙҙең мәктәп" темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, телмәрҙе артабан үҫтереү, тема буйынса текстар уҡыу, улар буйынса һорауҙарға яуап биреү, үҙ фекерҙәрен әйтеү, ошо темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә иркен ҡатнаша алыу. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау. Һүҙ, исем, баҫым, текст-мәғәнәләре.

Башҡортостан ере буйлап - 7 сәғәт

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Башҡортостан Республикаһы, уның тәбиғәте, байлыҡтары тураһында һөйләй белеү, фекерҙәрен иркен еткерергә өйрәнеү, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу һәм ошо темаға ҡағылышлыәңгәмәләрҙә һүҙҙәрҙе дөрөҫ, урынлы ҡулланыуҙарына ирешеү. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Ҡылым.

Дуҫ ҡәҙерен бел – 5 сәғәт

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы, уны һаҡлай белеү. Тема буйынса һүҙлек запасын байытыу, уларҙың телмәрен артабан үҫтереү, ошо темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә иркен ҡатнаша алыу, үҙ фекерҙәрен әйтә белеүгә өлгәшеү. Тема буйынса уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү. Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр табыу. Ҡылым.

Ҡыш дауам итә – 7 сәғәт

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу, шиғырҙар, һынамыштар ятлау, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу. Рәүеш.

Яҙ килә, яҙ! - 5 сәғәт

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү. Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү. 1 май, 9 май байрамдары. Өҫтәлмә сығанаҡтар ҡулланып, проект эше ҡороу. Үҙ аллы, индивидуаль, төркөмдә, парҙарҙа эшмәкәрлекте дөрөҫ ойоштороу. Һан.

Йәмле йәй килә - 5 сәғәт

Йәйге тәбиғәт, уҡыусыларҙың йәйге ялы тураһында әңгәмә. Тема буйынса текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә экскурсия ойоштороу. Алмаш. Алмаш төркөмсәләре. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.


Уҡыу ҡулланмаһы:

Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы уҡыусылары өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Төҙөүселәре: З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова – Өфө: Китап, 2017. - 132 бит.



Ҡушымта № 1

Календарь-тематик планлаштырыу

Йылына 34 сәғәт.

Аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән.

Тема

Сәғәт һаны

Үткәреү ваҡыты

Иҫкәрмә

план буйынса

фактик

Беҙҙең мәктәп - 5 сәғәт

1

Т.Ғәниева. “Беренсе сентябрь”. Тел.

1

3.09



2

“Намыҫлы бул!”. Исем.

1

10.09



3

К. Кинйәбулатова . “Көҙҙәр еткәс”. Текст тураһында төшөнсә.

1

17.09



4

Г.Яҡупова. “Октябрь”. Баҫым.

1

24.09



5

Р Низамов. “Көҙ күренештәре”.

1

01.10



Башҡортостан ере буйлап -7 сәғәт

6

А.Филиппов. “Ватан”.

Т.Ү. В.Меос. "Тауҙарҙа томан. Белорет районы" картинаһы буйынса ижади эш.


8.10



7

Контроль диктант.

1

15.10



8

Р. Бикбаев. “Салауат батыр һәйкәле”.

Күренекле шәхестәр.

1

22.10



9

Һүҙлек менән эш. “Ҡайындар”.

1

05.11



10

М.Кәрим. “Нимә ул Ватан?” Практик эштәр.

1

12.11



11

Г.Юнысова. “Башҡортостан - дуҫлыҡ иле”.

Омонимдар.

1

19.11



12

С.Юлаев. “Тыуған илем”. Ҡылым. Мәҡәлдәр.

1

26.11



13

Ғ. Хөсәйенов. Оло яҙыусы һәм ғалим. Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше.

1

03.12



Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел - 5 сәғәт

14

“Дуҫлыҡ өсөн шул етәме?” Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

10.12



15

Инша. "Минең дуҫым".

1

17.12



16

Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала. Диалог.

1

24.12



17

Д. Фәтихова. “Кем дуҫ?” Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлештәре.

1

14.01



18

Дуҫлыҡ монументы.

А. Йәғәфәрова. “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар”. Теләк һөйкәлеше.

1

21.01



Ҡыш дауам итә - 7 сәғәт

19

Ф. Мәҡсүтова. “Ҡар бөртөктәре.” Ҡышҡы тәбиғәт. Синонимдар.

1

28.01



20

Ҡоштар донъяһы. Яңғыҙлык һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

04.02



21

Ғ. Яҡупова. “Уртаҡ ҡыш.” Антонимдар.

1

11.02



22

Т. Сәғитов. “Икмәк”. Омонимдар.

1

18.02



23

Н. Нәжми. “Ҡыш”. “Ҡыш көнө”. “Рәүеш” тураһында төшөнсә.

1

25.02



24

Светофор. Рәүеш дәрәжәләре.

1

03.03



25

И. Кинйәбулатов. “Хәйерле иртә, донъя!”

1

10.03



Яҙ килә, яҙ! - 4 сәғәт

26

Р. Янбулатова. “Ҡоштар ҡайта.”

Кем ул З. Исмәғилев? “Һан” тураһында төшөнсә.

1

17.03



27

Контроль диктант.

1

31.03



28

Хаталар өҫтөндә эш. К. Кинйәбулатова. “Ҡарғалар йыры”. Милли байрамдар. Ҡарға бутҡаһы.

1

7.04



29

З. Биишева. “Баҡсала”. Апрель айы. Һан төркөмсәләре.

1

14.04



30

Ә.Саяпова. “Еңеү көнө”. Борсоулы мәғлүмәттәр. Практик эштәр.

1

21.04



Йәмле йәй килә - 4 сәғәт

31

Р. Әхмәҙиев. “Июнь һәм май”. Алмаш.

1

28.04



32

А.Тюлькин. Өфө янындағы шихандар. Картина өҫтөндә эш. Алмаш төркөмсәләре.

1

12.05



33

Ғ. Фәйзи. “Йәйҙе яратам”. Тәбиғәт шифаханалары. Алмаш төркөмсәләре.


1

19.05



34


Үтелгәнде ҡабатлау.

Й. Солтанов.”Тыуған еркәйем”.

Йомғаҡлау дәресе.

1


26.05







Ҡушымта № 2

Контроль-тикшереү материалдары


Диктанттар өсөн текстар

1-се сирек

Ҡомhоҙ Ҡотой.

Быйыл муйыл ғәжәп уңды. Урман ауылдан әллә ҡайҙа ята. Шулай ҙа йыйылдыҡ та урманға киттек.

Бына урман. Муйылдар беҙҙе суҡ ботаҡтарын болғай-болғай ҡаршы алды. Емешле ағастарҙы күреп, Ҡотойҙоң күҙҙәре дүрт булды.

Иң суҡ муйыллы ағастарға билдә һалды. Уларҙың янына бер кешене лә ебәрмәне. Беҙ уның был ҡомһоҙлоғона хайран ҡалдыҡ. Бер ни тиклем алыҫлашҡас, артыбыҙҙан Ҡотой килеп етте. Йүгерә-йүгерә хәле бөткән. (62 һүҙ) (79-сы бит).


2-се сирек


Илем – Башҡортостан.

Башҡортостан – бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ-сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

Беҙ йәшәгән ерҙең ҡуйынындағы, байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ тиһеңме, күмер һәм металл тиһеңме, алтын һәм баҡыр тиһеңме – бөтәһе лә бар был ерҙәрҙә.

Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан. (65 һүҙ)(30-сы бит).

3ө сирек

Ҡарабаш турғай.


Бөтә турғайҙар араһында иң сос, иң етеҙ ҡош булып ҡарабаш турғай һанала Уның бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәҫһең.

Ҡарабаш турғайҙың ояһы ағас башында була. Ул баҡсаларҙы,урмандарҙы ҡоротҡостарҙан таҙарта: балаларын тик бөжәктәр менән генә туҡландыра. Шуға күрә ҡарабаш турғай – ифрат файҙалы ҡош.Тик һалҡын ҡыш көндәрендә ҡарабаш турғайҙар аҙыҡ етешмәүҙән ныҡ яфалана. Шуға күрә уларға ҡыш көндәре ем бирергә кәрәк. (63 һуҙ.)(Э. Ишбирҙиндән.)

4-се сирек

Алда йәй.

Йәй көнө һеҙ, балалар, һис шикһеҙ урманда булмай ҡалмайһығыҙ. Урман һеҙҙе саф һауаһы, ҡоштар һайрауы менән ҡаршы алыр, тәмле еләктәре менән һыйлар, рәхәтләнеп ял итергә мөмкинлек бирер. Һеҙ ҙә урмандың дуҫы булығыҙ.

Тәбиғәткә бер ҡасан да зыян килтермәгеҙ. Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ, бөжәктәрҙе тотмағыҙ, ҡош ояларын, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырмағыҙ, шишмә, ҡоҙоҡтарҙы бысратмағыҙ. Был турала башҡаларға ла әйтегеҙ.(55 һүҙ) (41 һүҙ).



Изложение өсөн текст

Юлбарыҫ менән төлкө.

(Тажик халыҡ әкиәте.)

Бер ваҡыт төлкө менән урман төпкөлөндәге шырлыҡҡа барып ингән, ти. Ҡараһа, ҡаршыһына юлбарыҫ килә икән. Төлкө ҡурҡыуынан ҡаса башлай. Юлбарыҫ уның артынан баҫтыра. Бына – бына тота яҙып, ҡыуып килә, ти. Уларҙың юлын тәрән йырын бүлә. Төлкө туҡтай ҙа сеңләп илай башлай. Юлбарыҫ аптырап ҡала.

  • Ни эшләп илайһың, төлкө?

  • Эй һеҙҙе күрҙем дә атайығыҙҙы иҫкә төшөрҙөм. Ул бик йылғыр ине. Ҙур – ҙур йырындарҙы ла һикереп сыға ине. Уф, башҡа бер ваҡытта ла ундай йылғырлыҡҡа һоҡлана алмам инде!..

Донъяһын онота юлбарыҫ: төлкө алдында үҙенең йылғыр булыуын күрһәтеп, шул тиклем маҡтанғыһы килә. Йырын аша һикерә, ләкин икенсе яҡҡа етә алмай, аҫҡа ҡолап төшә.

Шулай булырын белдем дә!.. Атайығыҙға етергә һеҙҙең хәлегеҙҙән киләме һуң?.. – тигән дә хәйләкәр төлкө үҙ юлы менән китеп барған, ти.


Башҡорт теленән тест биремдәре


1-се вариант.

1. Яңғырау тартынҡылар ғына булған рәтте күрһәтегеҙ.

А) п, ф, к, ҡ, т. с, ҫ, ш, х, һ, ч, ц, щ.

Б) б, в. г, ғ, д, ҙ, ж, з, к, т, с, ң, р.

В) б, в, п, ф, г, к, ҡ, т, ш, х, ч, щ.

Г) Яңғырау тартынҡылар ғына булған рәт юҡ.


2. Составында ике өн белдергән хәрефе булған һүҙҙе күрһәтегеҙ.

А) уҙаман

Б) осоусы

В) ярашыу

Г) ыласын

3. Ҡала, бала исемдәрен күплек ялғауҙары ҡушып яҙығыҙ.


4. Ниндәй ҙә булһа заттың, предметтың эшен, хәрәкәтен йә торошон белдергән һүҙ нимә тип атала.

А) һан

Б) исем

В) сифат

Г) ҡылым


5. Беренсе затта һәм берлектә торған ҡылымды күрһәтегеҙ.

А) уҡыйҙар

Б) һөйләйбеҙ

В) әйтмәйем

Г) әйттегеҙ


6. Мәҡәлдәрҙә бирелгән һандарҙы һүҙ менән яҙығыҙ.

Ҡырын эш 40 йылдан да беленә.

Аҙнаһына 5 йома.


Минең көнөм.

Минең көнөм иртәнге етенән башлана. Көн һайын йоҡонан шул мәлдә торам. Урынымды бөхтә итеп йыям. Шунда уҡ тәҙрә күҙен асып ебәрәм. Бүлмә эсе саф һалҡынса һауа менән тула. Тын алыуҙары иркенәйә, йоҡомһорау ҡул менән ташлағандай юҡ була. Бөтә тәнгә рәхәт бер тулҡын таралғандай итә…

  1. Ҡылымдарҙы табып аҫтына һыҙығыҙ.

  2. Көн, тәҙрә һүҙҙәре менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.


Башҡортостан Республикаһы тураһында һөйлә.


2 – се вариант.

1.Ҡайһы рәттә һуҙынҡы өндәр генә бирелгән.

А) а, о, у, ы, ө, э, я, ә, е.

Б) а, о, у, ы, е, ю, ү, ә, и.

В) а, о, у, ы, я, ү, е, ө.

Г) а, о, ә, ө, и, э, ы.


2. Ҡайһы рәттәге хәрефтәр икешәр өндө белдерә.

А) е, ю, а, и, о, ө, у.

Б) е, ю, я, ё


3. Әсәй, сәскә һүҙҙәренә күплек ялғауҙары ҡушып яҙығыҙ.


4. Барыһы ла уны йотлоғоп тыңлай. Һөйләмдә ҡылымды табып, уның заманын билдәләгеҙ.

А) хәҙерге заман

Б) үткән заман

В) киләсәк заман

Г) ҡылым заманды белдермәй.


5. Беренсе затта һәм күплектә торған ҡылымды күрһәтегеҙ.

А) уҡыйҙар

Б)һөйләйбеҙ

В) әйтмәйем

Г) әйттегеҙ.


6. Мәҡәлдәрҙә бирелгән һандарҙы һүҙ менән яҙығыҙ.

Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ.

7 ҡат үлсә, 1 ҡат киҫ.


Хыялымдағы һөнәр.

Минең хыялым – табип булыу. Хәлемсә тырышып уҡып, мәктәпте тамамлаясаҡмын. унан медицина университетына инәсәкмен. Табип һөнәренә мотлаҡ эйә буласаҡмын.

Ауырыуға иғтибарлы булырмын, уның һәр зарын тыңлармын. Сирлегә үҙемдең бөтә күңел йылымды бирермен. Ул һис һүҙһеҙ һауығыр.

  1. Ҡылымдарҙы табып аҫтына һыҙығыҙ.

  2. Табип, мәктәп һүҙҙәре менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.


Башҡортостан Республикаһы тураһында һөйлә.





Сәләмәтлек буйынса мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусыларға

контроль күсереү өсөн текстар.


1-се сирек

Ҡомhоҙ Ҡотой.

Быйыл муйыл ғәжәп уңды. Урман ауылдан әллә ҡайҙа ята. Шулай ҙа йыйылдыҡ та урманға киттек.

Бына урман. Муйылдар беҙҙе суҡ ботаҡтарын болғай-болғай ҡаршы алды. Емешле ағастарҙы күреп, Ҡотойҙоң күҙҙәре дүрт булды.

Иң суҡ муйыллы ағастарға билдә һалды. Уларҙың янына бер кешене лә ебәрмәне. Беҙ уның был ҡомһоҙлоғона хайран ҡалдыҡ. Бер ни тиклем алыҫлашҡас, артыбыҙҙан Ҡотой килеп етте. Йүгерә-йүгерә хәле бөткән. (62 һүҙ) (79-сы бит).


2-се сирек


Илем – Башҡортостан.

Башҡортостан – бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ-сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

Беҙ йәшәгән ерҙең ҡуйынындағы, байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ тиһеңме, күмер һәм металл тиһеңме, алтын һәм баҡыр тиһеңме – бөтәһе лә бар был ерҙәрҙә.

Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан. (65 һүҙ)(30-сы бит).

3ө сирек

Ҡарабаш турғай.


Бөтә турғайҙар араһында иң сос, иң етеҙ ҡош булып ҡарабаш турғай һанала Уның бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәҫһең.

Ҡарабаш турғайҙың ояһы ағас башында була. Ул баҡсаларҙы,урмандарҙы ҡоротҡостарҙан таҙарта: балаларын тик бөжәктәр менән генә туҡландыра. Шуға күрә ҡарабаш турғай – ифрат файҙалы ҡош.Тик һалҡын ҡыш көндәрендә ҡарабаш турғайҙар аҙыҡ етешмәүҙән ныҡ яфалана. Шуға күрә уларға ҡыш көндәре ем бирергә кәрәк. (63 һуҙ.)(Э. Ишбирҙиндән.)

4-се сирек

Алда йәй.

Йәй көнө һеҙ, балалар, һис шикһеҙ урманда булмай ҡалмайһығыҙ. Урман һеҙҙе саф һауаһы, ҡоштар һайрауы менән ҡаршы алыр, тәмле еләктәре менән һыйлар, рәхәтләнеп ял итергә мөмкинлек бирер. Һеҙ ҙә урмандың дуҫы булығыҙ.

Тәбиғәткә бер ҡасан да зыян килтермәгеҙ. Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ, бөжәктәрҙе тотмағыҙ, ҡош ояларын, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырмағыҙ, шишмә, ҡоҙоҡтарҙы бысратмағыҙ. Был турала башҡаларға ла әйтегеҙ. (55 һүҙ) (41 һүҙ).






Ҡушымта № 3


Контроль эштәрҙе баһалау системаһы


Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша); йы, йә, йө, йо, йү, йе ҡушымсаларының һәм дифтонгтарҙың яҙылышындағы хаталар.

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

  1. ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

  2. бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

  3. бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

  4. үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һәм ялғауҙарының яҙылышына хаталар.

Бер типтағы хаталарҙы һәм бер ҡағиҙәгә ҡараған хаталарҙы төркөмләү ҡаралған.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

“5” билдәһе – 2 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

“4” билдәһе – 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуацион, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик эшкә лә “4” билдәһе ҡуйырға мөмкин. “3” билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә “3” билдәһе ҡуйырға мөмкин.

“2” билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла.

Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

-теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,

-яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1. Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5. Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

1. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

2. Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осра3а,

3.Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

-Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

-Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

2.Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

-айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

-яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталар булһа,

-эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,

-фактик хаталар күп булһа,

-эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

1. Һүҙлегелеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

-эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла



Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының китапхана фонды:


Уҡыу ҡулланмаһы:

Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-сы класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – 2-се баҫма/ Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2017. – Һүрәттәре менән 152 бит.

Уҡытыусының уҡытыу методик комплекты:

1. З.М. Ғәбитова. Башҡорт теле дәреслегенә методик ҡулланма: укытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-9-сы кластары өсөн башҡорт телен өйрәнеү өсөн. Өфө: Китап – 2017.

2. М.Г. Усманова. “Грамматика башкирского языка”. Электронное учебное издание. Министерство образования РБ, 2016.

3. М.Ғ. Усманова. Интерактив электрон дәреслек. “Башҡорт теле: фонетика һәм грамматика”. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2011.

4. М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.

5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө: «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, 2010.

6. З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. Интерактив электрон дәреслек. Башҡорт теле. 7-се класс. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2013.

7. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Самоучитель башкирского языка. Министерство образования РБ, 2013.

8. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Электронное учебное издание. Самоучитель башкирского языка.(базовый уровень), Министерство образования РБ, 2013.

9. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Электронное учебное издание. Башкирско-русский, русско-башкирский словарь. Министерство образования РБ, 2014.

10. “Башҡорт әҙәбиәте” буйынса электрон ҡулланма. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2013.


Интернет ресурстар

  1. www.bashskazki.ru;

2. www.akmulla.ru;

3. www.bashklip.ru ;

4. www.bashkort.com;

5. «Остаз.ру»;

6. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы сайты, «Ағиҙел» журналы сайты.






27




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!