СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по башкирскому языку для 8 класса

Нажмите, чтобы узнать подробности

Предлагается рабочая программа по башкирскому языку для 8 класса на учебный год

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по башкирскому языку для 8 класса»


Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы

муниципаль районы хакимиәте Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы





Ҡаралған: Килешелгән:

МБ ултырышында УТЭ буйынса директор

урынбаҫары

______/Г.Х.Исламова/ ________ /З.Ә.Нәсибуллина/

Протокол № Протокол №

« » август 2019 й. « » август 2019 й.












Раҫлайым:

Үрнәк урта мәктәбе

директоры _______

/Р.М.Мәзитова /

Приказ №

« » август 2019 й.







2019 – 2020 уҡыу йылына

8-се класс өсөн

башҡорт теленән

эш программаһы







Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Зиннәтуллина Айгөл Рвинат ҡыҙы












АҢЛАТМА ЯҘЫУ



Эш программаһы түбәндәге норматив–хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:


  • Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 й. приказ №273-ФЗ.

  • Дәүләт стандарттарының урта дөйөм белем биреү Федераль компоненты

  • ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

  • Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр һәм СанПин нормативтары 2.4.2.2821-10 буйынса РФ баш санитар табибы постановлениеһы менән 29.12.2010 й. раҫланған приказ №189 «Дөйөм белем биреү ойошмаларында белем биреүҙе ойоштороуҙа санитар-эпидемиологик талаптар»; 

  • Башҡортостан Республикаһының ”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 й. приказ №696-3

  • ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 й. приказ

№216-3 (28.03.2014 йылдың үҙгәрештәре менән);

  • Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11-се кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программалары / [авт.-төҙ.: В. И. Хажин, Ә. Х. Вилданов, М. И. Ҡарабаев, З. Р. Әминева, Ф. Ә. Аҡҡужина].-Өфө: Китап, 2017. 104 бит.

  • Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының Федераль компоненты төп белем биреү программаһы;

  • Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының 2019-2020 уҡыу йылына “Уҡыу планы”;

  • Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының Уставы;

  • Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының эш программаһы тураһындағы положениелар (белем биреү стандарттарының Федераль компоненты).

  • Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының китапхана фонды.


Маҡсаттар һәм бурыстар:


  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  • Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  • 5-7-се кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  • Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.



Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:


  1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  3. бәйләнешле текст менән эшлэргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.

Уҡытыу кимәле: базис.

Уҡыусы белергә тейеш:


  • йәмғиәт тормошонда телдең ролен, башҡорт теленең әһәмиәтен белергә;

  • фонетика, телмәр өндәре, ижек, һүҙ баҫымы, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

  • өндәрҙең бер-береһенә оҡшашыуы (сингармонизм) төшөнсәләре;

  • орфоэпия (дөрөҫ әйтелеш), төп орфоэпик норма төшөнсәләре;

  • графика; алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыу төшөнсәләре;

  • орфография (дөрөҫ яҙылыш), һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы, һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың һүҙҙең тамырында, ялғауҙа, һүҙ араһында яҙылышы һәм әйтелеше, һүҙҙе юлдан юлға күсеререргә;

  • лексика; һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синонимдар, антонимдар, омонимдарҙы белергә;

  • телмәр төрҙәре (типтары): хикәйәләү, тасуирлау (һүрәтләү), хөкөм сығарырға (мөнәсәбәт белдереү);

  • текстың төп фекерен, автор нимә әйтергә теләгәнен билдәләй белергә; текстың башланышын һәм тамамланышын күрһәтә белергә; өлгөгә ҡарап диалогтар төҙөргә;

  • төрлө мәғлүмәт саралары менән эшләргә (һүҙлектәр, белешмәләр); диалогта йә бәхәстә ҡатнашырға;

  • билдәле бер тема буйынса өҫтәлмә материал табырға һәм сығыш яһарға;

  • иншалар, яттан шиғыр һөйләүселәр конкурстарында ҡатнашырға.













УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Алтын көҙ етте (6 сәғәт)

Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау,грамматик төшөнсәләрҙең атамалары менән танышыуҙы дауам итеү,уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу һәм ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу. Көҙ миҙгеле тураһында белемдәрен, һүҙлек байлығын арттырыу, тема буйынса текстар уҡыу, үҙ фекерҙәрен әйтеү, темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә иркен ҡатнашыу.

Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы (6 сәғәт)

Башҡортостан Республикаһы, уның тәбиғәте, байлығы тураһында һөйләшеү,фекерҙе иркен еткерә алыу, телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу һәм ошо темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә һүҙҙәрҙе дөрөҫ, урынлы ҡулланыу.

Хеҙмәт төбө- хөрмәт (3 сәғәт)

Хеҙмәт, уның кеше тормошондағы әһәмиәте тураһында иркен фекер йөрөтөү, тема буйынса бирелгән текстарҙы тасуири уҡыу, уның төп йөкмәткеһен аса белеү, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу һәм ошо темаға ҡарата һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлы ҡулланыу. Уҡыусыларҙың киләсәктә һалйлаясаҡ һөнәре тураһында мәғлүмәт туплау, ул һөнәр кешеләре тураһында һөйләшеү. Грамматика буйынса ябай һөйләм төрҙәре өйрәнелә.

Ап – аҡ ҡыш етте (5 сәғәт )

Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәрен дөрөҫ билдәләү, яңы мәғлүмәт менән танышыу, тәҡдим ителгән материал буйынса эш төрҙәре башҡарыу, уҡыусыларҙың телмәрен, һүҙлек байлығын үҫтереү. Грамматика буйынса “Өндәш һүҙҙәр” темаһы үҙләштерелә.

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! (6 сәғәт )

Йыл миҙгелдәре буйынса булған белемдәрҙе тулыландырыу, яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен башҡорт телендә дөрөҫ, аныҡ итеп әйтә белеү, иркен һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Үҙ аллы, индивидуаль, төркөм парҙарҙа эшмәкәрлекте дөрөҫ ойоштороу. Тәҡдим ителгән текстарҙа күтәрелгән проблемаларҙы табыу, уны хәл итеү буйынса уртаҡ фекергә киоеү, үҙ фекереңде дәлилләй белеү. Грамматика буйынса “Ябай һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре” темаһын ҡабатлау.

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ (5 сәғәт )

Уҡыусыларҙың яҙ миҙгелендә булған байрамдар тураһында белемдәрен арттырыу, ул белгәндәре тураһында белгәндәрен ҡабатлау, системалаштырыу. Данлыҡлы батырҙарыбыҙҙың ҡыйыулыҡтары, батырлыҡтары тураһында кинофильмдар, видеояҙмалар ҡарау, музейҙарға экскурсиялар ойоштороу, алынған тәъҫораттар менән уртаҡлашыу, дәреслектәге текстар менән эш төрҙәрен ойоштороу.

Ай, Уралым, Уралым... (4 сәғәт )

Башҡортостан тәбиғәте, уның матурлығы, һәр миҙгелдә тәбиғәттең үҙгәреше буйынса тәҡдим ителгән материал менән танышыу. Бирелгән һүҙҙәр йыйылмаһынан, текстарҙың йөкмәткеһенә ҡарап йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен башҡорт телендә дөрөҫ, аныҡ итеп әйтә белеү, өҫтәлмә сығанаҡтар ҡулланырға өйрәтеү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



Уҡыу ҡулланмаһы: Башҡорт теле 8-се класс, авт. З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова

Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы– Өфө: Китап, 2017 йыл


Ҡушымта № 1

Календарь – тематик планлаштырыу

Бөтәһе – 35 сәғәт, аҙнаһына – 1 сәғәт

План буйынса

Фактик

Уҡыу материалы. Тел материалы

Иҫкәрмә

1

5.09


М. Сиражи “Йәндәрҙе балҡытыусы”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


2

12.09


Көҙ күренештәре. Синтаксис.


3

19.09


С.Муллабаев “Көҙгө урман. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре.


4

26.09


Р.Шаммасов. “Тыуған яғым”. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре.


5

3.10


Көҙ ҡышты билдәләй. Һынамыштар.


6

10.10


Өфө – беҙҙең баш ҡалабыҙ. Һөйләмдең баш ҡиҫәктәре.


7

17.10


I сирек өсөн контроль диктант. Ысын дуҫлыҡ.


8

24.10


Н.Нәжми “Тыуған ҡалама йыр”. Ҡылым.


9

7.11


Өфө ҡалаһының күренекле урындары. Яңғыҙлыҡ исемдәр. Т.ү. Изложение. Салауат һәйкәле.


10

14.11


К.Кинйәбулатова. “Ватаным тауыштары”. Ябай һөйләм һәм уның төрҙәре.


11

21.11


Хеҙмәт төбө- хөрмәт. З.Биишева. “Йәшәү – хеҙмәт”. Ябай һөйләм һәм уның төрҙәре.


12

28.11


Р.Шәкүров. “Эшһөйәрҙәр иле”. Һөйләмдең баш ҡиҫәктәре.


13

5.12


М.Ғафури. “Гөлдәр баҡсаһында”. Юҡлыҡ төшөнсәһе һәм уның телдә бирелеше.


14

12.12


Ҡыш айҙары. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.


15

19.12


II сирек өсөн контроль диктант. Балет.


16

26.12


Ә.Вахитова. “Ҡарҙар яуа”. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.


17

16.01


Т.Ү. Инша. Эш бөткәс уйнарға ярай.


18

23.01


Н.Нәжми. “Ҡыш”. Проект эше. “Ҡышҡы тәбиғәт”.


19

30.01


Г.Яҡупова. “Өмөтлө яҙ”. Уртаҡлыҡ исемдәр.


20

6.02


Яҙғы тәбиғәт. Аныҡлаусы.



21

13.02


Яҙғы байрамдар. Тултырыусы.


22

20.02


Р.Ниғмәти. “Ватан”. Һүҙлек менән эшләү.


23

27.02


С.Әлибай. “Сәскәле ай”. Хәл.


24

5.03.


М.Харис. “Хат”. Үлемһеҙ батырлыҡ. Хәл.


25

12.03.


IIIсирек өсөн контроль диктант. Яҙ килә.


26

19.03


С.Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


27

2.04.


Телмәр үҫтереү. Инша. Күңелле яҙ килә.


28

9.04.


Тыуған ерем биҙәктәре. А.Игебаев. “Башҡортостан илгенәм”. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.



29

16.04.


Минең Ватаным. Һөйләмдең баш киҫәктәре.


30

23.04.


Т.Ү.Изложение. Ер һатыу.


31

30.04.


Р.Ниғмәтуллин. “Башҡортостан”. Ябай һөйләмде синтаксик тикшереү.


32

7.05.


Ә. Таһирова. “Ерҙе һаҡлайыҡ”. Ябай һөйләмде синтаксик тикшереү.


33

14.05.


IVсирек өсөн контроль диктант. Ай, Уралым, Уралым.


34

21.05.


Р.Йәнбәк. “Мәңге балҡы Башҡортостан”. Синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


35

28.05


Морфология һәм синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү. Йомғаҡлау дәресе.








Ҡушымта № 2

Контроль-тикшереү материалдары


Диктанттар өсөн текстар

1-се сирек

Контроль диктант “Ысын дуҫлыҡ”


Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә. Бүрекле беснәкте генә алайыҡ. Ҡуңыҙ, үрмәксе, бойҙай, еләк – бөтәһен дә йыя. Тик уның аҙыҡ-түлек туплау өсөн махсус һаҡлағысы юҡ. Ләкин ҡош аптырап ҡалмай. Һәр ағас һайын ярыҡ – бына һиңә меңәрләгән “келәт”. Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһен шунда йәшерә бара.

Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ. Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашай улар. Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар. Кемдекен табып ашаһаң да ярай, тип уйлайҙарҙыр. Берәү бөтәһе өсөн тырыша, бөтәһе берәү өсөн көс түгә. (80 һүҙ)

  1. 1-се һөйләмдә эйә менән хәбәр аҫтына һыҙығыҙ.

  2. Сифаттарзы табып, аҫтына һыҙығыҙ.

  3. Әҙерләнә, йыя, йәшерә бара, ашай ҡылымдарының үткән заман формаһын яҙығыҙ.


2-се сирек

Контроль диктант “Балет”


Балет спектаклдәре тәүге тапҡыр Францияла ҡуйыла. 1581 йылдың 5 октябрендә Париж ҡалаһы сәхнәләренең береһендә сәнғәттең яңы төрө – балет күрһәтелә. Балет – бейеп башҡарылған спектакль ул. Бейеү менән моңло көй аша тамашасы спектаклде һүҙһеҙ аңлай. Балет спектаклен ижад иткәндә башта либретто яҙалар. Ошо либреттоға нигеҙләнеп, композитор көй ижад итә. Ә балетмейстер бейеүҙе көйгә һала. Балет артистары уларҙың хеҙмәтен тамашасыға еткерә. Бына шулай балет спектакле тыуа.

Башҡортостанда тәүге балет 1954 йылда ижад ителә. Шунан һуң бер-бер артлы балет спектаклдәре ҡуйыла башлай. (80 һүҙ)

  1. 1-се һөйләмдә эйә менән хәбәр аҫтына һыҙығыҙ.

  2. Балет һүҙен килештәр менән үҙгәртегеҙ.

  3. Ҡуйыла, күрһәтелә, аңлай, яҙа, еткерә ҡылымдарына ярашлы исем ҡуйып, һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ.


3-сө сирек


Контроль диктант “Яҙ килә”


Яҙ килеүен иң тәүҙә ҡоштар һиҙенә. Сәүкәләр, турғайҙар оя эҙләп оса, йылы яҡтан ҡара ҡарғалар ҡайта. Ә ҡыҙылтүш турғайҙар, киреһенсә, төньяҡҡа, һалҡын тайга урмандарына күсә.

Марттың икенсе яртыһында ағас ботаҡтарында бөрө тулыша башлай.

Йылға, күлдәрҙә балыҡтар уяна. Урмандағы йәнлектәр тиреләрен алмаштыра. Был осорҙа һунар итергә ярамай.

Март аҙағында ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары ҡайтып төшә.

Был айҙы бөтә тереклек ауыр кисерә. Йәнлектәр, ҡоштар асыға. Шуға күрә ҡанатлы дуҫтарға оялар яһарға, тағараҡтар элергә, ем һибергә кәрәк.

  1. 1-се һөйләмдә эйә менән хәбәр аҫтына һыҙығыҙ.

  2. Тултырыусыларҙың килештәрен билдәләгеҙ.


4-се сирек

Контроль диктант “Ай, Уралым, Уралым”


Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: “Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда”. Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далалары һәм Ҡаҙағстанға барып сыға”.

Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һокланып, ул “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр ижад иткән.

“Урал” атамаһы башҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала. (84 һүҙ)

  1. Урал” атамаһы башҡорт теленән алынған һөйләменең эйә менән хәбәрен билдәләгеҙ.

  2. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе яҙып алығыҙ.

  3. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: “Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда” һөйләменең схемаһын төҙөгөҙ.



Изложениелар өсөн текстар

1-се яртыйыллыҡ

Салауат һәйкәле”


Салауат, көслө ҡулдары менән теҙгенде тартып, ярһыу арғымағын яр ситенә туҡтатҡан да, өҙәңгеһенә баҫып, ҡалҡа биреп, үткер күҙҙәре менән Ағиҙел аръяғын күҙәтә. Йөҙөндә ихтыяр көсө, ныҡлыҡ, ышаныс. Ҡамсы тотҡан уң ҡулы яуҙаштарын алға саҡыра.

Скульптор С.Д.Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитекторы И.Ғ.Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символына әйләнде. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, Ағиҙел буйлап йөҙгәндә лә, самолеттан да бик мөһабәт күренә.

Ысынлап та, Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге гранит нигеҙе менән бергә 19,8 метр, ауырлығы 40 тонна. Ул Ленинградтың (хәҙер Санкт-Петербург) “Монумент-скульптура” заводында суйындан ҡойолдо.

Һәйкәл илебеҙ монументаль скульптураһының ҙур ҡаҙанышы. Уны ижад иткәне өсөн Сосланбәк Дафаевич Тавасиевҡа Дәүләт премияһы бирелде.


2-се яртыйыллыҡ

Ер һатыу”.


Бер урыҫ баяры башҡорттарҙан ер һатып алырға килә.

-Күпме аҡса бирәһең? – тип һорай былар баярҙын.

-Йөҙ тәңкә бирәм, - ти баяр. – Күпме ер бирәһегеҙ һуң?

-Бер көн эсендә үҙең күпме ер үтәһең, шунса алырһың. Тик ат менән түгел, йәйәүләп йөрөргә, - тиҙҙәр башҡорттар. Урамға сығып межа ҡуялар. Баяр йүгерә-йүгерә сығып китә. Әй йүгерә икән был, әй йүгерә икән. Барған һайын ер яҡшы. Ҡыҙыға был, күберәк алып ҡалайым тип тырыша. Көн эҫе, ти. Йүгереп бара ла тирләп-бешеп һыу эсә икән. Шулай йүгерә торғас, хәлдән тайып, ауырып китә лә шул ерҙә үлеп ҡала. (Л.Толстойҙан.)


Инша темалары:

  1. “Эш бөткәс, уйнарға ярай”

  2. “Күңелле яҙ килә”





Сәләмәтлек буйынса мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусыларға

контроль күсереү өсөн текстар.


1-се сирек

Ысын дуҫлыҡ”


Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә. Бүрекле беснәкте генә алайыҡ. Ҡуңыҙ, үрмәксе, бойҙай, еләк – бөтәһен дә йыя. Тик уның аҙыҡ-түлек туплау өсөн махсус һаҡлағысы юҡ. Ләкин ҡош аптырап ҡалмай. Һәр ағас һайын ярыҡ – бына һиңә меңәрләгән “келәт”. Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһен шунда йәшерә бара.

Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ. Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашай улар. Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар. Кемдекен табып ашаһаң да ярай, тип уйлайҙарҙыр. Берәү бөтәһе өсөн тырыша, бөтәһе берәү өсөн көс түгә. (80 һүҙ)



2-се сирек


Балет”


Балет спектаклдәре тәүге тапҡыр Францияла ҡуйыла. 1581 йылдың 5 октябрендә Париж ҡалаһы сәхнәләренең береһендә сәнғәттең яңы төрө – балет күрһәтелә. Балет – бейеп башҡарылған спектакль ул. Бейеү менән моңло көй аша тамашасы спектаклде һүҙһеҙ аңлай. Балет спектаклен ижад иткәндә башта либретто яҙалар. Ошо либреттоға нигеҙләнеп, композитор көй ижад итә. Ә балетмейстер бейеүҙе көйгә һала. Балет артистары уларҙың хеҙмәтен тамашасыға еткерә. Бына шулай балет спектакле тыуа.

Башҡортостанда тәүге балет 1954 йылда ижад ителә. Шунан һуң бер-бер артлы балет спектаклдәре ҡуйыла башлай. (80 һүҙ)



3-сө сирек


Яҙ килә”


Яҙ килеүен иң тәүҙә ҡоштар һиҙенә. Сәүкәләр, турғайҙар оя эҙләп оса, йылы яҡтан ҡара ҡарғалар ҡайта. Ә ҡыҙылтүш турғайҙар, киреһенсә, төньяҡҡа, һалҡын тайга урмандарына күсә.

Марттың икенсе яртыһында ағас ботаҡтарында бөрө тулыша башлай.

Йылға, күлдәрҙә балыҡтар уяна. Урмандағы йәнлектәр тиреләрен алмаштыра. Был осорҙа һунар итергә ярамай.

Март аҙағында ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары ҡайтып төшә.

Был айҙы бөтә тереклек ауыр кисерә. Йәнлектәр, ҡоштар асыға. Шуға күрә ҡанатлы дуҫтарға оялар яһарға, тағараҡтар элергә, ем һибергә кәрәк.




4-се сирек

Ай, Уралым, Уралым”


Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: “Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда”. Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далалары һәм Ҡаҙағстанға барып сыға”.

Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һокланып, ул “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр ижад иткән.

“Урал” атамаһы башҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала. (84 һүҙ)



Ҡушымта № 3


Контроль эштәрҙе баһалау системаһы


Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша); йы, йә, йө, йо, йү, йе ҡушымсаларының һәм дифтонгтарҙың яҙылышындағы хаталар.

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

  1. ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

  2. бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

  3. бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

  4. үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һәм ялғауҙарының яҙылышына хаталар.

Бер типтағы хаталарҙы һәм бер ҡағиҙәгә ҡараған хаталарҙы төркөмләү ҡаралған.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

“5” билдәһе – 2 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

“4” билдәһе – 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуацион, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик эшкә лә “4” билдәһе ҡуйырға мөмкин. “3” билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә “3” билдәһе ҡуйырға мөмкин.

“2” билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла.

Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

-теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,

-яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1. Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5. Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

1. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

2. Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осра3а,

3.Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

-Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

-Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

2.Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

-айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

-яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталар булһа,

-эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,

-фактик хаталар күп булһа,

-эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

1. Һүҙлегелеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

-эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла







Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының китапхана фонды:


Уҡыу ҡулланмаһы: Башҡорт теле 8-се класс, авт. З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова

Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы– Өфө: Китап, 2017 йыл



Уҡытыусының уҡытыу методик комплекты:

1. З.М. Ғәбитова. Башҡорт теле дәреслегенә методик ҡулланма: укытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-9-сы кластары өсөн башҡорт телен өйрәнеү өсөн. Өфө: Китап – 2017.

2. М.Г. Усманова. “Грамматика башкирского языка”. Электронное учебное издание. Министерство образования РБ, 2016.

3. М.Ғ. Усманова. Интерактив электрон дәреслек. “Башҡорт теле: фонетика һәм грамматика”. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2011.

4. М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.

5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө: «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, 2010.

6. З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. Интерактив электрон дәреслек. Башҡорт теле. 7-се класс. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2013.

7. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Самоучитель башкирского языка. Министерство образования РБ, 2013.

8. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Электронное учебное издание. Самоучитель башкирского языка.(базовый уровень), Министерство образования РБ, 2013.

9. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Электронное учебное издание. Башкирско-русский, русско-башкирский словарь. Министерство образования РБ, 2014.

10. “Башҡорт әҙәбиәте” буйынса электрон ҡулланма. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2013.


Интернет ресурстар

  1. www.bashskazki.ru;

2. www.akmulla.ru;

3. www.bashklip.ru ;

4. www.bashkort.com;

5. «Остаз.ру»;

6. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы сайты, «Ағиҙел» журналы сайты.






23




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!