Тексты к билетам по гос. башк. яз. 9 кл. (1 вариант)
Билет № 1
Кем көслө? (Башҡорт халыҡ әкиәте)
Бер ауылда үҙҙәренең өйөндә бер әбей менән бабай йәшәгән, ти. Уларҙың берҙән – бер ҡыҙы булған. Кыҙ үҫеп еткәс, әбей менән бабай алдына “ҡыҙыбыҙға ниндәй кейәү һайлайбыҙ?” тигән һорау килеп баҫҡан.
Ҡарт, күп уйлағас:
Бабай һүҙендә ныҡ торған. Бер көн ул, көслөләрҙең көслөһөн эҙләп, юлға сыҡҡан. Көн барған, ай барған. Бара торғас, йәй үткән, ҡыш еткән. Бабай боҙ өҫтөнән китеп барғанда, аяғы тайып, боҙға йығылған. Торған да:
Боҙ уға яуап биргән:
Шул саҡ бабай ҡояшҡа ҡарап:
Ҡояш уға:
Хәҙер бабай, болотҡа ҡарап:
Болот уға:
Шул саҡ бабай ямғырға барған да:
Ямғыр уға:
Хәҙер инде бабай, аяҡ аҫтына ҡарап, ергә әйткә:
Ә ер уға:
- Әгәр мин көслө булһам, үлән мине тишеп сыға алмаҫ ине, - тигән.
Шул саҡ бабай үләнгә ҡараған да:
Ә үлән уға:
- Кеше минән көслөрәк.Үткер салғыһы менән ул мине саба ла китә ,-тигән. Шунан бабай егет янына килеп:
- Эй, егет, һин ер йөҙөндә бөтә нәмәнән дә көслө икәнһең. Минең ҡыҙымдың кейәүе булһаңсы! Ҡыҙым бик һылыу, аҡыллы, эшлекле, - тигән.
Шулай итеп, әбей менән бабай үҙҙәренең ҡыҙҙарын йәш кенә егеткә кейәүгә биргәндәр. ти. Улар хәҙер ҙә һәйбәт кенә йәшәй, ти.
Кто сильный? (башкирская народная сказка)
В одной деревне жили в сваоем доме старик со старухой. Была у них единственная дочь. Когда у старика и старухи выросла дочь пред ними встал вопрос “ кого выбрать в мужья дочери?” после долгих раздумий старик сказал:
-найду самого сильного на этом свете и выдам дочь за него!
Старик сильно стоял на своем слове. Однажды он пошел искать сильнейшего. Шел день, месяц.так прошело лето, наступила зима. Когда старик шел по льду подскользнулся и упал. Встал и сказал:
-Эх, лед, лед!ты оказывается очень сильный. Быстро ты меня заставил упасть, будь моей дочери мужем!
Лед ему ответил:
Если бы я был сильный не таял бы от солнца!
Тогда стприк посмотрев на солнце сказал:
-солнышко! Ты заставляешь таят лед, значит его сильнее!будь моей дочери мужем?
Солнце ему ответило:
-если бы я был сильный облако не покрывало бы меня.
-облако, облако!ты можешь покрыть даже солнце. Ты сильней из сильных, будь моей дочери мужем.
Облако ответило:
-если бы я был сильным не падал бы на землю дождем.
Старик пошел к дождю и сказал:
-дождь.ты оказывается сильный.будь моей дочери мужем.
Дождь ему:
Старик посмотрел на землю и сказал:
-Земля. Ты сильнее всего на свете. Даже забираешь себе дождь до последней капли.будь моей дочери мужем.
А земля ему ответила:
-если бы я была сильной на мне не могла бы расти трава.
Старик посмотрел на траву и сказал:
-Трава, трава. Ты побеждаешь даже землю. Значит ты сильный из сильнейших.будь моей дочери мужем.
Трава ответила:
- человек сильнее меня. Своей косой он меня косит.
Старик подошел к парню и сказал:
-Эй, парень.ты оказывается на земле всех сильнее.будь мужем моей дочери. Моя дочь красивая, воспитанная, трудолюбивая.
Вот так старик со старухой выдали дочь за молодого парня. И сейчас они живут очень хорошо.
Билет № 2.
Ишәк, эт, бесәй, әтәс.
Борон бер бабайҙың ишәге булған.Ишәк ҡартайғас, бабай уны ҡыуып сығарған. Ишәк сығып киткән. Бара торғас ул бер этте осратҡан.
-
Ишәк ағай, ҡайҙа бараһың?
-
Ҡалаға артислыҡҡа китеп барам.
-
Берәүҙән икәү яҡшыраҡ, мине лә ал.
-
Әйҙә! Ниндәй һөнәрең бар?
-
Мин матур итеп өрә беләм.
Киттеләр, ти, былар. Бара торғас, бер бесәй осраған,ти.
-
Ҡайҙа бараһығыҙ?
-
Ҡалаға артислыҡҡа китеп барабыҙ.
-
Мине лә эйәртегеҙ.
-
Әйҙә! Ниндәй һөнәрең бар?
-
Мин бик яҡшы итеп мыяулай беләм.
Өсәүләп киткәндәр былар. Бер ауылға еткәндәр.Бер әтәс ҡыйыҡтан ҡыйыҡҡа һикереп ҡысҡыра, ти. Ишәк, эт, бесәй әтәсте лә саҡырғандар.
Әтәс ҡыйыҡтан һикеркп төшкән дә уларға ҡушылған.
Улар дүртәүләп киткәндәр. Бер ҡара урманға барып еткәндәр. Әтәс шыршы башына менеп төнәмәк булған. Ул урман эсендә бер өй күреп ҡалған.
Ишак, пес, кот, петух.
Давным давно был у одного старика ишак. Когда ишак постарел старик его выгнал. Идет ишак, идет. Встретил одного пса.
-куда идешь, дядя ишак?
-в город, в артисты.
-вдвоем лучше чем одному, возьми меня с собой.
-давай.какие у тебя есть таланты?
Я- я умею красиво лаять?
Пошли они. Встретили одного кота.
-куда вы идете?
- в город, в артисты.
-возьмите меня с собой.
-давай.какие у тебя есть таланты?
-я умею красиво мьяукать.
Пошли они втроем. Дошли до одной деревни. С забора на забор прыгая кукарекает один петух. Ишак, пес и кот позвали с собой петуха.
Петух спрыгнул с забора и присоединился к ним.
Пошли они вчетвером.дошли до одного дремучего леса. Петух решил переночевать на ели. Он увидел в лесу один дом.
Билет №3
Алтын башаҡтар.
(Әкиәт)
Борон – борон заманда бер ир менән ҡатын йәшәгән. Уларҙың биш улдары булған. Берҙән – бер көн аталары, Тыуған илде яҡлап, һуғышҡа киткән. Ул кире әйләнеп ҡайтмаған, һуғыш яланында үлеп ҡалған. Яңғыҙ әсә биш баланы үҙе тәрбиәләп үҫтергән.
-
Улдарым, - тигән әсә, егеттәрҙе янына саҡырып.- Мин һеҙҙе үҫтерҙем, хәҙер үҙ көнөгөҙҙө үҙегеҙ күрегеҙ, - тигән.
-
Беҙ, - тигәндәр егеттәр,- үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрер инек, аҡсабыҙ юҡ бит. Һин, әсәй, беҙгә берәр генә бөртөк булһа ла алтын бир.
-
Алтын бирәм, - тигән әсәһе.- Бер бөртөк түгел, мең бөртөк. Тик ул алтындарҙы атайығыҙ йыйып ҡуйғайны, уны үҙегеҙ эҙләп табығыҙ.
-
Табабыҙ, табабыҙ, - тигәндәр егеттәр.
-
Ана, - тигән әсә,- Ташлытау менән Ҡарлытауҙы күрәһегеҙме? Шул ике тау араһында киң баҫыу бар. Аиайығыҙ алтын бөртөктәрен шул баҫыуға күмгән. Эҙләп табығыҙ шуны. Баҫыу ерен ҡаҙығыҙ. Ең һыҙғанып, тир сығарып эшләгеҙ.
Биш егет биш сабан менән ерҙе һөрөп сыҡҡандар, тырмалағандар. Ә алтын бөртөктәрен тапмағандар. Шунан егеттәр, бик күңелһеҙләнеп, әсәләре янына ҡайтҡандар.
-
Бер генә бөртөк тә алтын тапманыҡ, әсәй! – тигәндәр.
-
Борсолмағыҙ, уландарым!- тигән әсә.Табырһығыҙ алтындарҙы! Бойҙай сәсегеҙ шул ергә, көҙ көнө алтын бөртөктәрен алырһығыҙ.
Егеттәр әсәләре әйткәнсә эшләгәндәр. Бойҙай шәп уңған, уны урғандар, һуҡҡандар.
Егеттәр әсәләре алдына тоҡ – тоҡ игенде килтереп өйгәндәр. Әсә һары бөртөктәрҙе ҡулына алып ҡараған да улдарына:
Егеттәр бер – береһенә ҡарағандар ҙа бәхетле йылмайғандар.
Золотые колосья.
(сказка)
Давным давно жили мужчина и женщина. Было у них пять сыновей. Однажды их отец
Ушел на врйну защищать Родину. Обратно он не вернулся, погиб на поле боя. Одинокая мать одна воспитывала пятерых детей.
-Сыновья мои, - сказала мать, позвав парней к себе, - я вас растила, сейчас самим вам позаботится о себе.
Мы - , ответили парни, -позаботились бы о себе, но у нас нет денег. Ты нам, мама, дай хотя бы одно золото.
Золото дам. – сказала мать. – Не одно, а тысячу. Но их собрал ваш отец, сами найдите их.
-
найдем ,найдем. – сказали парни.
-
Вон, -сказала мать, - видите Ташлытау и Карлытау. Между этими горами есть поле. Ваш отец закопал золото в этом поле. Найдите их. Раскопайте это поле. Работайте очень старательно.
5 парней пятью плугами раскопали поле. Но золото не нашли. Парни очень расстроенные пришли к матери.
- не нашли ни одного золота, мама, -сказали они.
- не расстривайтесь, сыновья! – найдете золото. Вон посадите там пшеницу, осенью получите золото.
Парни сделали как сказала мать. Пшеница выросла очень хорошо, ее собрали, *
Парни принесли мешки пшеницы и положили перед матерью. Мать взяла в руки золотые = и сказала сыновьям:
Парни посмотрели друг на друга и улыбнулись счастливо.
Билет № 4
Ҡан – ҡәрҙәш.
(Әкиәт)
Борон – борон заманда бер ауылда йәшәгән, ти, бер яуыз хан. Ул үҙенең сәсен алдырыр өсөн, аҙна һайын бер егетте саҡыра икән. Килгән егеттәрҙең береһе лә өйҙәренә ҡайтмаған: хан уларҙың башын ҡырҡытып торған.
Шул ауылда бер әбей менән бабай йәшәгән. Улар бик ярлы булған. Сират кесе улдарына еткән. Улдары китер көндө әсәһе ҡара ондан, үҙенең күкрәк һөтөн ҡушып, күмәс бешергән һәм улына биреп ебәргән.
Бер заман егет хан һарайына барып еткән. Үткер бысаҡ тотторған да хан егеткә:
Хан тажын һалыу менән, егет аптыраған: яуыздың түбәһендә кәзәнеке кеүек мөгөҙ тора. Сәсен алдырып бөткәс, хан икенсе бүлмәгә сығып киткән. Егет асығып киткән һәм әсәһе биреп ебәргән күмәсте ашай башлаған.
Шул ваҡыт хан килеп ингән дә:
Күмәстең бер киҫәген егет ханға биргән. Ҡап – ҡара был күмәҫте хан ашап бөткән дә:
Хан аптырап ҡалған. “Әсәһенең һөтө менән бешерелгәс, мин хәҙер был егет менән ҡан – ҡәрҙәш булам бит. Уның ҡанын ҡойорға минең хаҡым юҡ!” – тип уйлаған ул.
Бына нисек ул икмәктең көсө!
Билет № 5
Етегән йондоҙ.
(Әкиәт)
Бик борон заманда ер бәләкәй генә, күк тә ерҙән саҡ ҡына ҙурыраҡ булған. Кешеләр ерҙә күбәйә башлаған, кейетәр ҙә күбәйгән, ә ер әкренләп ҙурая барған; ер киңәйгәс, күк тә ҙурайған.
Ул заманда бөтә халыҡ бер ҡаҙандан ашаған. Алып батыр килеп сыҡҡан да ҡаҙанды күтәреп эскән. Ни эшләмәк кәрәк? Тотонғандар ҙур ҡаҙан яһарға. Ҡаҙаны булғас, сүмесе лә кәрәк бит инде! Ҡаҙанды көмөштән ҡойғандар, сүместе алтындан яһағандар.
Теге Алып килгән дә ҡаҙанды күтәреп ҡараған. “Яраған”,- тип, урынына ултыртҡан да сүместе ҡулына алған. “Быныһы бик еңел икән”, - тип , һауаға сорғотоп, тотоп алайым тиһә, сүмес юҡ: әйләнеп – әйләнеп осҡан да йондоҙҙар араһына инеп боҫҡан.
Алып сүмесе әле лә бар. Ете йондоҙ булып ялтырай ул: сүместең төбө – дүрт йондоҙ, тотҡаһы – өс йондоҙ, бөтәһе етәү. Үҙе һәр саҡ әйләнеп тора. Алып сүмесенең ауыҙы кистән өҫтә була, ә иртән һырт яғы өҫкә сыға.
Билет №6
Ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов
Милли музыка ҡоралы – ҡумыҙҙың популярлаша барыуында Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Заһретдиновтың роле бик ҙур. Ул бәләкәйҙән ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен аса башлай. Тәбиғәт күренештәренә оҡшатып уйнарға өйрәнә.
Роберт ағай баянда ла уйнай. Өфө музыка педагогия училищеһында оҙаҡ йылдар баян класында эшләй һәм был инструмент өсөн 300-ҙән ашыу пьеса ижад итә.
Ә шулай ҙа Роберт Заһретдинов – иң элек оҫта ҡумыҙсы. Уның иң ҙур уңышы – 1991йылда Яҡут-Сахала ЮНЕСКО ойошторған II Халыҡ-ара конгреста ҡатнашып, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” исеменә лайыҡ булыуы. Унда 22 илдән килгән 200 башҡарыусы араһынан беренсе урынды һәм приз ала ул! Был приз – алтын ялатылған платинанан авторҙың үҙенә генә исемләп эшләнгән ҡумыҙ! Америка һәм Япония конструкторҙарының ижад емеше. Тауышы бик көслө: хатта микрофонһыҙ ҙа ҙур залды яңғыратып уйнап була. Конгреста ул “Хәтирә”, “Кәкүк” кеүек башҡорт көйҙәрен һәм үҙе ижад иткән “Ауыл күренештәре”, “Урал иртәһе”н - барлығы 21 әҫәр уйнай. Зал уны алҡыштарға күмә. Сәхнә артында уны журналистар, хәбәрселәр уратып ала… Американдар шунда уҡ “Ҡумыҙ тарихы” тигән фильм төшөргән. (Г.Галина.)
Билет №7
Мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина
Данлыҡлы бейеүсе Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшиҙә Туйсина Баймаҡ районында 1942йылдың йәмле яҙында донъяға килә.
Ул атаҡлы Фәйзи Ғәскәров ансамбленә алыныр өсөн имтиханда ҡатнаша һәм 17 йәшендә ошо ансамблдә эшләй башлай. “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”, “Бишбармаҡ”, “Заһиҙә”, “Көйәнтә” бейеүҙәре менән гастролдәрҙә йөрөй.
Бейеү ансамбле менән Рәшиҙә Туйсина ярты донъяны урап сыҡты: Болгария, Афғанистан, Пакистан, Польша, Швеция, Испания, Германия, Финляндия, Африка илдәре, үҙебеҙҙең оло һәм кесе ватаныбыҙҙың бик күп ерҙәре уның бейеүенә таң ҡалды.
Швецияла Ишмулла Дилмөхәмәтов менән уның тураһында бер гәзит шулай яҙҙы: “Артист (И.Дилмөхәмәтов) флейтаға оҡшаған таяҡтан – ҡурай тип аталған халыҡ интрументынан ғәжәп моңло тауыш сығарҙы. Илаһи бер моң аҫтында күҙ яуын алырлыҡ сәхнә кейемендәге бейеүсе Рәшиҙә Туйсина, йомшаҡ ҡына баҫып, һәр кемде үҙенә ҡаратты һәм үҙ иленең һоҡланғыс бейеүҙәре менән таныштырҙы”.
Рәшиҙә Туйсина әлеге көндә лә йәш артистарҙы бейеү серҙәренә өйрәтә, матур бейеүҙәр һала, халҡыбыҙҙың тарихын, уның йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, иң яҡшы сифаттарын бейеү теле менән тамашасыларға еткерә.
Билет №8
Ирәндек.
(әкиәт)
Борон Урал тауҙары араһында бер ауылда бабай менән әбей йәшәгән, ти. Улар ярлының да ярлыһы булғандар, ти. Бабай ҡартлыҡтан үлеп киткән, әбей Оморҙаҡ исемле буйға етеп килгән берҙән-бер улы менән тороп ҡалған, ти. Бер көндө әбей улына:
-
Бында ятыуҙан файҙа сыҡмаҫ, улым. Илгә сығып, өс-башыңды әҙерәк бөтәйтеп, әҙ булһа ла ризыҡ табыу яғын ҡарар инең,-тигән.
Оморҙаҡ ситкә сығып киткән. Бер байға ялсы булып ингән, ти. Бер аҙна үткәс, бай Оморҙаҡҡа көтөүҙән ҡыҙыл быҙауҙы салып, тиреһен алып ҡайтырға, өс ҙур тоҡ табырға ҡушҡан. Барыһын да эшләгән Оморҙаҡ. Бай менән Оморҙаҡ ат егеп, тире менән тоҡтарҙы алып, тау араһына сығып киткәндәр, ти.
Текә тауға еткәс, бай егеткә тирегә төрөнөп ятырға ҡушҡан. Оморҙаҡ бер ни аңламаһа ла, быныһын да эшләгән. Бай шуны ғына көтөп торған икән, Оморҙаҡты бәйләгән дә ташлаған, ти.
Бай ситкәрәк китеп, күҙәтеп тора башлаған. Күп тә үтмәй, ике ҙур бөркөт килеп, тырнаҡтары менән “быҙау”ҙы эләктереп, Ҡаятау башына күтәрелгәндәр, суҡыштары менән тирене өҙгәләй башлағандар, ә тире эсенән килеп сыҡҡан кешене күреп, ҡурҡышып осоп киткәндәр, ти.
Оморҙаҡ тороп ҡараһа, тирә-йүндә бер йән эйәһе лә юҡ икән. Шул саҡ аҫтан теге бай ҡысҡырған:
Оморҙаҡ эйелеп ҡараһа, аяҡ аҫтында алтын-көмөш, аҫыл таштар күҙҙең яуын алып ята, ти.Егет уларҙы ырғыта башлаған, ә бай тоҡтарға тултыра барған. Оморҙаҡ, тау башынан нисек төшөрөн уйлап:
-
Эй, бай ағай, мин бынан нисек төшәйем һуң? – тип һораған.
-
Һин хазинаны ташлауыңды бел! Тоҡтар тулғас, нисек төшөргә икәнен әйтермен! – тип яуаплаған бай.
Егет байға ышанып, аҫыл таштарҙы аҫҡа ташлаған да ташлаған. Тоҡтар тулғас, бай уларҙы бәйләп, арбаһына һалып алған да китә башлаған.
-
Мин һине ете көн ашатып, эшләтмәй ятҡырҙым, был таштар шуның өсөн булыр. Хәҙер һиңә шул тау башында бөтөнләйгә ҡалырға тура килер. Тирә-яғыңды ҡара әле, һинең кеүектәрҙең һөйәктәре тулып ята унда! – тип ҡысҡырған бай.
Билет №9
Зирәк ҡуян.
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, ҡуян. Уның өс балаһы булған. Бер көндө ул урманға барырға йыйынған. Балаларына: «Ишекте бикләп ултырығыҙ, сығып йөрөмәгеҙ», - тигән.
Әсәһе киткәс, иң бәләкәй ҡуянға күңелһеҙ була башлай. Уньң илағыһы килә башлай. Йәшел үлән өҫтөнән йүгерһәң, ҡояш нурҙарына иркәләнһәң ине, тип уйлай. Апалары уйнап арып, йоҡоға талыу менән, бәләкәй ҡуян ишекте һаҡ ҡына аса ла өйҙән сыға.
Бер-ике аҙым атлау менән уны бөркөт тотоп ала һәм үҙ ояһына осороп алып китә. Сабыйҙарына: «Бәпестәрем, һеҙгә ҡуян алып ҡайттым, ашағыҙ!» - ти ҙә үҙе тағы һунарға оса. Ҡуян балаһы үкһеп илай башлай.
- Һин ниңә илайһың? - тип һорай бер бөркөт балаһы.
-
Һеҙ хәҙер мине ашайһығыҙ бит, - ти бәләкәй ҡуян.
-
Ярай, беҙ һиңә теймәбеҙ, - тип вәғәҙә бирә икенсе бөркөт балаһы.
Бына әсә бөркөт ҡайтып инә.
- Ҡуян ите тәмле булдымы? - тип һорай.
- Әсәй, беҙ ҡуянға теймәнек, тере йәнлек ашай алмайбыҙ. Ул өйөнә ҡайтһын, уны ла әсәһе көтәлер, - ти өсөнсө бөркөт балаһы.
Бөркөт балаларын тыңлай. Ҡуянды өйөнә ҡайтарып ебәрә.
Юлда уға төлкө осрай. «Ә-һә, эләктеңме?» - ти. Ҡуян балаһы бар көсөнә ҡаса башлай. Йугереп барғанда уның күҙенә саталы ағас салына. Ҡуян балаһы, шул ағастың уртаһынан ырғып, ары елә. Ҡуянды ҡыуып килгән төлкө лә, уйлап тормайынса, шул уҡ ағас уртаһына һикерә, әммә шунда ҡыҫылып ҡала.
Уҙенең зирәклегенә үҙе һоҡлана бәләкәй ҡуян. Ул шулай өйөнә иҫән-һау ҡайтып етә.
Билет №10
Алданған бүре
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, сауҙагәр. Бер заман ул, сауҙа эше менән китеп барғанда, бер бүрегә осрай. Бүре әйтә:
Сауҙагәр:
-
Ярай, ашаһаң, ашарһың инде. Эсеңә һыяммы икән, тәүҙә шуны үлсәп ҡарайыҡ, - ти.
Бүре әйтә:
Сауҙагәр үлсәгесен ала ла үлсәргә тотона. Ҡолағынан башлап үлсәй был. Берәү, икәү... Аҙаҡ ҡойроғонан тотоп, тимер үлсәгес менән көрәген бирмәһенме бүренең!.. Бүре көскә ҡасып ҡотола!.. Тау башына менә лә: “ Ниңә үлсәттем икән?.. Тоторға ла ашарға ине үҙен!..” – тип үкенә.
Шунан бүре кәзә ятҡан урынға барып инә. Бүре:
Кәзә әйтә:
-
Ярай, ашаһаң, ашарһың инде. Рөхсәт итһәң, үлер алдынан йырлар инем, - ти.
-
Рөхсәт, - ти бүре.
Кәзә, бейеккә менеп ала ла, өҙлөкһөҙ баҡыра башлай. Хужа ҡарт таяғын, ҡатыны тәртешкәһен тотоп сыға ла бүрене туҡмайҙар икән, ти. Бүре көс-хәлгә ҡасып ҡотола. Тау башына менә лә: “ Ниңә был кәзәне йырлаттым әле, артисмы ул”, - тип үкенә.
Ас бүре, тау буйлап китеп барһа, юл өҫтөндә арыҡ тай тормаһынмы!
Бүре:
-
Эй, арыҡ тай, ни эшләп тораһың бында, ашайым мин һине! – ти.
-
Юҡ, ашай алмаҫһың, бүре ашамаһын өсөн минең билетым бар, - ти тай.
Бүре:
Тай:
Бүре тайҙың артына билет ҡарарға ултырыуы була – тайҙың бүрене тибеп осороуы була. Бүре бик оҙаҡ иҫәнгерәп ята. Шунан ул, әҙерәк хәл ингәс: “Ни эшләп мин был арыҡ тайҙың билетын уҡырға булдым әле?” – тип үкенә.
Тамам аптыраған бүре ана шулай алданып ҡала.
Билет №11
Өфө
Өфө - Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы. Өфө республикабыҙҙың урта өлөшөндә, Ҡариҙел, Дим йылғалары Ағиҙелгә килеп ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Йәше дүрт быуаттан артып китһә лә, ул һаман үҫә, йәшәрә, матурлана бара.
Ҡаланың урамдары, майҙандары үҙе бер тарих. Уларҙа халыҡтың үткәне, бәхет, ирек өсөн көрәше сағылған. Уларҙың байтағы халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарҙың, Ватанды һаҡлап, яуҙа башын һалған геройҙарҙың, атаҡлы фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең исемен йөрөтә. Боронғо майҙандарҙың береһендә Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы хөрмәтенә мөһабәт монумент ҡуйылған. Ә Ағиҙелдең текә ярында, ярһыу арғымаҡҡа атланып, халҡыбыҙҙың милли геройы, сәсән шағиры - Салауат Юлаев баҫып тора.
Өфө - юғары үҫешкән индустрия үҙәге, машина эшләүселәр һәм нефть эшкәртеүселәр, химиктар һәм энергетиктар, төҙөүселәр һәм транспортсылар ҡалаһы. Унда педагогия, медицина, сәнғәт, авиация, нефть, ауыл хужалығы университеттары, Башҡорт дәүләт университеты, тиҫтәләгән ғилми-тикшеренеү институттары, бик күп мәҙәниәт һарайҙары бар. Яңы трамвай, троллейбус, автобус маршруттары әленән-әле асылып тора. Ләкин баш ҡалабыҙ алдында торған проблемалар ҙа бик күп әле. Элегерәк төҙөлгән заводтар, фабрикалар һәм башҡа предприятиелар, ҡорамалдары ныҡ иҫкереү сәбәпле, тирә-яҡ мөхитте бик ныҡ бысрата - һулар һауаға, эсәр һыуға бик күп ағыулы матдәләр ташлана.
Баш ҡалабыҙҙа йәшәгән кешеләрҙең һаулығы, бәхетле киләсәге - беҙҙең ҡулда. Бының өсөн беҙ заманса белемгә эйә булырға һәм ул белемебеҙҙе ватандаштарыбыҙҙың сәләмәт тормошон тәьмин итеүгә йүнәлтергә, үҙебеҙҙе ата-бабаларыбыҙҙың гүзәл традицияларында камил шәхес итеп тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.
(«Йәншишмә» гәзитенән)
Билет №12
Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?
Башҡорт тоҡомо Төрөк яғынан килеп сыҡҡан. Төрөктөң Гәрбәлә тигән ҡалаһында бер туған дүрт ағай-эне йәшәгән. Бик татыу йәшәгәндәр былар, бик һынсыл булғандар. Бер сак оло ағалары төш күрә. Төшөндә унан бер кеше былай тип һорай: «Ҡайҙа ул рәхәтлек? Ҡайһы яҡта көнсығыш тигән яҡ?» Береһе лә быны юрай белмәй. Икенсе көндө ағалары тағы ла төш күрә. Теге кеше тағы ҡабат килеп: «Малдарығыҙҙы әйҙәгеҙ ҙә ҡаланы ташлап сығығыҙ, һеҙ юлға сыҡҡас та юлығыҙҙа бер бүре пәйҙә булыр. Ул һеҙгә лә, малдарығыҙға ла теймәҫ, үҙ юлында булыр. Ана шул бүре туҡтағас, һеҙ ҙә туҡтағыҙ», — тип әйтә икән.
Иртән торғас, былар йыйынып юпға сыға, ҡуҙғалып киткәс тә, бер бүре тап була, былар ана шул бүре артынан юл ала. Көнсығыш яҡҡа килә торғас, бына ошо илгә (Көньяҡ Уралға) еткән дә әлеге бүре туҡтаған. Артынан эйәреп килгән дүрт ағай-эне лә туҡтап, ер һайлап, дүрт урынға ултырған. Дүрт ағай-эненең өс улы бар икән, улары ла үҙҙәренә урын алған. Шулай итеп, былар етеһе ете урында баш булған. Бына шунан башҡорт араһында «Ете ырыу» тигән һүҙ тороп ҡалған. Был ергә уларҙы ҡорт (бүре һүҙенең боронғо атамаһы) баш булып, эйәртеп алып килгәнлектән, ошо ете ырыуҙы «башҡорт» тип әйтер булғандар. Бына ошо ете туғандан башҡорттар таралып киткән.
Билет №13
Батырша
Алыҫ-алыҫта, илебеҙҙең урманлы, һаҙлы ерендә таш ҡойма менән уратылған Шлиссельбург тигән утрау бар. Элек ул батшаға ҡаршы баш күтәргән ир-егеттәрҙе мәңгегә бикләй торған төрмә булған.
1762 йылда ошо төрмәлә бер үҙе баш күтәреп, Батырша тиңһеҙ алышта һәләк була. Кем булған һуң ул Батырша?
Батырша — башҡорт ихтилалын ойоштороусы шәхес. Уның үҙ исеме — Абдулла Баһадиршаһ Ғәли Ғәлиев. Халыҡ, уны яратып, Батырша тип исем ҡушҡан. Ул ун йыл мәҙрәсәлә уҡыған, үҙ заманында иң абруйлы аҡһаҡал булған. Батырша Өфө, Ырымбур, Ҡазан губерналарында мулла булып эшләгән, мәҙрәсәлә шәкерттәр уҡытҡан. Ул халыҡтың михнәт сигеп йәшәгәнен күрә: уларҙы төрлө яһаҡтар менән йонсоталар, ерҙәрен тартып алалар, көсләп христиан диненә күсерәләр.
Батырша халыҡты көрәшкә күтәрергә тигән ҡарарға килә һәм ауылдан сығып китә. Ул Танып буйҙарында, Арғаяш яҡтарында, Әй, Ағиҙел, Ҡариҙел буйы ауылдарында кешеләрҙе баш күтәрергә саҡырып йөрөй.
Халыҡ берҙәм күтәрелә. Бөрйән ырыуы башҡорттары ҡанһыҙлығы менән дан алған Брагин баярҙы һәм уның ярандарын үлтереп, Талҡаҫ күленә ташлайҙар. Ихтилал Урал, Һаҡмар, Эйек буйына, тамъян, бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән ырыуҙарына йәйелә. Уларға ғәйнә башҡорттары ла ҡушыла.
Ихтилал бөтә башҡорт ерен ҡаплап ала. Ни сәбәптәндер бер алышта еңелгәндән һуң, Батырша урманға ҡаса. Бөгөлмә урмандарында йәшеренгән Батыршаны бер йылдан һуң тоталар. Көслө һаҡ аҫтында тәүҙә Өфөгә, унан Ырымбурға, аҙаҡ Мәскәү аша Санкт-Петербургка оҙаталар. Иң һуңынан ғүмерлеккә Шлиссельбург төрмәһенә ябалар.
(Ғайса Хөсәйенов)
Билет №14
Александр Матросов
Александр Матвеевич Матросов (Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов) Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Әсәһе, шул уҡ райондың Сәфәр ауылынан Мөслимә Хәйбулла ҡыҙы, ауырып вафат булғас, малай аяғы зәғиф, күҙе лә күрмәгән атаһы Юныс ҡарамағында тороп ҡала. Шакирйәндең 1932 йылда Ҡунаҡбайҙа 2-се класта уҡып йөрөүе билдәле. Астан үлмәҫ өсөн ул 1933 йылда ауылынан сығып китергә мәжбүр була. Малайҙың тәүге йәшәгән урыны — Ульяновск өлкәһенең Мәләкәҫ ҡалаһы (хәҙерге Димитровоград). Мәләкәҫтә ул ике балалар йортон алыштыра. 1935 йылда Сашаны ҡаты тәртибе менән билдәле булған Ивановка балалар йортона (Ульяновск өлкәһендә) күсерәләр. 1939 йылдың көҙөндә Ивановкала ете класс тамамлаған Матросовты Һамар ҡалаһындағы вагон ремонтлау заводына эшкә урынлаштыралар. Ләкин бында ла ул оҙаҡҡа тотҡарланмай, Һарытау ҡалаһына юллана. Унда паспорт режимын боҙоуҙа ғәйепләнеп, хөкөмгә тарттырыла һәм 1940 йылдың октябрендә Өфө холоҡ төҙәтеү һәм хеҙмәт колонияһына оҙатыла. 1942 йылда ул, бер нисә тапҡыр ғариза биргәндән һуң, Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм Чкалов өлкәһенең (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) Краснохолм хәрби-пехота училищеһына ебәрелә. 1943 йылдың ғинуарында А. Матросов Калинин фронтына И. В. Сталин исемендәге 91-се Тымыҡ океан доброволец комсомолдар диңгеҙ бригадаһына (һуңынан 56-сы гвардия уҡсы дивизияһының 254-се гвардия уҡсы полкы) оҙатыла. Рота командирының ординарецы була. Псков өлкәһенең Локлян районы Чернушки ауылын алыу өсөн барған һуғышта ҡатнаша һәм 1943 йылдың 27 февралендә Чернушкиҙан бер километр ситтәрәк, Плетено ауылы эргәһендә, дошман дзотын күкрәге менән ҡаплап һәләк була.
Герой хөрмәтенә тыуған ауылы Ҡунаҡбайҙағы мәктәпкә Шакирйән Мөхәмәтйәнов исеме бирелгән, мәктәп эргәһендә музей асылған.
(Рәүеф Насиров)
Билет №15
Башҡорт халыҡ ижады
Халыҡ ижады бик боронғо замандарҙа уҡ барлыҡҡа килгән. Ул телдән һөйләү, хәтерҙә һаҡлау, отоп алыу рәүешендә йәшәгән. Халыҡ ижады әҫәрҙәрен боронғо һүҙ оҫталары — сәсәндәр, йырсылар, ҡобайырсылар уйлап сығарған. Халыҡ ижады күп төрлө. Уларҙы халыҡ отоп алған, йыр итеп йырлаған, әкиәт итеп һөйләгән. Телдән телгә, быуындан быуынға күсә-күсә, ул йыр, әкиәт, ҡобайыр, легенда, таҡмаҡ, йомаҡ, мәҡәл, әйтемдәрҙең күбеһе тағы ла яҡшыра, камиллаша барған. Уларҙы уйлап сығарған һүҙ оҫталарының исемдәре онотолоп, әҫәрҙәре генә халыҡ хәтерендә ҡалған.
Тимәк, телдән башҡарыла торған әҫәрҙәрҙе камиллаштырыуҙа күмәк кеше, тотош халыҡ ҡатнашҡан. Уларҙа халыҡ боронғо хәлдәрҙе лә, бөгөнгөһөн дә, яҡты киләсәк тураһындағы хыял һәм өмөттәрен дә сағылдырған. Был әҫәрҙәрҙә халыҡтың донъяға ҡарашы ла әйтелә: тормоштоң матурлығы данлана, кәмселектәре фашлана, ғәҙеллек хуплана.
Халыҡ ижадын халыҡтың яҙылмаған тарихы, тормош фәлсәфәһе тип баһаларға ла була.
(Әхмәт Сөләймәнов)
Билет №16
II. Чтение, перевод текста: «Алпамыша батыр» (Сказка, 9 класс, с.70).
Алпамыша батыр.
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай. Улар ҡартайғас ҡына, улдары донъяға килгән. Уға Алпамыша тип исем ҡушҡандар. Малай көн үҫәһен сәғәт үҫкән, йыл үҫәһен ай үҫкән. Ул бик матур һәм бик батыр егеп булып үҫеп еткән, ти.
Бер саҡ Алпамыша алыҫ батшалыҡта майҙан буласағын ишетеп ҡалған. Шунда барып, батырҙар менән көс һынашмаҡсы иткән. Атаһы ҡаршы төшкән.
Алпамыша байға ат һорап бара.
Бай уға:
Алпамышаға насар ғына бер ат ҡарай.
Егет уны һәйбәт итеп эйәрләй ҙә юлға сыға. Ат үҙенән-үҙе ҙурая бара. Килә торғас, яҡшы бер толпарға әйләнә лә:
Алпамыша күҙ йомоп асҡансы, ат уны майҙан барған ергә еткереп ҡуя.
Билет №17
II. Чтение, перевод текста: «Малыш» (Рассказ Б.Байыма, 9 класс, с.78).
Бәләкәс.
Бер көн Ғәйнулла күршенең ҡолонло бейәһе үлде. Нурислам өйгә килеп инде лә:
-
Ғәйнулла ағайҙарҙың бейәһе ҡаҙаланған. Ҡолоно... - Нурислам һүҙен әйтеп бөтөрмәне, иламһырап төпкө өйгә инеп китте. Йүгереп кршеләргә барҙы. Ни күрәбеҙ: кәртәлә, аяҡтарын һуҙып, ҡанға туҙып, күк бейә ята. Ә ҡолонсаҡ, бахыр, инәһенең күҙҙәренә текләгән дә кеше кеүек илай ине. Торғоҙорға теләгәндәй, инәһенең ялынан тешләп тарта, моронон еҫкәй.
Шул көндән Нурислам ҡолондан айырылмаҫ булды.
Билет №18
II. Чтение, перевод текста: «Турат» (Рассказ А.Аминева, 9 класс, с.90).
Турат.
Май айы. Армияла хеҙмәт итеп, ауылға ҡайттым. Әсәй, туғандар менән күрешкәс, күршеләргә кереп сыҡтым. Хәсән бабайым – атайымдың бер туған ағаһы өйҙә булманы. Ул колхоз аттарын ҡарай. Мин уны эҙләп ат һарайына киттем. Хәсән бабай унда ине. Ул мине күреп бик шатланды һәм, мин юҡта булған ауыр хәлде – атайымдың үлеүе тураһында һөйләне. Турат – колхоз аты. Атайым колхоз эшен ошо ат менән үтәй ине. Турат мине таныны. Миңә ҡараны ла көрһөнгән кеүек итеп кешнәп ҡуйҙы.
Мин Туратты эйәрләйем. Хәсән бабай миңә ҡарап торҙо ла: “Шул тиклем атайыңа оҡшағанһың, - тип йылмайҙы. – Аттан да тоғро хайуан ерҙә юҡтыр. “Ир ҡанаты – ат булыр” тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән ҡайтара ул ат...”, - тине.
Армиянан ҡайтыуым, колхозда эшләп китеүем ошо булды. Миңә Туратты бирҙеләр. Ул миңә тиҙ эйәләште. Хәсән бабайым аптыраны: “Атайыңа оҡшатты ул һине”, - тигән була. Беҙ бер-беребеҙгә бик ныҡ эҫендек. Көҙөн ауыл хужалығы институтына уҡырға киткәндә, миңә Турат менән айырылышыуы бик ҡыйын булды. Каникулға ҡайтҡан һайын Турат янына барам. Ул, мине күреү менән, күңелле итеп кешнәп ебәрә, яныма килә лә иркәләнә. Ә киткәндә моңайып ҡарап ҡала...
Дүрт йыл уҡыу үтеп тә китте. Мин практикаға үҙебеҙгә ҡайттым. Ауыл осондағы туғайлыҡҡа етер-етмәҫтән бөтә көсөмә һыҙғырып ебәрҙем. Ҡайҙалыр алыҫта Тураттың сағыу тауышы ишетелде. Бер аҙҙан ул миңә ҡаршы елә ине инде. Башы ғорур күтәрелгән, оҙон шырт ялы елдә елберләй. Ә өҫтөндә атайым ултыра кеүек...
Билет №19
II. Чтение, перевод текста: «Гнедко» (Рассказ С.Агиша, 9 класс, с.92).
Турыҡай.
Ҡышҡы ҡураға ҡайтыр алдынан бөтә йылҡылар йоҡа ҡар менән ҡапланған яланға һуңғы тапҡыр сығып киттеләр. Бында оло малдар ҙа, ҡолондар ҙа бар. Ҡарт малдар үләндәрҙе ашай башланы. Ә йәш ҡолондар үләнгә артыҡ иғтибар итмәй, сөнки улар әлегә әсәләрен имә. Улар ялан буйлап сабалар, уйнайҙар.
Турыҡай башта уларға һоҡланып ҡарап торҙо. Уның да шулай сапҡыһы, уйнағыһы, һикереһе килде. Тик ул бала түгел – быйыл яҙ уға дүрт йәш тулды. Йылҡылар араһында ундайҙарҙы “егет” тип атайҙар. Шуға күрә ул үҙен бейәләрҙе һәм ҡолондарҙы бөтә ҡурҡыныстан һаҡларға бурыслы итеп һананы. Шуға ла ул улар янынан китмәй, уларҙы ҡарап ҡына йөрөй. Тарала башлаһалар, бөтәһен бер урынға йыя. Унан, ҡолаҡтарын торғоҙоп, тирә-яҡты ҡарай.
Бына көнбайыштан ниндәйҙер ҡара нөктәләр күренде. Турыҡай шул яҡты күҙәтә башланы. Был нөктәләр туп-тура уларға табан килә. Береһе алдан килә. Улар артынан тағы ла дүртәү күренә.
Былар, һис шикһеҙ, бүреләр булырға тейеш.
Билет №20
II. Чтение, перевод текста: «Закваска» (Рассказ А.Байрамова, 9 класс, с.105).
Сүпрә.
Уңған ҡыҙ тип әйтәләр Әлфиәне. Мәктәптән ҡайтҡас, ул йомошҡа йүгереп тора. Был юлы ла, дәрестәрен әҙерләп бөтөүгә, уға әсәһе:
-
Ҡыҙым, Хәбирә апайыңдан сүпрә алып кил әле,- тине.
-
Теге ҡамыр ҡабарта торғанмы? – тип һораны Әлфиә һәм, әсәһенең “эйе, эйе” тигән һүҙҙәрен ишеткәс, Хәбирә апайына йүгерҙе.
Сүпрәне тиҙ алып сыҡты, тик балалар тауышынан шау-гөр килеп торған тау янынан тыныс ҡына үтә алманы. “Бер генә шыуып төшһәм, бер ни булмаҫ” тип уйланы ла тауға менде. Ләкин бер шыуып төшөүгә Илдар исемле малай:
Әлфиә ҡулындағы сүпрәһен ергә ҡуйҙы ла яңынан тауға менде. Уйын ҡыҙа барҙы. Әлфиә мауығып шыуа торғас, йомошон бөтөнләй онотто. Өйгә һуңлап ҡына ҡайтып инде.
Билет №21
Икмәк хаҡы.
Элек бер ауылда үҙ һүҙле бер бай йәшәгән.
Бер көндө, юлда барғанда, бай икмәгенең бер валсығын төшөрөп ебәргән. Быны күргән ҡарттар:
- Икмәк валсығын эйелеп ал! – тигәндәр.
- Шул бер валсыҡ өсөн ергә эйеләйемме?! – тигән дә бай китеп барған.
Ошо хәлде ишеткән ырыу башлығы икенсе көндө байҙы саҡырып алған да:
-Юғалтҡан валсығыңды табып килтер. Юғиһә, яза аласаҡһың, - тигән.
Бай киткән. Халыҡтың нәфрәтенән ҡурҡып, оҙаҡ эҙләгән икмәк валсығын, ләкин таба алмаған. Халыҡты ризалатмаҡсы булып, бай шул урынға ауыл балаларын уҡытыу өсөн мәҙәсә һалдырған. Әммә халыҡ та, ырыу башлығы ла уны ғәфү итмәғән.
-Һинең был эшең икмәк валсығы алдында сүп хәтле лә тормай. Ғәйебеңде аҡларға теләһәң, шул урынды эшкәрт, иген сәсеп үҫтер, уны йыйып ал да он тарттыр, икмәк бешер, - тигәндәр улар.
Бына ниндәй ҡиммәт ул икмәк!
Билет №22
Тал бөрөһө.
Март башы ине. Көндәр йылына. Әммә ҡалын ҡар һис бирешмәй. Беҙ ҙә, ҡыштың һуңғы көнөндә тау шыуып ҡалмаҡсы булып, иртәрәк торҙоҡ. Көн бер аҙ йылынғас, өс йәшлек ҡыҙым менән ҡала паркына киттек. Текә яр буйы бала-саға менән тулған. Кем санала, кем саңғыла шыуа. Малайҙар тауҙың иң бейек түбәһенә тиклем менеп етә лә, ҡоштай осоп, түбәнгә атыла.
Шул ығы-зығыла берәүҙең ҡыйыуһыҙ ғына тауышы ишетелде. Боролоп ҡараным. Янымда бәләкәй саңғысы тора.
- Әйтегеҙсе, тал бөрөһөн ҡайҙан табып була?
Көтөлмәгән һорауға аптырап ҡалдым.
- Ана бит.
Малай яйлап ҡына, көрт йырып, тал яғына китте. Талға етер-етмәҫ туҡтап, таяғы менән төртөп, тағы һораны:
-Ошолармы?
Мин малайҙың талды бөтөнләй танымауын аңлап, уның янына ашыҡтым. Ҡыҙым да, санаһын һөйрәп, беҙҙең арттан эйәрҙе. Уны күреп, малай:
- Аяғында быйма ғынамы?Саңғыларың юҡмы ни? Көрткә батаһың бит, - тип хафаланды. Беҙ өсәүләп ботаҡ һайларға тотондоҡ.
-Миүә эре, бөртә башлаған бөрө кәрәк, - ти яңы танышыбыҙ.
-
Ә һин уны нишләтәһең?
-
Әсәйемә, 8 Март етә бит.
Малай талды һаҡ ҡына һындыра, үҙе һөйләнә.
Өс-дүрт ботаҡ һындырғас: -Миңә етте, - тине.
Беҙ тауға күтәрелә башланыҡ. Шул саҡ таныш тауыш ишетелде:
Кем балаһы икән был әҙәпле малай? Һорамай булдыра алманым.
-
Ә һинең исемең кем, ҡустым? Нисәнсе синыфта уҡыйһың?
-
Өсөнсө синыфта. Рәшит Юлдашев булам мин, апай, - тине лә шәп-шәп атлап ары китте.
Билет №23
Умырзая.
Бик борон заманда булған был хәл. Тирә-яғын бейек-бейек тауҙар, йәшел урмандар уратып алған ерҙә Дегәнәк исемле уҫал хан йәшәгән. Ялсыларын иртәнге яҡтынан киске ҡараңғыға тиклем баш күтәртмәй, бил яҙҙырмай эшләткән. Ә үҙе бөтә ғүмерен кәйеф-сафа эсендә үткәргән. Бөтөн күрше ханы уға ҡунаҡҡа килһә, иртәгәһенә үҙе барып һыйланған, ти.
Яҙғы сыуаҡ көндәрҙең береһендә донъяға өс бала килгән. Беренсеһе – Дегәнәк хандың малайы, икенсеһе - күрше хандың ҡыҙы, өсөнсөһө Дегәнәк хан ялсыһының ҡыҙы икән.
Дегәнәк ярһыу арғымаҡтарын еккән дә күрше ханлыҡҡа киткән. Былар ҡолаҡ тешләтеү йолаһы үткәрергә булғандар: балалар ҙурайғас, туй яһап, ҡоҙа булышырға һүҙ ҡуйышҡандар.
Йылдар үтеп торған. Хандың улы Ҡарай ҙа, ялсының ҡыҙы Умырзая ла үҫеп буйға еткән. Атаһы менән әсәһенең ҡартайғанын күреп, егәрле ҡыҙ Умырзая уларҙы ял иттермәксе булған. Аталары урынына үҙе ханға эшкә киткән. Ҡыйғас ҡара ҡашлы, ҡарағаттай ҡара күҙле, ҡара сәсле был ҡыҙға хандың улы Ҡарай бер күреүҙән ғашиҡ булған. Умырзая ла егетте бик оҡшатҡан.
Умырзая бәлиғ булып буй етеүгә, атаһы менән әсәһе донъя ҡуйған. Ҡыҙҙың берҙән-бер күҙ терәгән өмөтө - хан улы Ҡарай ғына тороп ҡалған.
Ҡыҙ менән егет йәшеренеп кенә тау башында осраша торған булғандар. Был хәбәр ханға барып еткән. Башта ул ышанмаған. Нисек инде хан һынлы хандың улы ялсы ҡыҙын яратһын! Шулай ҙа, эште ҡабаландырыу өсөн, күрше ханға яусы ебәргән.
Ҡарай атаһының был эшен һиҙеп ҡалған да, туй ығы-зығыһы башланғансы, Умырзаяһын алып сығып ҡасҡан.
Дегәнәк хан бер кис улы янына инһә, берәү ҙә юҡ, ти. Киткән хан һарайында ығы-зығы, тауыш… Эҙләйҙәр-эҙләйҙәр – Умырзая ла, Ҡарай ҙа юҡ. Хан бөтә вәзирҙәрен, сапҡынсыларын үҙенә саҡырып алған да:
Өс көн, өс төн эҙләп, таба алмай, хәлдән тайып ҡайтып килгән сапҡынсылар.
Түҙемен юғалтҡан хан үҙе юлға сыҡҡан. Алты көн, алты төн эҙләгән. Етенсе көндә, һыҙылып таң атып килгәндә, бер тау битләүенә хәл йыйырға ултырған был. Шул саҡ бының янына ҡарға килеп ҡунған да “Ҡар!Ҡар!”, тип ҡысҡыра икән.
-
Нимә ҡысҡыраһың? – тип һораған хан ҡарғанан.
-
Ҡарға һин улаҙы, - тигән ҡарға, - ата ҡарғышы төшә ул.
-
Нимә тип ҡарғайым?
-
Ҡар ҙа ҡар, туңып ҡал, тип ҡарға улыңды, - тигән ҡарға.
Хан шул һүҙҙәрҙе әйтеүе булған, улы Ҡарайҙың боҙ булып ҡатыуы булған, ти.
-
Тағы ни тип ҡарғайым? – тип һорай хан ҡарғанан.
-
Ҡар ҙа ҡар, ҡар артынан һин дә бар, тип ҡарға. Ҡар артынан бар ҙа ҡойолоп илап ҡал, тип ҡуй, - тигән ҡарға.
Хан шул һүҙҙәрҙе әйтеүе булған – Умырзая моңайып ултырған бер сәскәгә әйлйнгйн дә ҡуйған.
Был сәсәкәне умырзая тип атағандар. Ана шуға ла йәй көнө түгел, ә ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән сыға. Ҡар артынан килә, тиҙәр уны, һөйгәне Ҡарайҙы күрергә ашыға икән, тиҙәр.
Билет №24
Ш.Бабич биографияһы.
Атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич 1895 йылда Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе (хәҙерег Дюртөйлө районы) Әсән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Мөхәммәтзакир тирә-яҡҡа даны таралған уҡымышлы кеше булған.
Шәйехзада Бабич башланғыс белемде тыуған ауылында атаһы уҡытҡан мәҙрәсәлә ала.
Ун биш йәшендә ул “бәхет эҙләп” ҡаҙаҡ далаларына сығып китә, Дүсәнбай тигән мәктәптә балалар уҡыта, ҡаҙаҡ телен өйрәнә. Бер ни тиклем аҡса йыйғас, 1911 йылдың көҙөндә Өфөгә килә һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә.
1916 йылда “Ғәлиә”не тамамлағас, Шәйехзада Троицк ҡалаһына барып, уҡытыусы булып эшләй. Шул ҡалала сыға торған “Аҡмулла” исемле сатирик журнал эшендә яҡындан ҡатнаша: шиғырҙар, эпиграммалар яҙып баҫтыра.
Бер йылдан һуң Бабич Өфөгә әйләнеп ҡайта. Ә 1917 йылдың авгусында “Ҡармаҡ” журналы редакцияһының саҡырыуы буйынса Ырымбурға китә, унда секретарь булып эшләй башлай. Әммә шағирға “Ҡармаҡ” редакцияһында оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Ваҡиғалар уның тормошон икенсе йүнәлешкә бора.
Башҡорт республикаһы Ваҡытлы Хәрби-революцион Комитетының 1919 йыл 25 февраль приказы менән Бабич Башревкомдың баҡорт матбуғатына эшкә тәғәйенләнә. ләкин шағирға бында ла оҙаҡ эшләргә насип булмай. 1919 йылдың 24 мартында Бабич, типографияны тейәп, ун бишләп һыбайлы менән Темәстән Ҡыҙыл Мәсеткә (Мораҡҡа) юлға сыға. Йылыйырға етеү менән, Шәйехзада Бабич ҡулға алына һәм ҡыҙыл командир тарафынан йыртҡыстарса язалап үлтерелә.
Билет №25
Апрель.
Апрель “яҙ айы” тип йөрөтөлә. “Апрель тыуһа, яҙ етер, иреп-ағып ҡар китер”, ти халыҡ мәҡәле. Ҡышты тиҙерәк оҙатыу, яҙҙы яҡынайтыу өсөн төрлө йолалар ҙа үткәрелеп килгән. Шуларҙың береһе – ҡояш саҡырыу йолаһы. Уның үҙенә хас шиғырҙары булған. Уларҙы бала-саға, тау башына менеп, ҡысҡырып әйтә торған булған.
Аҫыл ҡояш, кил бире,
Кил бире, китмә кире!
Ҡоштар ҙа көтә һине:
Тауыҡтар ҙа ҡытҡылдай,
Сәпсектәр ҙә сырҡылдай,
Аҡ өйрәктәр баҡылдай,
Ата ҡаҙҙар ҡаңғылдай,
Ҡарғалар ҙа ҡарҡылдай.
Уйнап йөрөй ҡыҙылтүш,
Юлға сыҡҡан сыйырсыҡ,
Бар ҙа ҡысҡыр: - Ҡояш, сыҡ!
Ҡыҙыл үгеҙ һуйырбыҙ,
Ҡыҙыл әтәс һуйырбыҙ,
Аҫыл ҡояш, йәһәт кил,
Йәшел йәйҙе тиҙләт, кил!
Ҡояш юҡ - көн юҡ, көн юҡ – тереклек юҡ.
“Апрель” һүҙе латин теленән алынған. Латинса – “априкус”, ул “ҡояш йылыта торған ай” тигән мәғәнәне белдерә.
Апрель айында тәбиғәт бик ныҡ үҙгәрә. Ҡар ирей. Йылғаларҙа боҙҙар ҡуҙғала. Айҙың уртаһында ер өҫтө ҡарҙан тулыһынса әрселә.
Апрелдә тәүге йылы ямғыр – ләйсән ямғыры яуа. Ләйсән ямғыры – шифалы ямғыр. Уның тураһында халыҡ телендә төрлө әйтемдәр йөрөй.
“Ләйсән – рәхмәт ямғыры”.
“Ләйсәндә ялан баш йөрөһәң, үҫәһең”.
“Ләйсән һыуын ете йыл һаҡлаһаң, ынйыға әүерелә”.
Урман, ялан, яр буйҙары беренсе сәсәкәләр менән биҙәлә. Март аҙағында һәм апрель айында турғайҙар, сыйырсыҡтар, ҡыҙылтүштәр, аҡсарлаҡтар, торналар, ҡыр ҡаҙҙары һәм башҡа күсер ҡоштар ҡайта.
Был айҙа яҙғы ҡыр эштәре башлана. Игенсе өсөн яуаплы көндәр етә.